Йәрмәкәй районы
| Йәрмәкәй районы урыҫ. Ермекеевский район |
|
|---|---|
| Ил | Рәсәй |
| Статус | Муниципаль район |
| Төбәк | Башҡортостан |
| Эске бүленеш | 13 ауыл биләмәһе |
| Административ үҙәге | Йәрмәкәй ауылы |
| Хакимиәт башлығы | Ишмурзина Зуляйха Гамировна |
| Халыҡ һаны | 16563 кеше |
| Халыҡ тығыҙлығы | 12,5 |
| Майҙаны | 1438 км² |
| Сәғәт бүлкәте | MSK +2 |
| Автомобиль коды | 02, 102 |
Йәрмәкәй районы (урыҫ. Ермекеевский район) – Башҡортостандағы муниципаль район.
Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда ойошторолған. Майҙаны 1438 км2. Район үҙәге — Йәрмәкәй ауылы (4,4 мең кеше), Өфөнән 235 км алыҫлыҡта.
Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 22,4; 1989 — 18,2; 1996 — 18,2; 2010 —16,5. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км2-ға 12,4 кеше. Районда 54 ауылы бар. Район территорияһында урынлашҡан Приют ҡасаба (20,6 мең кеше) административ яҡтан Бәләбәй ҡалаһына инә. Күпселекте татарҙар, сыуаштар, башҡорттар тәшкил итә.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Географияһы
Климаты континенталь, уртаса дымлы. Район территорияһынан Ыҡ, Рә, Тарҡаҙы, Ҡыйҙаш йылғалары аға.
Ерҙә һелтеһеҙләнгән һәм карбонатлы ҡара тупраҡ, һоро һәм ҡара һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Район Урал алды дала зонаһына инә һәм далаға тартым. Йүкә, саған, имән, ҡайын, уҫаҡ урмандары райондың 12,3% майҙаны ҡаплай.
Ер аҫты байлыҡтарынан нефть, эзбизташ, ҡом ятҡылыҡтары асыҡланған.
[үҙгәртергә] Иҡтисад
Район иҡтисады ауыл хужалығы йүнәлешендә үҫешкән. Төп тармағы: иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш игеү, һөт-ит мал-ғы һәм һарыҡсылыҡ. Районда “Приют” һәм “Плодосовхоз” ярҙамсы ауыл хужалығы пр-тиелары бар. Районда икмәк комбинаты, кирбес заводы, урман хужалығы, “Агропромхимия” берекмәһе урынлашҡан. Йәрмәкәйҙә һәм Приютта ауыл хужалығы техникаһы йүнәтелә.
[үҙгәртергә] Транспорт
Көньяҡта район территорияһы аша Һамар— Өфө—Силәбе тимер юлы үтә, автомобиль юлдары районды Октябрьский, Бәләбәй, Туймазы, Өфө ҡалалары менән бәйләй.
[үҙгәртергә] Социаль-мәҙәни өлкә
Районда 31 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 8 урта, ПУ, балалар музыка мәктәбе, 26 китапхана, 38 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 3 ауыл участка дауаханаһы эшләй. Урыҫ һәм татар телдәрендә “К новым победам” гәз. нәшер ителә.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Башҡортостан. Ҡыҫҡа энциклопедия. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте. Өфө, 2007.
- Ермекеево, Ермекеевский район Республики Башкортостан
- На сайте Республики Башкортостан
Ҡалып:Йәрмәкәй районы ауылдары
| Башҡортостан райондары |
| Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |