Керелдәк сөрәгәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Керелдәк сөрәгәй
Ата ҡош
Ата ҡош
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Anas querquedula (Linnaeus), 1758)

Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 100600460
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   175093
NCBI   75856
EOL   1048957

Керелдәк сөрәгәй (урыҫ. чирок-трескунок, лат. Anas querquedula)—— өйрәктәр ғаиләһендәге ҡош.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Сөрәгәй, сүрәгәй, сөрәкә өйрәк. Йорт өйрәгенән бәләкәйерәк. Яңғыҙ, парлашып, күмәкләшеп йөрөйҙәр. Яҙғыһын ата өйрәктең башы ерәнһыу көрән, күҙе аша киң генә ҡара һыҙыҡ үтә. Түше, һырты, ҡанаттары ҡара сыбарлы ҡуйы көрән. Ҡабырғалары көрән һыҙыҡлы һоро. Ҡойроғо, ҡанаттарыньщ осо ҡара. Йәйге һәм көҙгө ата өйрәктең, инә ҡоштарҙыҡы һымаҡ, һырты, ҡара буй һыҙыҡлы көрән, ҡорһаҡ яғы ҡара таплы аҡһыл һоро. һыҙғыраҡ сөрәгәйҙән һоро төҫтәге ялтыр көҙгөһө менән айырыла.

Инә ҡоштар

Tауышы[үҙгәртергә]

Ата ҡош керелдәй: «крерр-крерр», инә өйрәк яңғырауыҡлы быжҡылдай.


Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]

Үҫемлектәргә бай йылға һәм күлдәрҙә йәшәй. Башлыса төрлө һыу бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ояһы ерҙә. 8—10 бөртөк һарғылт аҡ йомортҡаһы була. Ите әсән аулайҙар.

Керелдәк сөрәгәйҙәр Һиндостанда ҡышлауҙа
Битинияла - ҡусҡарҙар керелдәк сөрәгәйҙәрҙең яратҡан аҙығы
Ата һәм инә ҡоштар


Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Дементьев, Г. П., Гладков Н. А. Птицы Советского Союза — Советская наука, 1953. — Т. 4. — С. 451—461. — 635 с.
  • Иванов А. И., Козлова Е. В., Портенко Л. А., Тугаринов А. Я. Птицы СССР — М.: Издательство Академии наук СССР, 1951. — Т. 1. — С. 126-127.