Инә ҡорт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Инә ҡорт

Инә ҡорт — умарталағы ҡорттарҙың инәһе. Ғаиләлә бер инә ҡорт, бер нисә йөҙ әре ҡорт, 10-80 мең эшсе ҡорт була. Инә ҡорт башҡа ҡорттарҙан үҙенең ҙурлығы, ауырлығы менән айырылып тора. Уның оҙонлоғо 20-25 мм, ауырлығы 190-300 мг була. тәүлегенә инә ҡорт 1500-2000 йомортҡа һала, ә миҙгеленә 150+200 меңгә еткереүе мөмкин. Биш йыл йәшәй, тәүге ике йыл иң һөҙөмтәле йылдары.

Инә ҡорт ғаиләлә тик бер генә вазифа башҡара, ул йомортҡа ғына һала. Бер генә тапҡыр аталана. Йомортҡа һалған саҡта күҙәнәктәргә ҡарап, аталанған йәки аталанмаған йомортҡа һала. Әре ҡор күҙәнәктәре эре була, унда йомортҡа һалыу өсөн әҙерләнгән инә ҡорттоң хәрәкәтенә махсус биҙе аша спермотозоид ҡойолмай. Инә ҡорт көбөһөнә һәм эшсе ҡорт күҙәнәктәренә эйелгәндә махсус биҙҙәр спермотозоид бүлеп сығара һәм йомортҡа аталана. Аталанмаған йомортҡаларҙан тик әре ҡорттар ғына үҫә. Уның ҡаяуы бар, тик уны башҡа инә ҡорттар менән алышҡан ваҡытта ғына файҙалана.[1].

Эшсе ҡорттар инә ҡортто инә ҡорт һөтө менән ашаталар. Күс айырыр алдынан ашатыуҙы туҡтаталар. Инә ҡорт кәрәҙҙән үҙе бал менән туҡлана башлай. Һәм ҡорһағы нәҙегәйә, һәм ул осорлоҡ хәлгә етә.

Аталанған осорҙа инә ҡорт умартанан алыҫҡа оса. Ул бер нисә әре ҡорт менән аталана. Әре ҡорттарҙы үҙе һайлай. Аталанған саҡта 15 минут эсендә сперматозоидтар химия һәм әрһеҙлек арҡаһында бер-береһен юҡ итә. Яртыһы юҡҡа сығарыла.[2].

Әре ҡорт инәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әре ҡорт инәһе тип гел генә аталанмаған йомортҡа һалыусы инәгә әйтәләр. Ул йомортҡаларҙан тик әре ҡорттар ғына үрсей.

Сәбәбе төрлөсә булырға мөмкин. Аталанасаҡ ваҡытта һауа торошоноң боҙолоуы, инә ҡорттоң ҡанаттарынын осорға яраҡһыҙ булыуы, йәки инә ҡорттоң осҡан ваҡытында әре ҡорттарҙың үрсеү ваҡыты етмәүе. Шулай уҡ орлоҡтарҙың бөтөүе йәки уларҙың үлеүе, орлоҡ ебәреүсе ағзаларҙыү зарарланыуы.

Ундай инә юҡҡа сығарыла һәм йәш инә бирелә, юҡһа ғаилә юҡҡа сығасаҡ.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Акимушкин И. И. Пчёлы // Насекомые. Пауки. Домашние животные. — 4-е изд. — М.: «Мысль», 1995. — Т. 3. — С. 134. — 462[2] с. — (Мир животных). — ISBN 5-244-00806-4.
  2. Юлия Рудый. В войнах спермы верх берут грубая сила и химия. membrana (23 март 2010). Дата обращения: 20 май 2011. Архивировано 23 февраль 2012 года. 2011 йыл 12 май архивланған.