Керелдәк сарлаҡ
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
| Керелдәк сарлаҡ | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Gelochelidon nilotica Gmelin, 1789 | ||||||||||||||
|
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 144234 |
Керелдәк сарлаҡ (Чайконосая крачка) (Gelochelidon nilotica) Керелдәк сарлаҡ
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Күгәрсен ҙурлығында. Һырты күкһел һоро, ҡорһаҡ яғы һорғолт аҡ, башында елкәһенә төшөп торған бүрке бар. Ҡыҫҡа суҡышлы, аяҡтары ҡара. Беҙҙең яҡтағы башҡа сарлаҡтарҙан ҡара аяҡтары һәм тауышы менән айырыла. Тауышы яғымлы ғына: "ке-иек", ҡурҡҡанда йәки тынысһыҙланғанда: крррек-кррррек".
[үҙгәртергә] Тереклек итеүе
Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Башлыса ҡомло утрауҙарҙа, аулаҡ урындарҙа оялай.
[үҙгәртергә] Туҡланыуы
Һыуҙан алыҫта, яландарҙа, далаларҙа туҡлана, күпләп бөжәктәрҙе, бигерәк тә сиңерткәләрҙе ҡыра, һирәкләп балыҡ та ашай. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә.
[үҙгәртергә] Үрсеүе
Көрән таплы һарғылт ҡабыҡлы 3 бөртөк йомортҡаһы була.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. Өфө, 1986 йыл Өфө, 50-се бит.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- http://birds.krasu.ru/index.php?f=species&ids=188 Птицы Средней Сибири