Йылға
Йылға — үҙе яһаған һыу юлы буйлап ағып ятҡан, ер аҫты һәм ер өҫтөндәге һыу бассейны иҫәбенә тулышып торған тәбиғи һыу ағамы.
Йылғаларҙы ҡоро ер гидрологияһының булеге — йылға гидрологияһы өйрәнә.
Йөкмәткеһе |
Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә]
Ер өҫтөнә төшкән яуым-төшөм тау тоҡомдары аша өҫкә сығып даими ағым барлыҡҡа килтереү нәтижәһендә барлыҡҡа килә. Һәр йылғаның — йылға башы һәм диңгеҙгә, күлгә, йәки башҡа йылғаға ҡойған өлөшө бар. Әгәр йылғаның ҡушылдыҡтары булһа, ағым уңайына табан йылға киңәйә бара һәм һыуы арта бара. Бары тик сүллектә ағыусы йылғаның ғына ағым уңайына һыуы кибеп кәмей бара, ҡайһы осраҡта ҡом эсенә кереп юҡҡа сыға. Йылғаның икенсе йылғаға, күлгә, диңгеҙгә ҡойған урына йылға тамағы тип атала. Йылғаның инештән алып ҡойған урынына тиклем ара йылға оҙонлоғо тип атала. Күпселек йылғалар башка йылғаларҙың ҡушылдығы булып тора. Йылғаларҙың ҡайһы берҙәре күлдәргә ҡоя. Күпселек ҙур йылғалар диңгеҙгә йәки океан ҡултығана ҡоя.
Донъяның иң ҙур йылғалары[үҙгәртергә]
| № | Исеме | Оҙонлоноғо (км) | Бассейн майҙаны (мең км²) | Тамағындағы һыу сығымы (мең м³/с) | Тамағындағы иң һыу сығымы (мең м³/с) | Ташылдыҡ (млн т/йыл) |
|---|---|---|---|---|---|---|
| 1. | Амазонка | 6992 | 7180 | 220,00 | 360,00 | 498,00 |
| 2. | Нил | 6670 | 2870 | 2,30 | 6,40 | 110,50 |
| 3. | Янцзы | 5800 | 1818 | 34,00 | 90,20 | 500,00 |
| 4. | Миссисипи — Миссури | 5969 | 3229 | 19,00 | 59,00 | 500,00 |
| 5. | Хуанхэ | 5464 | 752 | 1,50 | 22,00 | 380,00 |
| 6. | Обь (Иртыш менән) | 5410 | 2990 | 12,70 | 43,00 | 15,00 |
| 7. | Парана (Паранаиба инешенән) | 4380 | 2970 | 15,00 | 65,00 | 129,00 |
| 8. | Меконг | 4500 | 810 | 12,00 | 30,00 | 169,60 |
| 9. | Амур (Аргунь инешенән) | 4440 | 1855 | 10,90 | 40,00 | 24,90 |
| 10. | Лена | 4400 | 2490 | 17,00 | 200,00 | 15,40 |
| 11. | Конго (Луалаба менән) | 4320 | 3691 | 40,00 | 75,00 | 64,70 |
| 12. | Макензи (Пис-Ривер инешенән) | 4240 | 1760 | 14,00 | 15,00 | |
| 13. | Нигер | 4160 | 2092 | 12,00 | 35,00 | 67,00 |
| 14. | Енисей (Кесе Енисей инешенән) | 4102 | 2580 | 19,80 | 154,00 | 13,20 |
| 15. | Волга | 3530 | 1360 | 7,70 | 52,00 | 25,80 |
| 16. | Инд | 3180 | 960 | 3,80 | 30,00 | 435,40 |
| 17. | Юкон | 3180 | 900 | 6,30 | 88,00 | |
| 18. | Дунай | 2850 | 817 | 6,40 | 20,00 | 67,50 |
| 19. | Ориноко | 2730 | 994 | 29,00 | 55,00 | 86,50 |
| 20. | Ганг (Брахмапутра менән) | 2700 | 2055 | 38,00 | 2177,20 | |
| 21. | Замбези | 2660 | 1330 | 16,00 | 100,00 | |
| 22. | Муррей | 2574 | 1072 | 0,50 | 31,90 |
Башҡортостан йылғалары[үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]
- ↑ Урыҫ википедияһынан