Карауанһарай (төркөм)
Википедия – ирекле энциклопедия
Каруанһарай — башҡорт музыкаль эстрада—фольклор төкөмө тәүге тапҡыр 1990 йылдың 6 мартында Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҙур залында сығыш яһай. Был төркөмдө төҙөү фекерен әле ике йыл элек үк институттың фольклор бүлегендә уҡыган Вилдан Яруллин, Артур Туҡтағоловтар күтәреп сыға. Һуңынан уларға Мәхмүт Нәҙершин, Әмир Тойғонов, Рәсүл Ҡарабулатов, Ғилман Ҡашҡаровтар ҡушыла.
«Каруанһарай»ҙың тәүге ҙур концерты 1991 йылда «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында үтә. Шул уҡ йылда ул Грозный ҡалаһында Бөтә Рәсәй йәштәр эстрада төркөмдәре конкурсында лауреат исеменә лайыҡ була.
1992 йыл Алматыла «Азия тауышы» фестивалендә төркөм дипломант булды.
1994 йылда төркөм Төркиәлә үткән Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнаша. Гастрольдәрҙә Силәбе, Пермь, Төмән, Ырымбур өлкәләрендә, Татрстан һәм Чечен республикаларында була.
1995 йылдан башлап ансабль Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй.