Йәшел тумыртҡа, йәшел туҡран (лат. Picus viridis, урыҫ. Зелёный дятел)— тумыртҡалар ғаиләһендәге ҡош.
Күгәрсендән бәләкәйерәк, һырты-көрәнһыу һарғылт йәшел. Кәүҙәһенең аҫ яғы йәшкелт аҡ. Ҡанаттарының һәм ҡойроғоноң осо аҡ төртөклө ҡара. Ҡорһағында арҡыры һорғолт йәшел һыҙыҡтар бар. Түбәһе һәм суҡышы аҫтындағы һыҙыҡ ҡыҙыл, инә тумыртҡаныҡы ҡара. Буҙ тумыртҡанан йәшел төҫө һәм түбәһе тоташ ҡыҙыл булыуы менән айырыла.
Тауышы көслө: «киәй-киәй-киәй».
Урманда йәшәй. Ағас бөжәктәре, ҡырмыҫҡалар менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош, һирәк осрай. Ағас ҡыуыштарында оялай. 5—9 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерһә, ҡырмыҫҡаны, уның күкәйҙәрен ашап, зыян итә.