Килограмм

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Килограмм
кг, kg
Дәүмәл

Масса

Система

СИ

Эталон

бар

Төп

примечание

СИ ҡушылмаһын карағыҙ

Халыҡ-ара килограмм өлгөһөнең компьютер һүрәте . Өлгө 90 % ағалтын и 10 % иридийҙан торған иретмәнән түңәрәгенең арҡыры оҙонлоғо һәм бейеклеге 39.17 мм булған цилиндрҙан тора.Халыҡ ара килограмм өлгөһө (эталон) Париж йәнәшәһендәге Севр ҡалаһында урынлашҡан Халыҡ ара Үлсәм һәм үлсәүҙәр бюроһында һаҡлана.

Килогра́мм (башҡортса яҙылышы: кг ; халыҡ ара: kg ) — ауырлыҡты үлсәү берәмеге, Халыҡ-ара берәмектәр системаһына (СИ) ҡараған төп ете берәмектең береһе.

Ғәмәлдәге килограмм төшөнсәһе Үлсәм һәм үлсәүҙәр буйынса 3-сө Генераль конференция ҡарары нигеҙендә 1901 йылда ҡабул ителгән һәм түбәндәгесә билдәләнә[1][2]:

Килограмм ауырлыҡ берәмеге була, ауырлығы халыҡ ара килограмм өлгөһөнә тигеҙ.

Халыҡ-ара килограмм өлгөһө (эталон) Париж йәнәшәһендәге Севр ҡалаһында урынлашҡан Халыҡ ара Үлсәм һәм үлсәүҙәр бюроһында һаҡлана. Түңәрәгенең арҡыры оҙонлоғо һәм бейеклеге 39.17 мм булған ағалтын һәм иридий иретмәһенән (90 % ағалтын, 10 % иридия) ҡойолған цилиндр эталон булып тора. Башта килограмм ауырлығы итеп 4 °C температурала һәм дингеҙ кимәлендәгә үрнәк атмосфера баҫымында булған бер куб дециметр (литр) таҙа һыу билдәләнгән.

Ҡабат һәм өлөш берәмектәр[үҙгәртергә]

Тарихи сәбәптәр арҡаһында «килограмм» атамаһы унарлы үлсәү берәмеге булған «кило» ҡушылмаһы менән бирелә. Шуға күрә ҡабат һәм өлөш берәмектәр «грамм» һүҙенә СИ ҡушылмалары өҫтәлеп төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта «грамм» үҙе СИ системаһында өлөш берәмек булып тора.

Мегаграмм (1000 кг) урынына башлыса «тонна» берәмеге ҡулланыла.

Атом бомбалары ҡеүәтен тротил эквивалентында билдәләү өсөн гигаграмм урынына килотонна, ә тераграмм урынына мегатонна ҡулланыла.

Ҡабатлы Өлөшлө
дәүмәл исеме билдә величина название билдә
101 г декаграмм даг dag 10−1 г дециграмм дг dg
102 г гектограмм гг hg 10−2 г сантиграмм сг cg
103 г килограмм кг kg 10−3 г миллиграмм мг mg
106 г мегаграмм Мг Mg 10−6 г микрограмм мкг µg
109 г гигаграмм Гг Gg 10−9 г нанограмм нг ng
1012 г тераграмм Тг Tg 10−12 г пикограмм пг pg
1015 г петаграмм Пг Pg 10−15 г фемтограмм фг fg
1018 г эксаграмм Эг Eg 10−18 г аттограмм аг ag
1021 г зеттаграмм Зг Zg 10−21 г зептограмм зг zg
1024 г йоттаграмм Иг Yg 10−24 г йоктограмм иг yg
     применять не рекомендуется      не применяются или редко применяются на практике

Килограмм өлөгөһө[үҙгәртергә]

1 кг өлгө күсермәһе, АҠШ-та һаҡланы.
Өлгө күсермәһенең ауырлығы үҙгәреү күренеше

Әлеге ваҡытта килограмм кеше эшләгән әйбер, ағалтын һәм иридий иретмәһенән торған өлгө, менән билдәләнгән берҙән бер Си берәмеге. Башҡа бөтә берәмектәр төп физик үҙенсәлектәргә һәм ҡанундарға нигеҙләнеп билдәләнә.

XVIII быуатта метрлы үлсәүҙәр системаһын төҙөгәндә килограмм итеп 4 °C температураһында булған 1 дм³ таҙа һыу ауырлығы алынған. Был температурала һыу иң ҙур тығыҙлыҡ сифатына эйә. 1799 йылда килограмм өлгөһө итеп ағалтын гер эшләнә, әммә уның ауырлығы 1 дм³ һыу ауырлығынан 0,028 г күберәк була.

Ғәмәлдәге өлгә 1889 йылда түңәрәгенең арҡыры оҙонлоғо һәм бейеклеге 39.17 мм булған ағалтын һәм иридий иретмәһенән ҡойолған цилиндр итеп эшләнелә[3]. Шул ваҡыттан бирле өлгө Халыҡ ара Үлсәм һәм үлсәүҙәр бюроһында һауа үтмәҫлек өс ҡат быяла ҡалпаҡ аҫтында һаҡлана. Шулай уҡ халыҡ ара өлөгөнөң теүәл рәсми күсермәләре эшләнә, артабан улар милли килограмм өлгөһе итеп ҡулланыла. Бөтәһе 80-дән ашыу күсермә эшләнгән. Уларҙың икәүһе Рәсәй[3] бирелгән һәм Менделев исемендәге Бөтә Рәсәй метрология ғилми эҙләнеүҙәр институтында һаҡлана. Яҡынса 10 йылға бер тапҡыр милли килограмм өлгөһе халыҡ ара өлөгө менән сағыштырыла. Был сағыштырыуҙар милли өлгөләрҙең теүәллеге 2 мкг тирәһе булыуын күрһәтә. Һаҡлау шарттары бер төрлө булыуы халыҡ ара өлөгөнең теүәллеген шик аҫтына ала. Төрлө сәбәптәр арҡаһында йөҙ йыл эсендә халыҡ ара өлгө 3·10−8 ауырлығын юғалтҡан. Әммә, билдәләмә буйынса халыҡ ара өлөгөнең ауырлығы бер килограммға тигеҙ. Шуға күрә өлөгөнең хаҡ ауырлығы үҙгәреүе килограмм дәүмәле үҙгәреүенә килтерә.

Был етешһеҙлектән ҡотолоу маҡсатында 1999 йылда үткән Үлсәм һәм үлсәүҙәр буйынса 21-сө Генераль конференция ҡарарында милли лабораторияларға ауырлыҡ берәмеген төп физик үҙенсәлеккә йәки үҙгәрмәй торған атом берәмегенә бәйләп камиллаштырырға һәм киләсәктә килограмм төшөнсәһенең билдәләмәһен яңыртырға тәҡдим итәлә[4]. Шунан һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер халыҡ ара ойошмалар килограмм төшөнсәһенең билдәләмәһен яңыртыу буйынса тәҡдимдәр әҙерәләү эше менән булды[5].

Киләсәк[үҙгәртергә]

2011 йылда үткән Үлсәм һәм үлсәүҙәр буйынса 24-сө Генераль конференция киләсәк Халыҡ ара берәмектәр системаһын (СИ) яңынан ҡарау ваҡытында төп берәмектәр билдәләмәһе төп физик үҙенсәлеккә йәки үҙгәрмәй торған атом берәмегенә бәйле итеп үҙгертергә тип ҡарар[6] итә.

Күҙалланыуынса Планк даими дәүмәлh 6,626 06X·10−34 Джc точно [7] буласаҡ. Ул саҡта ғәмәлдәге килограмм билдәләмәһе үҙгәртеләсәк. Килограмм ауырлыҡ берәмеге булып ҡаласаҡ, әммә уның дәүмәле СИ берәмеге м2·кг·с−1 аталған 6,626 06X·10−34 һанына тигеҙ Планк даими дәүмәленә бәйле булсаҡ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. ГОСТ 8.417-2002. Государственная система обеспечения единства измерений. Единицы величин.
  2. Определение килограмма на сайте Международного бюро мер и весов
  3. Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; .D0.91.D0.A1.D0.AD төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  4. The definition of the kilogram Resolution 7 of the 21st meeting of the CGPM (1999)
  5. Каршенбойм С. Г. О переопределении килограмма и ампера в терминах фундаментальных физических констант // УФН. — 2006. — Т. 176. — № 9. — С. 975-982.
  6. On the possible future revision of the International System of Units, the SI. Resolution 1 of the 24th meeting of the CGPM (2011).
  7. Здесь Х заменяет одну или более значащих цифр, которые будут определены в окончательном релизе на основании наиболее точных рекомендаций CODATA

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

  • Килограмм-көс

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Смирнова Н. А. Единицы измерений массы и веса в Международной системе единиц — М, 1966.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Ҡалып:Викисловарь

Ҡалып:Единицы СИ Ҡалып:Приставки СИ