Капитан (хәрби дәрәжә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Капитан

Капита́н (Ҡалып:Lang-latelat — хәрби начальник, лат. caput — баш) — өлкән лейтенанттан юғары офицер дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше[1]; бик күп илдәрҙең армия, авиация һәм флотында офицер составындағы хәрби звание.

Хәрби дәрәжәләр
Кесерәк дәрәжә:
Өлкән лейтенант


Капитан
Юғарыраҡ дәрәжә:
Майор

Беренсе тапҡыр капитан чины Урта быуаттарҙа Францияла барлыҡҡа килә. Капитан тип хәрби округ начальниктарын атайҙар. 1558 йылдан рота командирҙары капитан чинында була.

Рәсәйҙә XVI быуатта рота командиры дәрәжәһендәге сит ил офицерҙарына капитан хәрби дәрәжәһе бирелә. СССР Ҡораллы Көстәрендә капитан званиеһы 1935 йылдың 22 сентябрендә раҫлана. Капитан — Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төрөндәге Ҡораллы Көстәрендәге кесе офицер званиеһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]