Ишкәгаяҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ишкәгаяҡ
Cyclops.jpg
Cyclops
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Copepoda Milne-Edwards, 1840

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   85257
NCBI   6830
EOL   2625033

Ишкәгаяҡтар (лат. Copepoda) — ҡыҫала һымаҡтар класынан умыртҡаһыҙҙар отряды; сөсө һәм тоҙло һыуҙарҙа йәшәй торған түбән ҡыҫалалар [1] . 1800 -гә яҡын төрө билдәле.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Быуынлы, ҡабырсаҡһыҙ, башкүкрәк, баш һәм ҡорһаҡ өлөшөнә бүленгән кәүҙәһе менән айырылып тороусы ваҡ ҡыҫалалар. 2 пар оҙон мыйыҡсаһы һәм ҡыҫала хәрәкәтләнгәндә ишкәк һымаҡ (исеме шунан) йөреш яһаусы 5 пар күкрәк ослоғо бар. Кәүҙәһе 0,5-3 мм оҙонлоҡта, инә заттар аталарына ҡарағанда эрерәк. Инә ишкәгаяҡлы ҡыҫала һымактар аталанған йомортҡаларын ҡорһаҡ аҫтындағы махсус ҡапсыҡтарҙа йөрөтә. Личинкалары метаморфоз юлы менән үҫә һәм науплиус, копеподит стадияләрын уҙа. Өч аҫ отрядҡа бүленәләр: каланоидтар (Calanoida), циклопоидтар (Cyclopoida) һәм гарпактикоидтар (Harpacticoida). Туҡланыу характеры буйынса беренселәре − фильтрлаусыларға, икенселәре − фильтрлаусы һәм йырткыстарға, өсөнсөләре йыйыусы −детритофагтарға ҡарай. Ишкәгаяҡлы ҡыҫала һымаҡтар аҡмай торған һәм ағымлы һыулыҡтар зоопланктонының мөһим компоненттары, һыу төбө ҡатламдарында ла, һыу үҫемлектәре араһында ла йәшәргә мөмкин, улар - планктон менән туҡланыусы балыҡтарҙың яратҡан аҙығы. Циклопларҙың ҡайһы бер төрҙәре кеше паразиттарының (мәҫәлән, лентец, ришта) аралаш хужалары булып тора. Ergasilus төрөнөң циклоптары балыҡтар паразиты булараҡ билдәле һәм уларга ҙур зыян килтерергә мөмкин.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)