Йылайыр районы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Йылайыр районы районы
урыҫ. Зилаирский район
Coat of Arms of Zilair rayon (Bashkortostan).png Flag of Zilair rayon (Bashkortostan).png
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 13 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Йылыйыр ауылы
Хакимиәт башлығы Нәҙерғолов Ғәли Яхъя улы
Халыҡ һаны 16 546 кеше
Майҙаны км²
Сәғәт бүлкәте MSK +2
Автомобиль коды 02, 102
Location of Zilairskiy rayon (Bashkortostan).svg

Йылайыр районы Башҡортостандың кѳнъяғында урынлашҡан. 1930-сы йылдың 20 авгусында ойошторолған. Майҙаны — 5 783 км2. Башҡортостандың Ейәнсура, Күгәрсен, Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла райондары менән сиктәш.

Район үҙәге – Йылайыр ауылы. Республиканың баш ҡалаһы Өфөнән 410 км, Сибай ҡалаһы тимер юл станцияһынан 135 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Халҡы

Райондың 14 муниципаль ауыл берәмеге 57 ауылды берләштерә. Иң ҙур ауылдар: Йылайыр (5861 кеше), Юлдыбай (1910 кеше), Ҡана (990 кеше), Матрай (967 кеше), Яманһаҙ (833 кеше). Һабыр ( 596 кеше).

2006 йылдың 1 ғинуарына ҡарата районда 17539 кеше йәшәй. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса район үҙәгендә 5861 (2746 ир-ат, 46,9 %; 3115 ҡатын-ҡыҙ, 53,1 %) кеше, ҡалған ауылдарҙа 13078 кеше (6362 ир-ат, 48,6 %; 6716 ҡатын-ҡыҙ, 51,4 %) йәшәй. 1 км2 майҙанға уртаса 3 кеше тура килә. Күпселекте башҡорттар (55,7%), урыҫтар (37,1%), сыуаштар (3,0 %), татарҙар (2,9 %) тәшкил итә.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса райондың халыҡ һаны түбәндәгесә:

1939 1959 1970 1979 1989 2002
28 277 25 830 21 558 18 704 18 939

[үҙгәртергә] География

Район территорияһы Бараҡал, Йылайыр һәм Оло Эйек (юғары ағымы) йылғаларының каньон рәүешендәге үҙәндәре менән киҫелеп бѳткән Йылайыр яйлаһы сиктәрендә урынлашҡан. Файҙалы ҡаҙылмалары: Йылайыр ятҡылығында – балсыҡ, Юлдыбай ятҡылығында – балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом, Үрге Сәлимдә – ҡыҙыл балсыҡ, Исҡужала – тѳҙѳлѳш таштары. Юлаҡ кварц (Новотроицкта), марганец (Йылайыр ауылы эргәһендә) ятҡылыҡтары һәм ваҡ һибелмә алтын ятҡылыҡтарының барлығы билдәле.

[үҙгәртергә] Климаты

Климаты – континенталь, дымлылығы етәрлек түгел. Районда таралған ҡайын ҡатыш ҡарағай урмандар, райондың кѳнбайыш сигендә имән урмандарына әйләнә. Тупраҡ – тау ҡара тупрағы, тау-урман ҡара һәм һоро тупраҡтар, кѳнсығышта – ябай ҡара тупраҡ. Тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбенә Ҡыҙлар-Биргән ауылы эргәһендәге 600 йыллыҡ ҡарағастар керетелгән.

[үҙгәртергә] Иҡтисады

Район иҡтисады аграр һәм урман сәнәғәте характерына эйә. Ауыл хужалығы ерҙәре 143,2 мең гектар биләй, йәки бөтә район территорияһының 24,8 %, һѳрѳлгән ерҙәр – 56,8, сабынлыҡтар – 38,6, кѳтѳүлектәр – 47,8. Урмандар 333,0 мең га ер биләй (район территорияһының 57,6 %) һәм 53434,5 м3 үҙағас запасына эйә. Быларҙың иҫәбендә ѳлгѳргән һәм ҡартайған йомшаҡ япраҡлы ағастар күпселектә.

[үҙгәртергә] Транспорт һәм предприятиелары

Район территорияһынан Cибай-Ира, Юлдыбай-Аҡъяр автомобиль юлдары үтә, аэропорт эшләй. Районда 2 профессиональ училище, 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуның иҫәбендә 13 урта мәктәп; 20 китапхана, 43 мәҙәниәт йорто, район үҙәк һәм 2 тармаҡ хәстәханаһы бар. Урыҫса «Сельские огни» һәм башҡортса «Ауыл уттары» гәзите сыға.


Башҡортостан райондары
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә