Кейеҙ баҫыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Кейеҙ баҫыу күренеше

Кейеҙ — Һарыҡ йөнөнән йәйеп баҫылған ҡаралды әйбере[1]. Кейеҙ баҫыубашҡорттарҙа урыны менән кустарь кәсепкә әйләнгән традицион шөғөл.

Эшләү ысулы[үҙгәртергә]

Кейеҙ баҫыу өсөн һарыҡ һәм дөйә йөнө файҙаланылған, унан аҡ, һоро, ала һәм ҡара кейеҙ баҫылған. Уның өсөн, башлыса йәй мәленә тура килтереп, өмә үткәргәндәр. Йөндө септә йәки тирегә таратып һалғас, ян менән теткәндәр йәки муйыл, тал сыбығы менән һуҡҡандар. Ошо рәүешле әҙерләп бөткәс, йөндө бер тигеҙ ҡалынлыҡта септә йәки балаҫ өҫтөнә йәйгәндәр һәм, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, төрөп бәйләгәндәр һәм тәгәрәткәндәр. Кейеҙ бер тигеҙ ҡалынлыҡта булһын өсөн, төргәкте даими рәүештә һүтеп, йөндө яңынан һыулағандан һуң икенсе башынан төрөп, тағы ла тәгәрәткәндәр. Кейеҙ тәгәрәтеүҙең бер нисә ысулы билдәле: ҡаты ерҙә тәгәрәтеп, аяҡ менән тапау, тубыҡланған килеш ҡул менән баҫыу. Кейеҙҙе ҙур итеп баҫҡанда йөндө бүрәнәгә урағандар һәм, ике яҡ башына элмәктәр яһап, атҡа бәйләгәндәр һәм һөйрәтеп йөрөткәндәр. «Кейеҙ тартыу» ҙа ҡулланылған: төргәкте бау менән бер нисә урындан ҡыҫып бәйләгәндән һуң ике яҡ осонан тотоп, бер яҡтан икенсе яҡҡа тартҡандар. Кейеҙ әҙер булғас, ағын һыуҙа йыуып, киптергәндәр. Кейеҙҙе тирмә йәки башҡа төрлө ваҡытлыса торлаҡты ябыу, эйәр, ҡамыт-дуға, серге яһау ( ат егеү кәрәк-ярағы) өсөн файҙаланғандар. Шулай уҡ кейеҙҙән баш (бүрек, ҡолаҡсын) һәм аяҡ (ҡата, сарыҡ) кейеме теккәндәр.

Ҡулланыу[үҙгәртергә]

Традицион интерьерҙы биҙәгәндә кейеҙ ҙур урын биләгән: уны һикегә, иҙәнгә түшәү, стенаны йылытыу өсөн ҡулланғандар. Кейеҙҙе биҙәү өсөн йөндө кәрәкле формала әүәләп, төп ҡатлам өҫтөнә һалғандар; тәбиғи аҡ һәм ҡара төҫтәрҙе файҙаланғандар. Аппликация, сигеү ҙә ҡулланылған. Геометрик фигуралар (зигзаг, ромб, өсмөйөш, квадрат, түңәрәк, кәкре һыҙыҡ һ.б.) һәм сәскә-үҫемлек биҙәктәре (Нәфис кейеҙ сәнғәте) төшөрөлгән. Башҡортостандың көньяғында һәм көнсығыш Урал аръяғында әҙер кейеҙҙе биҙәүҙең бер төрө булып уны сигелгән туҡыма, ҡорама киҫәге, аппликациялы буҫтау менән тышлау һаналған. Көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш башҡорттарҙа кейеҙ бай биҙәлеше менән айырылып торған. Ҡупшы биҙәлгән кейеҙ туй йолаларында айырым урын биләгән, бирнә итеп бирелгән. Көнсығыш Урал аръяғында, көньяҡ һәм көнсығыш Башҡортостанда «Кейеҙгә баҫтырыу» йолаһы таралған була: кәләш кейәү йортона килгәндә, аттан төшөү менән аҡ кейеҙгә аяҡ баҫҡан. «Кейеҙгә ултыртыу», «Килен урынын күрһәтеү» ошо уҡ йоланың төрҙәре һанала. Кейәүҙең әсәһе киленен йортҡа индереп, аҡ кейеҙ түшәлгән һикегә ултыртҡан һәм бүләккә бәрәсле һарыҡ вәғәҙә иткән. Был йолалар киленде ғаиләгә, ырыуға ҡабул итеүҙе, именлек һәм бәхет теләүҙе кәүҙәләндергән. Аҡ кейеҙ үҙе үк һаҡлау бурысын үтәгән. Кейеҙ хужалыҡта һарыҡсылыҡ ҙур урын тотҡан райондарҙа, башлыса Көнсығыш Урал аръяғы һәм Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығыш райондарында киң таралған күренеш булған. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән Ҡаҙағстан, Үҙәк һәм Урта Азия халыҡтарында, шул иҫәптән ҡаҙаҡтарҙа, ҡалмыҡтарҙа, ҡырғыҙҙарҙа һ.б. үҫешкән була.

Фотогалерея[үҙгәртергә]

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)