Ихрам
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
|
|
| Иман шарттары |
| Ислам шарттары |
| Мөһим шәхестәр |
|
Мөхәммәт |
Ихрам (ғәр.إحرام ҡотолоу, ваз кисеү) - айырым бер төр кейемде аңлата. Уның ике мәғәнәһе бар:
1. Мәккәлә хаж ҡылыусы кейә торған кейем. Ул - етен йәки мамыҡтан туҡып эшләнгән ике буй аҡ туҡыма. Береһе яуырын аша тәнгә һалына, икенсеһе билгә урала. Бындай туҡмаға энә теймәгән булырға тейеш. Был кейем элек-электән хажға барыусыларҙың яҡшы ниәт менән сәфәр тотоуын аңлата.
2. Хажға килгән кешенең үҙен тотоу рәүеше: мосолманға ихрам хәлендә бер ниндәй йән эйәһен дә үлтерергә, ерҙән бер генә үҫемлекте лә йолҡорға, ағас йәки ҡыуаҡ ботаҡтарын һындырырға, сәс алдырырға йәки тырнаҡ киҫергә, ҡырынырға, енси яҡынлыҡ ҡылырға, ләззәткә бирелергә рөхсәт ителмәй.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- З. Шафиғи. Рауил Үтәбай-Кәрими. Ислам. Белешмә һүҙлек. Ҡазан-1993 й. ISBN 5-298-00949-2