Кирәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Кирәбе
Кирәбе
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Кирәбе

Координаталар

54°33′06″ с. ш. 59°15′52″ в. д.HGЯO

Милли состав

урыҫтар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 840 001

ОКТМО коды

80 653 440 101

ГКГН номеры

0520534

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Кирәбе (Рәсәй)
Кирәбе
Кирәбе
Кирәбе (Башҡортостан Республикаһы)
Кирәбе

Кирәбе (рус. Кирябинское) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Кирәбе ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 485 кеше[1]. Почта индексы — 453725, ОКАТО коды — 80253840001.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Урал йылғаһы бассейнына ҡараған Кирәбе йылғаһы буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 40 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 32 км[2][3]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1767 йылда Кирәбе йылғаһы буйында, Себер даруғаһы Ҡаратабын улусы биләмәләрендә Кирәбе баҡыр руднигы асыла. Кем уны асҡан — билдәһеҙ. Әммә рудник 1827 йылға тиклем эшләй. Ул йылға исеменән Кирәбе тип атала, һуңғараҡ ул Златоуст заводы төҙөлөшө менән бәйле аҫаба ерҙәрен ҡалдырып китергә мәжбүр булған Ҡыуаҡан башҡорттары төйәге була[4].

XIX быуаттың 30-сы йылдарынан бында алтын сығара башлайҙар. Тәртип бында бик ҡаты булған, рудник менән десятник идара иткән, улар ғәйеплеләрҙе аяуһыҙ ҡамсылаған. Рудник һөргөн урыны була. 1773 йылда баш күтәргән башҡорттар, бөтә документацияһын юҡ итеп, 268 рудник кешеһен «әсирлеккә» ала һәм карателдәрҙән алып ҡасҡан да, уларҙы алыҫҡа, үҙҙәренең ауылдарына оҙатҡан. 1839 йылда Кирәбе руднигында 73 йортта 204 ир-егет, 213 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. 1920 йылда 369 йортта 1899 кеше йәшәй[5].

1866 йылда 130 йортта 652 кеше йәшәгән. 1900 йылда сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, һыу тирмәне теркәлгән.

XX быуат башында хәҙерге статусын ала[6]

Бөгөнгөһө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта ауылда төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[6].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1899
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1204
1959 йыл 15 ғинуар 1002
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 556
2002 йыл 9 октябрь 593
2010 йыл 14 октябрь 485 227 258 46,8 53,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Кирәбе ауылында урыҫ милләтлеләр (75 %) күпселекте тәшкил итә[7].

1900 йылда 1143 кеше йәшәгән.

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Яр урамы (рус. Береговая улица)
  • Дауахана урамы (рус. Больничная улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
  • Йәшел урам (рус. Зеленая улица)
  • Ҡамыш тыҡрығы (рус. Камышинский переулок)
  • Урман тыҡрығы (рус. Лесной переулок)
  • Үҙән тыҡрығы (рус. Логовой переулок)
  • Йәштәр тыҡрығы (рус. Молодежный переулок)
  • Никольский урам (рус. Никольская улица)
  • Почта урамы (рус. Почтовая улица)
  • Яҡты урам (рус. Светлая улица)
  • Күксин тыҡрыҡ (рус. Сиреневый переулок)
  • Сәскә урамы (рус. Цветочная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Цех урамы (рус. Цеховая улица)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус. Школьный переулок)[8]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Кирәбе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 29. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 29. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. 6,0 6,1 Кирәбе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  8. Госсправка сайтында урамдар исеме

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]