Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы
Рифҡәт Исрафилов, Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы — 1941 йылдың 8-се сентябрендә Башҡортостандың Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында тыуған. Актер, режиссер, театр педагогы, профессор. 1981 — 1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры. 1997 йылдан башлап М. Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театрының художество етәксеһе.
Өфө сәнғәт училищеһының режиссерҙар бүлеген (1965), А.В. Луначарский исемендәге ГИТИС-ты (1973) тамамлаған.
Педагогик эшмәкәрлеген 1997 йылда Өфө сәнғәт институтында башлай. Бер нисә быуын артистарҙы уҡыта. Хәҙер уның уҡыусылары башҡорт театр сәнғәтенең төп нигеҙе булып торалар. Күптәре Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистары. 1987 йылда доцент исеме, 1993 йылда профессор исеме бирелә. 1995 йылдан Санкт-Петербургтағы Петров Фән һәм сәнғәт академияһының ағзаһы булып тора, «Академик» тигән маҡтаулы исеме бар.
Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләгән ваҡытта Рәсәйҙәге иң күренекле ҡуйыусы-режиссер булып таныла. Иң билдәле спектаклдәре: «Эй, яҙмыш, яҙмыш» (М. Кәрим, Өфө), «Оҙон-оҙон бала саҡ» (М. Кәрим, Өфө), «Тапшырылмаған хаттар» (Ғ. Ҡотой, Өфө), «Ғәлиәбаныу» (М. Фәйзи, Өфө).
Ф. Бүләков пьессаһы буйынса ҡуйылған «Бибинур, ах, Бибинур» спектакле театр тормошонда ҙур ваҡиға булып тора. Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» театр фестивалендә (Өфө, 1996) «Гран-при» призын ала һәм Мәскәүҙә Милләттәр Театрында иң яҡшы спектаклдәр фестивалендә күрһәтелә. 1996 йылда был спектакль Рәсәй дәүләт премияһына лайыҡ була.
2008 йылда Рифҡәт Исрафилов етәкләгән М. Горький исемендәге Ырымбур драма театрына «театр сәнғәтен үҫтереүҙәге уңыштары өсөн» Фёдор Волков исемендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы бирелә.
[үҙгәртергә] Маҡтаулы исемдәре һәм премиялары
- 1976 — Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы
- 1977 — «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» маҡтаулы исеме
- 1982 — «РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» маҡтаулы исеме
- 1986 — Халыҡтар Дуҫлығы ордены
- 1989 — «Рәсәйҙең халыҡ артисы» исеме
- 1991 — БАССР Юғары Советы Президиумы Почёт грамотаһы
- 1993 — «Татарстан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» маҡтаулы исеме
- 2002 — Рәсәй Президентының 13.03. 2002 указы нигеҙендә Почёт ордены
- 2002 — «Төньяҡ Осетия-Алания республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» маҡтаулы исеме
[үҙгәртергә] Уның тураһында уҡығыҙ
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.
- Мечетлинский район Республики Башкортостан.Краткая энциклопедия. —- Уфа, 2000.