Йоҡо үләне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Йоҡо үләне
Йоҡо үләне
Үҫемлектең дөйөм күренеше (Pulsatilla vulgaris var. costeana)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Лютик сәскәлеләр
Ғаилә: Лютик һымаҡтар
Ырыу: йоҡо үләне
Төр: 'Йоҡо үләне
Латинса исеме
Pulsatilla vulgaris Mill., 1768

Anemone pulsatilla L. (1753)

ITIS 506590
NCBI 445234

Йоҡо үләне (лат. Pulsatilla vulgaris, (урыҫ. Прострел)— Лютик һымаҡтар ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек төрө. Япрағы күренеү менән апрель-май айында сәскә ата, июньдә емеше өлгөрә. Орлоҡтан үрсей.


Illustration Pulsatilla vulgaris0.jpg
О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация

Төньяҡ ярымшарҙың субтропик, уртаса һәм һалҡын поясында таралған. Ҡарағай урманында, ҡыуаҡлыҡта, һөҙәк урындарҙа үҫә. Бейеклеге 15-50 см.

Тамыры верикаль булып төшә, көрән төҫтә. Сәскәләре яңғыҙ, шәмәхә төҫөндәге ҡыңғырау һымаҡ. Сәскә уртаһында күп һанлы сәскәлек һәм емешлектәр урынлашҡан. Үҫемлек көмөштәй төксәләр менән ҡапланған.

Үҫемлек ағыулы. Халык медицинаһында ялҡынһыныуға ҡаршы һәм ҡан туҡтату, тынысландырыу сараһы булараҡ файҙаланыла.

Декоратив үҫемлек булараҡ үҫтерелә.

Pasqueflower II 484906082.jpg
Pulsatilla vulgaris-2.jpg
Pulsatilla vulgaris fruits02.jpg
Һулдан уңға: сәскә бөрөһө, сәскәһе, емеше

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
төрҙөң стктусы күрһәтелмәгән
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә


Имән япрағы Был ботаника тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.