Карнак

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Координаталары: 25°43′07″ т. к. 32°39′27″ кс. о. / 25.718611° т. к. 32.6575° кс. о. (G) (O)

Карнак комплексы. 1914 йылғы фото

Карнак һарайы комплексы — ғәҙәттә Карнак тип атала — Мысырҙың Луксор ҡалаһынан йыраҡ булмаған, төрлө дәүерҙә төҙөлгән һәм төрлө ҙурлыҡтағы һарайҙар, ғибәҙәтханалар, пилондар һәм башҡа төҙөлөштәрҙән торған дәү комплекс. Комплекстың исеме Луксорҙан 2,5 километр йыраҡлыҡта урынлашҡан хәҙерге Әл-Карнак ауылынан алынған. Карнак һарайы Боронғо Мысырҙа Ипет-Исут («Иң изге урын») тип аталған һәм мең ярым йыл дауамында Мысыр дәүләтенең төп табыныу урыны булған. Ул дүрт ҙур өлөштән тороп, Фива ҡалаһының өс төп Аллаһы — ҡояш Аллаһы Амон-Ра, уның ҡатыны алиһә-әсә Мут һәм улдары Хонсуға бағышланған.

Тасуирлау[үҙгәртергә]

Һарайға ингән юлдағы һарыҡ башлы сфинкстар аллеяһы

Хәҙерге көндәрҙә Карнак һарайы исеме аҫтында билдәле Ипет-Исут, «Иң изге урын», — асыҡ һауала урынлашҡан дәү музей, донъялағы иң ҙур дини табыныу урыны. Ул, бәлки, Ҡәһир эргәһендәге Гиза пирамидаларынан һуң Мысырҙа икенсе иң йыш йөрөлгән тарихи урындыр.

Карнак тарихы — тулыһынса тиерлек Фива һәм уның Мысыр мәҙәниәтендәге роленең үҙгәреүе тарихы. Утыҙлап фирғәүен төҙөлөштәргә үҙ өлөшөн индереп, уны башҡа бер ҡайҙа ла осрамаған кимәлгә ҙурайтҡан, ҡатмарлаштырған, төрләндергән.

Карнак комплексы дүрт төп өлөштән тора. Туристар башлыса уның иң ҙур өлөшөн — Амон-Ра биләмәһен генә күрә ала, шуға ла Карнак һарайын ғәҙәттә тап ошо биләмә тип кенә аңлайҙар. Ҡалған өс өлөшө — Мут биләмәһе, Монту биләмәһе һәм тулыһынса емерелгән Амонхотеп IV һарайы — туристар өсөн ябыҡ. Карнак һарайынан Луксор һарайына табан сфинкстар аллеяһы илтә. Шулай уҡ көнсығыштан Амон-Ра һарайына кергән юлда ике яҡлап арыҫлан кәүҙәле һәм һарыҡ башлы (Амон аллаһының изге хайуаны) сфинкстар теҙелгән.

Амон-ра биләмәһе[үҙгәртергә]

Амон-Ра биләмәһенең макеты

Фива ҡалаһы Ун беренсе династия дәүеренә тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булмаған, һәм ғибәҙәтханалары сағыштырмаса бәләкәй булып, Фиваның тәүге аллаһы Монтуға бағышланған. Карнак һарайы урынында табылған, Амон аллаһы телгә алынған иң боронғо төҙөлөш Ун беренсе династия дәүеренә ҡарай. Мысыр гискостар баҫҡынлығынан һуң Фива батшалары хакимлығы аҫтында берләшкәс, Амон (мысыр теленән тәржемә иткәндә, «йәшерен» йәки «йәшерен алла») аллаһының ҡеүәте үҫә бара, ул әкренләп Боронғо Мысырҙың Гелиополь ҡалаһының ҡояш аллаһы Ра менән ҡушыла һәм Амон-Ра аллаһына әйләнә.

Карнакта һаҡланған иң боронғо төҙөлөш — ул Ун икенсе династия фирғәүене Сенусерт I-нең «Аҡ ғибәҙәтханаһы». Шулай ҙа бындағы төп төҙөлөш эштәре Боронғо Мысырҙың үҫеше осоронда — Яңы батшалыҡ дәүерендә, бигерәк тә Ун һигеҙенсе династия хакимлығы дәүерендә айырыуса әүҙем бара. Был династияның һәр фирғәүене лә тиерлек һарайға яңы һәйкәлдәр өҫтәй.

Тутмос I хакимлығы ваҡытында бында данлыҡлы архитектор Инени етәкселегендә ҙур төҙөлөш йәйелдерелә — Ун исенсе династиянан ҡалған һәйкәлдәр диуарҙар менән уратып алына, өҫтө ҡырҡып алынған пирамида рәүешендәге ҙур ҡәлғәгә оҡшаған ике ҙур ҡапҡа (пилон) — Дүртенсе һәм Бишенсе пилондар төҙөлә, Дүртенсе пилон алдында 23 метр бейеклегендә ҡыҙыл граниттан ике обелиск күтәрелә. Обелискыларҙың береһе әлеге көндәрҙә лә иҫән.

Тутмос I-нең ҡыҙы Хатшепсут хакимлығы ваҡытында ҡыҙыл һәм ҡара граниттан «Ҡыҙыл ғибәҙәтхана» төҙөлә, һуңынан ул Аменхотеп III тарафынан һүтелеп, таштары төҙөлөш материалдары булараҡ башҡа һәйкәлдәрҙе күтәргәндә ҡулланыла.

Хатшепсут шулай уҡ ҡыҙыл граниттан 30 метр бейеклегендәге игеҙәк обелискылар ҡуйҙырта. Уларҙың береһе һаман урынында тора, ул әлеге көндәргә тиклем тере ҡалған боронғо обелискылар араһында Ер йөҙөндә иң бейеге. Икенсеһе иһә икегә бүленеп, ҡолаған. Хатшепсуттың вариҫы Тутмос III хакимлығы осоронда ул төҙөгән һәйкәлдәрҙең күбеһе юҡ ителә, исеме яҙмаларҙан юйыла, обелсикылары диуарҙар менән ҡаплана.

Карнактың Батшалар исемлеге

Тутмос III Амон һарайын тулыһынса тиерлек үҙгәртә, яңы ғибәҙәтханалар, пилондар, обелискылар төҙөтә. Фирғәүендең хакимлығы юбилейы хөрмәтенә бында Ах-Мену — «Һәйкәлдәре менән хозур», хәҙер Тутмос III-нөң Тантана залы исеме аҫтында билдәле һарай төҙөлә. Был залда Карнактың Батшалар исемлеге — Тутмос III һәм унан алда хаким иткән фирғәүендәрҙең исеме уйылған. Эргәһендә данлыҡлы «Ботаник баҡса» — Тутмос III яулап алған илдәрҙән килтерелгән хайуандар һәм үҫемлектәр һүрәтләнгән зал төҙөлә. Амон биләмәһенең үҙәк өлөшөндә «Йылъяҙмалар залы» төҙөлә, был залдың диуарҙарында фирғәүен алып барған яуҙарҙың шаһиты булған йылъяҙмасы Чанини тарафынан яҙылған яу тарихтары бәйән ителә. Амон һарайынан төньяҡтараҡ Тутмос III Мемфис ҡалаһының өс төп аллаһы — Птах, уның ҡатыны Сехмет һәм улдары Нефертумға бағышланған һарай — Птах һарайы төҙөтә. Был һарай һуңынан Птолемей дәүере фирғәүендәре тарафынан ҙурайтыла.

Аменхотеп III биләмәгә тағы бер пилон — Өсөнсө пилонды өҫтәй. Уны һалған ваҡытында ул ҡайһы бер элеккерәк һәйкәлдәрҙе һүтеп, алынған таштарҙы төҙөлөш материалдары булараҡ ҡуллана. Хәҙерге ваҡытта һүтелгән төҙөлөштәр египтологтар тарафынан тергеҙелгән һәм ҡайһы бер һәйкәлдәр, шул иҫәптән Сенурсеттың «Аҡ ғибәҙәтханаһы» һәм Хатшепсуттың «Ҡыҙыл ғибәҙәтханаһы» яңынан һалынған.

Аменхотеп III шулай уҡ биләмәнең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Хонсу ғәбәҙәтханаһына нигеҙ һала, был төҙөлөштө артабан Рамзес III һәм IV дауам итә.

Аменхотеп IV дәүерендә үткәрелгән дини реформанан һуң, баш ҡала ҡыҫҡа ваҡытҡа Ахетатонға күсә, һәм Карнакта төҙөлөштәр туҡтап тора. Аменхотеп IV-нең вариҫтары иһә Амонға бағышлап һәйкәлдәр күтәреүҙе ҡабат тергеҙә. Хоремхеб, Ун һигеҙенсе династияның һуңғы фирғәүене, һарайға Икенсе пилон һәм Луксорға һарайына илткән күсәр буйынса Туғыҙынсы һәм Унынсы пилондар өҫтәй, бының өсөн ул Аменхотеп IV төҙөгән Атон ғибәҙәтханаһын һүтеп, алынған таштарын ҡуллана.

Бөйөк Гипостиль залы колонналары

Ун туғыҙынсы династия дәүерендә Карнактың иң данлыҡлы өлөшө — Бөйөк Гипостиль залы төҙөлә. Төп төҙөлөш эштәре Сети I һәм Рамзес II хакимлығы осоронда башҡарылған булһа ла, шулай уҡ Ун һигеҙенсе династия дәүерендә башланған булыуы мөмкин. Залды колонналар урманы тип атау ғына аҙ — яҡынса 5000 км2 тәшкил иткән майҙанда 16 рәт буйлап 134 мөһабәт колонна теҙелгән. Уларҙың 122-һенең бейеклеге — 10 метр, урта рәттәрҙәге 12-һенеке — 21 метр, диаметрҙары өс метрҙан ҙурыраҡ.

Залдың диуарҙарына һәм колонналарға төрлө яҙмалар, рәсемдәр уйылған. Төньяҡ диуарҙарын Сети I үҙенең яҙмалары менән биҙәгән, көньяҡ диуарҙарына иһә Рамзес II үҙенең яҙмаларын ҡалдырған. Уларҙан һуңғы фирғәүендәр, шул иҫәптән Рамзес III, Рамзес IV һәм Рамзес VI диуарҙарҙа һәм колонналарҙа буш ҡалған урындарға яҙмалар өҫтәгәндәр. Тышҡы яҡтан диуарҙарға төрлө яу күренештәре уйылған — төньяҡ диуарҙарҙа Сети I-нең Сүриә, Фәләстан һәм Ливиялағы яу батырлыҡтары һүрәтләнгән, көньяҡ диуарҙарҙа иһә — Рамзес II-нең Фәләстандағы яуҙары төшөрөлгән.

Рамзес II-нең вариҫы Мернептах Луксор һарайына табан илткән тантаналы юлдағы беренсе залдың көнсығыш диуарҙарына ливийлылар һәм диңгеҙ халҡы менән алып барылған еңеүле яуҙары тарихын мәңгеләштерә, был яҙмалар хәҙер Бөйөк тантаналы яҙма исеме аҫтында билдәле. Мернептахтың улы Сети II тәүге залда, икенсе пилон алдында Фиваның өс төп аллаһы Амон, Мут һәм Хонсуға бағышланған ғибәҙәтхана төҙөтә.

Ун туғыҙынсы династияның һуңғы фирғәүендәре копмлексты киңәйтеүгә аҙ өлөш индерә. Яңы батшалыҡ дәүеренең аҙағына Мысыр дәүләтенең ҡеүәте кәмей бара, бының менән бергә бөтә Фивала төҙөлөш тә кәмей.

Амон-Ра биләмәһендә киң үҙгәртеүҙәрҙе һуңғыларҙан булып Нектанеб I, Утыҙыҙынсы династияның беренсе фирғәүене йәйелдерә — ул бөтә биләмәне ҡамап тороусы оло диуарҙар күтәрә һәм хәҙерге ваҡытта биләмәгә кереү урыны булып хеҙмәт иткән Беренсе пилонды өҫтәй. Беренсе пилон тамамланмай ҡала.

Мысырҙы Бөйөк Искәндәр яулағандан һуң, Птолемей династияһы Карнакта яңы һәйкәлдәр күтәреүҙе дауам итә. Был осорҙағы иң әһәмиәтле төҙөлөш — ул Птолемей VIII Эвергет II тарафынан һалынған Опет ғибәҙәтханаһы.

Мут биләмәһе[үҙгәртергә]

Мут биләмәһендәге Сехмет һәйкәлдәренең береһе

Амон-Ра комплексының көньяғында урынлашҡан был биләмә алиһә-әсә Мутҡа бағышланған. Мут (Боронғо Мысыр телендә «әсә» һүҙен аңлата) — Фива ҡалаһының өс төп аллаһының береһе, һауа аллаһы, әсәлекте ҡурсалаусы, Ун һигеҙенсе династия хакимлығы осоронда, Фива ҡалаһы үҫеше мәлендә Амондың ҡатыны тип таныла башлай.

Мут биләмәһендә ярым ай формаһындағы изге Ишеру күле урынлашҡан, шуға ҡайһы берҙә был алиһәне Ишеру күле хакимәһе тип тә атайҙар. Күл буйында — Мут ғибәҙәтханаһы. Был ғибәҙәтхана Урта Батшалыҡ осоронда уҡ һалынған булырға тейеш. Хатшепсуттың хакимлығы дәүерендә иһә ул ҡабаттан тергеҙелә. Артабан төҙөлөштәрҙе Аменхотеп III дауам итә, уның бойороғо буйынса бында йөҙләгән арыҫлан башлы Сехмет алиһәһенең һәйкәле ҡуйыла.

Биләмәнең төньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә Хонсупахеред ғибәҙәтханаһы урынлашҡан, көнбайышында — Тутмос III һалдырған ғибәҙәтхана.

Әлеге ваҡытта был биләмә туристар өсөн ябыҡ.

Монту биләмәһе[үҙгәртергә]

Амон-Ра биләмәһенән төньяҡтараҡ һуғыш аллаһы Монту биләмәһе урынлашҡан. Был биләмәнең һәйкәлдәре бик насар һаҡланған һәм, Мут биләмәһе кеүек үк, ул туристар өсөн ябыҡ.

Биләмәнең төп һарайы — Монту ғибәҙәтханаһы Аменхотеп III осоронда Урта батшалыҡ дәүерененең элекке төҙөлөштәре урынында һалына башлай. Биләмә алдына Птолемей III Эвергет һәм Птолемей IV Филопатор осоронда Баб әл-Абд исеме аҫтында билдәле ҙур ҡапҡа һалына.

Монту ғибәҙәтханаһы янында Маат һәм Харпер ғибәҙәтханалары урынлашҡан.

Аменхотеп IV һарайы[үҙгәртергә]

Эхнатондың Гем-па-Атон ғибәҙәтханаһы урынында табылған һәйкәле

Амон-Ра биләмәһенән көнсығыштараҡ урынлашҡан был һарай Атон — ҡояш дискы аллаһына бағышланған. Аменхотеп IV (Эхнатон) үҙенең данлыҡлы дини реформаһы ваҡытында бөтә Мысырҙа нәҡ ошо аллаға табыныуҙы керетә. Һарайҙың төп ғибәҙәтханаһы Гем-па-Атон — «Ҡояш Дискы табылған» исемен йөрөтә. Бынан тыш, бында Хут-бенбен — «Бенбен ташы һарайы», Руд-мену-эн-Атон-эр-нехех — «Мәңгелек Ҡояш Дискының һәйкәлдәре ныҡлы», шулай уҡ Тени-мену-эн-Атон-эр-нехех — «Мәңгелек ҡояш дискының һәйкәлдәре бейек» ғибәҙәтханалары урынлашҡан булған.

Батшаның үлеменән һуң күп тә үтмәй, Мысырҙағы хакимлыҡ ҡайтанан Амон-Ра руханиҙары ҡулына күсә, Эхнатон һәм Атон исеме менән бәйле барлыҡ һәйкәлдәр, шул иҫәптән, Карнактағы был һарай ҙа юҡ ителә. Емерелгән һарайҙан алынған материалдар башҡа төҙөлөштәрҙә ҡулланыла.

Галерея[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 87
рус.англ.фр.