Йырсы ҡурҙай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Йырсы ҡурҙай
Йырсы ҡурҙай
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Умыртҡалылар
Отряд: Ҡоштар
Ғаилә: Cettiidae
Ырыу: Cettia
Латинса исеме
C. cetti
Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 181431

Йырсы ҡурҙай (урыҫ. соловьиная широкохвостка) — турғайҙар отрядендәге ҡош.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Турғайҙан бәләкәйерәк. Ҡуйы үлән йәки ҡыуаҡ араһында ергә "яҡын йөрөй, йырлағанда, үләндең осона күтәрелә. Ҡойроғо киң, түңәрәкләнеп тора. һырты ҡыҙғылт көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы һорғолт аҡ, ҡабырғалары һор¬ғолт көрән, ҡаштары аҡ. Башҡа ҡурҙайҙарҙан тауышы һәм киң ҡойроғо менән айырыла.

Тауышы[үҙгәртергә]

Тауышы көслө генә: «тевет-тевет-тевет» йәки ««тис-ис-си».. һайрауы яңғырауыҡлы: «сит-сивит-сивәй-сивәй-сивәйт».

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]

Cettia cetti

һыу буйындағы ҡыуаҡлыҡтарҙа үлән араһында йәшәй. Бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Ерҙә йәки ҡыуаҡ араһында оялай. З—5 бөртөк ҡыҙыл йомортҡаһы була.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

enn:Cetti's Warbler