Инфузориялар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Инфузориялар
Paramecium aurelia
Инфузория Tetrahymena thermophila
(конфокаль микроскопия)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Ciliophora Doflein, 1901

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   46211
NCBI   5878
EOL   4666

Инфузориялар (лат. Ciliophora, урыҫ. Инфузории) — Alveolata төркөмөнән протистар тибы; оҙонлоғо 10 мкн-дан 3 мм-ға тиклем булған бер күҙәнекле конониаль организмдар.

Һыуҙа йыш ҡына Tintinnidium, Halteria, Vorticella арыуы вәкилдәре осорай, биологик таҙартыу ҡоролмаларының ләмендә Tetrachymena pyriformis һәм Paramecium, Colpidium, Vorticella, Aspidisca ырыуы вәкилдәре ҡатнаша. Инфузориялар башҡа бер күҙәнәкле хайуандарҙан органеллалары — хәрәкәт функцияһын башҡарыусы керпексәләр һәм икеләтелгән төшө булыу менән айырылып тора. Инфузорияларҙең 2 аҫтибын билдәләйҙәр: иркен йөҙөүсе керпеклеләр (Ciliata) һәм беркетелеүсе имеүселәр (Suctoria), уларҙың ҡалынайған осонда ҡорбанын параличлай һәм үлтерә торған матдәләр бүлеп сығарыусы ау ҡармауыстары бар. Инфузорияләрҙың тәне тышҡы яҡтан пелликула менән ҡапланған цитоплазманан тора. Цитоплазмала һыу балансын, һулышты көйләүсе һәм осмотик баҫымны көйләүсе 1—3 ҡыҫҡартыу вакуольдәре, һәм 2 тип төш бар: макронуклеустар — тереклек процесстарын көйләүсе һәм микронуклеустар — енси процесста, йәғни нәҫел информацияһын тапшырыуҙа ҡатнашыусылар. Инфузориялар бактериялар, иң түбән төҙөлөшлөләр һ.б. микроорганизмдар менән күҙәнәктең өҫкө яғында урынлашҡан ауыҙ ҡыуышлығы (цитост) аша туҡлана. Аш ҡайнатыу процессы аш ҡайнату вакуольдәрендә бара. Енесһеҙ (күзәнәктең икегә бүленеүе) һәм енси юл менән үрсей. Хәрәкәтләнә торған (йөҙәләр йәки һыуҙа, тупраҡта, ҡомда һ.б. дымлы биотопларҙа үрмәләйҙәр), шулай уҡ берегеп тереклек итеүсе формалары бар. Улар берәмләп йәки колония булып таштарга, һыу үҫемлектәренә һәм хайуандарға урынлаша. Паразитик формалары ла билдәле (умыртҡаһыҙ организмдарда ла, умырткалы хайуандарҙа ла йәшәй), мәҫәлән, ихтиофтирус һәм триходиннар — балыҡ паразиттары. Кешенең йыуан эсәгендә балантидия инфузорияләр йәшәй. Хайуандарҙың эсәк трактында тереклек итеүсе инфузориялар үҫемлек аҙығын эшкәртеүҙә ҡатнаша.

Инфузориялар тирә-яҡ мөхиттең бысраныуының органик индикаторы булып тора. Бактериялар менән тукланып (ауырыу тыуҙырыусыларҙы да керетеп) һыуҙы таҙартыуҙа һәм сәләмәтләндереүҙә, ағым һыуҙарҙы биологик таҙартыуҙа мөһим роль уйнайҙар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Определитель пресноводных беспозвоночных Европейской части СССР. Л., 1977; Кутикова Л.А. Фауна аэротенков: Атлас. Л., 1984.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]


Сығанаҡ[үҙгәртергә]