Кабель

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
150 1 CFBRAID (Small).JPG

Кабель (голл. kabel — канат, трос) — герметик көплөк эсендә бер йәки бер нисә изоляцияланған үткәргесе булған электротехник изделие.

Электр тапшырыу кабеле (юғары вольтлы электр энергияһы тапшырыу линияларында электр энергияһын тапшырыу өсөн, сәнәғәт пр‑тиеларын, транспортты һәм коммуналь объекттарҙы, судноларҙың, осоу аппараттарының һ.б. электр йыһаздарын электр м‑н тәьмин итеү өсөн) һәм элемтә кабеле (ҡала-ара, ҡала һәм ауыл элемтә селтәрҙәрендә, радиобәйләнеш, радиолокация, идара итеү системаларында, төрлө радиотехник һәм электрон ҡоролмаларҙа һ.б. мәғлүмәтте электр сигналдары ярҙамында тапшырыу өсөн) айырыла. Айырым төркөмдө сүсле-оптик элемтә кабель тәшкил итә. Үткәреү һәм файҙаланыу шарттарына бәйле ер аҫты, һыу аҫты кабеле айырыла.

Башҡортостанда 1941 йылдан алып кабель «Уфимкабель» ААЙ сығара: 1971 й. башлап радио йышлыҡлы, монтаж, 90‑сы йылдар — электр тапшырыу (контроль, автотрактор К. һ.б.), элемтә (телефон, бүлеү, монтаж, коммутация, микрофон К. һ.б.), 2004 йыл — сейсмик кабель һ.б. 80‑се йылдарҙа. «Солитон» ҒТИ‑нда сүсле-оптик элемтә кабеле тәжрибә өлгөләрен сығарыу буйынса эштәр үткәрелә ( Сүсле-оптик элемтә линияһы).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Кабель // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (урыҫ.)
  • Бачелис Д. С., Белоруссов Н. И., Саакян А. Е. Электрические кабели, провода и шнуры. Справочник — М.: Энергия, 1971.
  • Р. Лакерник, Д. Шарле. От меди к стеклу // Наука и жизнь. — 1986. — В. 08. — С. 50-54, 2-3 стр. цветной вкладки.
  • Смелков Г. И. Пожарная безопасность электропроводок — М.: ООО «Кабель», 2009.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]