Ислам шарттары
Википедия – ирекле энциклопедия
|
|
| Иман шарттары |
|
Аллаһтың Берлеге |
| Ислам шарттары |
| Мөһим шәхестәр |
|
Мөхәммәт |
Ислам шарттары
Мосолмандың иң әһәмиәтле вазифаһы - «Ислам шарттары»н белеү.
Исламдың биш шарты:
- Кәлимәи Шәһәдәт килтереү:
Кәлимәи Шәһәдәт: „Әшһәдү әл-ләә иләәһә илләл-лааһү үә әшһәдү әннә Мөхәммәдән ғәбдүһүү үә рәсүлүүлүһ“. Мәғәнәһе: „Аллаһтан башҡа һис бер тәңре юҡ. Хәҙрәти Мөхәммәд Уның ҡоло һәм Илсеһе икәнлегенә таныҡлыҡ бирәм“. Был изге һүҙҙәрҙе әйтеү - ислам динен ҡабул итеү, тигәнде аңлата. Кәлимәи Шәһәдәтте йыш ҡабатлап йөрөүҙең сауабы ҙур, уны тел һәм йөрәк менән ихлас, ысын күңелдән ышанып әйтер кәрәк.

