Йылҡы малы төҫтәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Йылҡы малы төҫтәрейылҡы малының йөнө, тиреһе төҫө һәм төҫсәләре. Ала таптар булыуы буйынса, шулай уҡ таптарҙың төрлө урында булыуы менән айырыла.

Аҡ төҫтәр[үҙгәртергә]

Аҡ. Был атаманы башҡорттар йылҡыға ҡарата ғәҙәттә бик ҡулланып бармай, уны «буҙ» йәки «күк» менән алмаштыра, был һүҙҙәрҙе «аҡ»ҡа ҡушымта итә. Шуға ла йырҙарыбыҙҙа «аҡ ат» билдәләмәһе ҡулланылмай.

Аҡбуҙ (светлосивый). Аҡҡа күгелйем тѳҫ ингәнлектән бирелгән атама. Аҡбуҙ, ғѳмүмән, сихри, тылсымлы ат исеме булараҡ, эпик әҫәрҙәрҙҙә йыш осрай. Был тѳҫтәге атты башҡорт бик ярата, күп кенә йырҙарында телгә ала.

Аҡбуҙ ғына атым, ай, юрғалар,
Аяҡтары таймай, атламай. («Иргә нужа»).

Аҡбуҙ атым менеп, бурҙай алып,
Сығып киттем яңғыҙ һунарға. («Аҡбуҙ менеп»).

Аҡкүк. Аҡҡа күк тѳҫ күберәк ҡатнашҡан, ләкин аҡ ѳҫтѳнлѳк итә. Бындай аттарҙы буҙ тип тә булмай. Салауат Юлаевҡа арналған бихисап йырҙарҙың береһенән миҫал:

Аҡкүк атын батыр йүгәнләй

Яуға китер мәле еткәндә.

Ала (пегий). Был да аҡ тѳҫтѳң модификацияһы, йәғни ѳҫтѳнлѳклѳ аҡ тѳҫ менән бүтән тѳҫтәр аралашҡан була. Шуныһы: аралашыусы тѳҫтәр сикле. Күк ала, ҡола ала, ҡара ала, сик ала, ҡыҙыл ала була. Буҙ ала булмай, сѳнки аҡ менән буҙ аҡбуҙҙы бирә. Шулай уҡ аҡ менән туры тѳҫ ҡатнашһа, ундай аттарҙы бүртә тип йѳрѳтәләр.

Ерән-һары төҫтәр[үҙгәртергә]

Ерән (рыжий). Был—иң популяр ат тѳҫтәренең береһелер, моғайын. Йырҙарҙа йыш ҡабатлана. «Гѳлгизәр»ҙә:

Кѳмѳш кенә эйәр, буҫтау мендәр

Килешәлер ерән ҡашҡаға»,

—тип хозурланалар. «Туғанай»ҙа ерән аттың сыҙамлылығына түбәндәгесә һоҡланалар:

Ерәнсәй ҙә атым елә, юрта

Ҡиблаларҙан сыҡҡан буранға.

Ерән тѳҫтѳ аңлатып торорға кәрәкмәйҙер, шулай ҙа билдәләйек: ҡыҙыл менән һары ҡатыш, ҡыҙғылт һары. Ҡыҙыл ѳҫтѳнлѳк итһә, ҡан ерән була.

«Менгән генә атым, һай, ҡан ерән»,

—тиелә «Һалдат» йырында. Сағыу ерән, ҡола ерәндәр була. Ерән аттарҙың ялы, ҡойроғо сал тѳҫтә икән, уларҙы саптар тиҙәр. Башҡортхалҡының «Һанаҡа» йырында шундай юлдар бар:

Аҡъял да ғына саптар, ай, атымды Әпсендәре юҡ тип үк һатмағыҙ.

Башҡорттар атты ныҡ яратып, ҡайһы берҙәренең тѳҫтәренә иркәләү ялғауҙары ҡуша: турысай, кѳрәнсәй, ҡарасай…

Һары, һарысай (соловая). Был тѳҫтәге аттар ҙа бик күркәм. Бал менән сағыштырып, башҡорт былай йырлаған:

Уҫылыҡҡай буйын күп йѳрѳнѳм Һары балауыҙҙай ат менән. («Уҫылы буйы»).

Ҡыҙыл һары, аҡһыл һары, сей һары тѳҫтәгеләргә айыралар йылҡы малдарын, шулай ҙа дѳйѳм атамаһы йышыраҡ ҡулланыла:

Һары атҡайым тотоп мин бәйләнем

Йәйрәп үҫкән оҙон сауылға.

Ҡола (буланый).Кәүҙәһе ҡыҙғылт-һары, ҡойроҡ-ялы ҡара ат[1]

Ҡыҙыл, ҡара төҫтәр[үҙгәртергә]

Кѳрән, ҡыҙғылт-ҡара (бурый конь). Йылҡылдап торған кѳрән аттарҙы күҙ алдына килтерер ѳсѳн миләүшә сәскәһенә, ҡыҙҙырылған ҡәһүәгә ҡарағыҙ. Был тѳҫтәге йылҡы малын да тѳҫтәре буйынса айыралар: һары кѳрән, сейә кѳрән, ҡыҙыл кѳрән, ҡара кѳрән. Әлбиттә, тѳп атамаһы менән күберәк йѳрѳй.

Ҡыҙыл ғына күндән йүгән тѳйҙѳм,

Килешеп тора кѳрән атыма.

Халыҡтыҡ эстетик зауығы ҡайһылай ҙа аҫыл сағылыш таба ошо бәләкәй генә миҫалда!

Кѳрән атҡайымды бәйләп ҡуйҙым

Күл буйҡайҙарына тирәккә,

—тигән юлдар ҙа («Түңәрәк күл») үҙе бер матур картинаны күҙ алдына баҫтыра.

Ҡыҙыл. Ҡан тѳҫѳн берәүгә лә аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Аттарҙа уның да модификациялары бар: ҡара ҡыҙыл, ҡыҙыл һары, сейә ҡыҙыл, ләкин йырҙарҙа күберәк дѳйѳм атамаһында ҡулланыла:

Ҡыҙыл ғына буйы йылҡыһы—

Ҡыҙыл ғына микән, күк микән? («Ғүмер»).

Ҡара (вороной). Ай-һай ҙа матур, һоҡландырғыс бит ҡара аттар ҡарап тороуға! Уларҙың йылҡылдап торған тиреләрендә шәмәхә, ҡорос һәм бүтән тѳҫтәр ҙә сағылып китә. Шулай итеп, халыҡ ижадында йылҡы малының барлыҡ тѳҫтәре һәм тѳҫ үҙенсәлектәре үҙ атамалары менән сағылыш тапҡан.

Алмасыбар, ала, сыбар (пегий). Ала сыбар ат төҫө[2]

Туры (гнедой). Ҡараһыу ҡыҙыл, ялы, ҡойроғо ҡара[3]

Бүртә (караковый). Ҡара, туры[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Русско-башкирский словарь (под редакцией З.Г.Ураксина, 2005)
  2. Русско-башкирский словарь терминов животноводства (Г.Д.Зайнуллина, 2002)
  3. Русско-башкирский терминологический словарь по физическому воспитанию и спорту (Г.Д.Зайнуллина, 2009)
  4. Русско-башкирский словарь терминов животноводства (Г.Д.Зайнуллина, 2002)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]