Инсульт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Инсульт
MCA-Stroke-Brain-Human-2.JPG
Инсультан үлгән кешенең мейе киҫелеше
МКБ-10 Ҡалып:ICD10-Ҡалып:ICD10
МКБ-9 434.91434.91
OMIM 601367 601367
DiseasesDB 2247 2247
MedlinePlus 000726 000726
eMedicine neuro/9  neuro/9 
MeSH D020521 D020521

Инсу́льт — баш мейеһендә ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы, ул кинәт кенә (бер нисә минут, сәғәт эсендә) барлыҡҡа килә, 24 сәғәт һәм оҙағыраҡ һаҡлана торған, неврологик симптоматика менән сифатлана һәм ауырыуҙы цереброваскуляр патология нәтижәһендә үлемгә еткерә.

Инсульттарға баш мейе инфаркты, башҡа ҡан һауыу һәм субарахноидаль ҡан һауыуы керә.[1]

Неврологик дефицит регрессияһы ваҡытын иҫәпкә алып,үтә торған баш мейе ҡан әйләнеше боҙолоуы (ғәҙәти инсультан айырмалы булараҡ неврологик дефицит 24 сәғәт эсендә регрессиялана) һәм кесе инсультҡы (неврологик дефици башланғам 3 аҙна регрессия үтә) бүленә.

Ҡан әйләнеше структураһында үлем осрағы йөрәктең ишемия ауырыуынан һуң мейе ҡан тамырҙары ауырыуы икенсе урында килә.[2][3]

Тарихи мәғләмәт[үҙгәртергә]

Гиппократ

Инсульт тураһында беренсе тапҡыр Б.Э.Т. 460 йылдарҙа Гиппократ телгә ала, ул баш мейе ауырыуы сәбәпле аңын юғалтҡан осраҡты яҙа.

Артабан Гален ҡапыл аңын юғалтыуҙың беренсе симптомдарын яҙа, һәм уны ἀποπληξία, «һуғыу» термины менән атай. Шул замандан бирле медицина практикаһында мейелә ҡан әйленеше боҙолоу термины булараҡ «апоплексия» термины инеп ҡала, шулай уҡ был термин башҡа органдарға ҡан һауыуҙы аңлата (түллек биҙе ярылыу, бөйөр өҫтө биҙҙәре апоклексияһы һ.б.).

1628 йылда Уильям Гарвей организмда ҡан әйленешен өйрәнә; йөрәк ҡан әйләнешен булдырыусы насос тип билдәләй. Был ғилемдәр инсульттың барлыҡҡа килеүе һәм был процесста ҡан тамырҙары ролен өйренеүҙең нигеҙе булып тора.

Рудольф Вирховтың инсульт патогенезын өйрәнеүҙә өлөшө ҙур. Ул «тромбоз» и «эмболия» терминдарын керетә. Был терминдар әлегә тиклем инсультты диагностикалау, дауалау һәм профилактикалауҙа төп терминдар булып торалар. Һуңыраҡ ул артериялар тромбозы шештен түгел, ә ҡан тамырҙары стеналарына май ултырыу менән аңлата һәм уны атеросклероз менән бәйләй[4].

Эпидемиология[үҙгәртергә]

Инсультар араһында иң таралғаны - мейенең ишемик (ҡан әйләнеше етәрлек күләмдә булмау сәпәбле) зарарланыуы. Ишемик инсульт осрағы 70-50% тәшкил итә, мейегә ҡан һауыу 20-25%, травма менән бәйләнмәгән субарахноидаль (баш мейеһенең һәм йөлөндөң үрмәксе ауы һәм йомшаҡ ҡабығы араһындағы цереброспиналь шыйыҡса менән тулған арауығына) ҡан һауыу 5%.

Инсульт, бөгөнгө көндә, неврологияның иң мөһим социаль-медицина мәсьәләһе булып тора.

Бөтә донъяла йыл һайын церебраль инсульт менән 6 миллион кеше ауырый, ә Рәсәйҙә 450 меңдән артыҡ кеше, йәғни һәр 1,5 минут һайын бер рәсәйле инсульт кисерә. Рәсәйҙең эре мегаполистарында тәүлегенә 100-ҙән 120-гә тиклем киҫкен инсульт осрағы теркәлә.

Бөгөнгө көндә инсульт халыҡтың төп инвалидлыҡ сәбәбе булып тора. Инсульт кисергәндәрҙең 70—80 % инвалид булып ҡала, шуларҙың 20—30 % даими тәрбиә талар итә.

Рәсәй Федерацияһында инсульт кисергәндәрҙең инвалид булып китеүенә ашығыс госпитализация булмауы (15—30 %-тан артмай), неврплогия бүлектәрендә интерсив терапия булмауы сәбәпсе булып тора. Инсульт кисергәндәрҙе актив реабилитациялау зарур (реабилитация бүлегенә тк 15—20 % ауырыуҙар күсерелә).

Инсульт кисергәндәрҙең леталлеге (үлем осрағы) ауырыуҙың киҫкен ваҡытында дауалау шарттарына бәйле. 30 көн эсендә инсульт кисергәндәрҙең 35 % үлә. Стационарҙа дауаланғандарҙың 24 %, өйҙә дауаланғандарҙың — 43 % (Виленский Б. С., 1995). Бер йыл эсендә 50 % ауырыу үлә.

Дөйөм алғанда, киҫкен йөрәк ауырыүҙарынан һуң, инсульттан үлем осрағы икенсе урында тора, ирҙәрҙә инсульт осрағы ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда күберәк.

Инсульт төрҙәре[үҙгәртергә]

Инсульттың өс төрө бар: ишемик инсульт (етәрлек кимәлдә ҡан килмәүе), баш мейеһенә ҡан һауыуы һәм субарахноидаль (баш мейеһенең һәм йөлөндөң үрмәксе ауы һәм йомшаҡ ҡабығы араһындағы цереброспиналь шыйыҡса менән тулған арауығына) ҡан һауыуы.[1] Травматик булмаған баш мейегә ҡан һауыу геморрагик инсульт тип атала. Халыҡ-ара тикшереүҙәр ишемик һәм геморрагик инсульт сағыштармаһы 4:1—5:1 (80—85 % һәм 15—20 %) тип бирә[5].

Дифференциаль диагностика[үҙгәртергә]

Инсульттың дифференциаль-диагностик характеристикаһы[6]
Симптомдары Мейенең ишемический инфаркты Мейегә ҡан һауыу Субарахноидаль (тышсаға) ҡан һауыу
Алдан килеүсе ишемик һуғылыуҙар Йыш Һирәк Булмай
Башланыуы Әкрен Тиҙ (минуттар йәки сәғәттәр) Ҡапыл (1-2 минут)
Баш ауыртыуы Әҙ генә йәки бөтөнләй юҡ Бик көслө Бик көслө
Ҡоҫоу Мейе бағанаһы зарарланыуҙан башҡа, типик түгел Йыш Йыш
Гипертония Йыш Һәр ваҡыт булып тора Йыш түгел
Аңы Оҙайлыбулмаған ваҡытҡа юғалыуы мөмкин Ғәҙәттә оҙак ваҡытҡа юғала Ҡыҫҡа ваҡытҡа юғалыуы мөмкин
Елкә мускулдары ригидлығы Бҡ Йыш Һәр ваҡыт
Гемипарез (монопарез) Йыш, ауырыу башланғандан алып Йыш, ауырыу башланғандан алып Һирәк, ауырыу башланғандан алып түгел
Телмәр боҙолоу (афазия, дизартрия) Йыш Йыш Бик һирәк
Ликвор (йөлөн арҡа мейеһе швйыҡсаһы, тәүге анализ) Ғәҙәттә төҫһөҙ Йышҡына ҡанлы Һәр ваҡыт ҡанлы
Күҙҙең селтәренә ҡан һауыу Юҡ Һирәк Булыуы мөмкин

Инсульт осрағанда урында нимә эшләргә[үҙгәртергә]

Оҙаҡҡа һуҙмай урында инсультты билделәү өсөн өс төп алым бар, ул «УЗП » тип атала. Зарар күреүсе кешенән түбендәгеләрҙе һорағыҙ:

  • У  — улыбнуться (йылмайырға). Инсульт осрағында йылмайыу кәкере була; ирен сите өҫкә түгел, ә аҫҡа йүнәлтелә.
  • З  — заговорить(һөйләшергә). Һөйләштерегеҙ, мәҫәлән: «Бөгөн ҡояшлы көн» тигәнде ҡабатларға ҡушығыҙ. Инсульт осрағында йыш ҡына телмәр боҙола, әммә һәр ваҡыт түгел.
  • П  — поднять обе руки (ике ҡулын да өҫкә күтәрергә ҡушығыҙ). Ҡулдар бер төрлө күтәрелмәһә — инсульт билдәһе булыуы мөмкин.

Өҫтәмә диагностика алымдары:

  • Зарар күреүсене телен күрһәтеүен һорағыҙ. Әгәр теле тигеҙ туры түгел икән һәм берәу яҡҡа ҡыйышайған булһа, был инсульт билдәһе.
  • Зарар күреүсене ус төптәрен өҫке ҡаратып, ике ҡулын өҫкә һуҙырға һәм күҙҙәрен йоморға күшығыҙ. Берәй ҡул ҡырыйға йәки аҫҡ китһә, был инсульт билдәһе.

Зарар күреүсе берәй талапты эшләй алмаһа, ашығыс ярҙам саҡырырға кәрәк, килгән медиктарға симптомдарҙы һөйләп бириргә. Симптомдар юғалған булһа ла госпитализция талап ителә.


Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Клиническая неврология с основами медико-социальной экспертизы. СПб.: ООО «Медлайн-Медиа», 2006.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «инсульт» мәҡәләһе бар

Ҡалып:Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары Ҡалып:Үҙәк нерв системаһы ауырыуҙары Ҡалып:Мәйелә ҡан әләнеше боҙөлоуы