Клеопатра VII

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Клеопатра VII Филопатор
Κλεοπάτρα Φιλοπάτωρ
Kleopatra-VII.-Altes-Museum-Berlin1.jpg
Клеопатра, Клеопатра VII, Клеопатра VII Филопатор
Хаким итә башлауы: б.э.т. 51-се йыл
Тамамланыуы: б.э.т. 30-сы йыл, 12 август
Алдағы хаким: Птолемей XII
Вариҫы: юҡ
Тыуған ваҡыты: б.э.т. 69 йылдың ғинуары
Тыуған урыны: Александрия, Мысыр
Үлем ваҡыты: б.э.т. 30-сы йыл, 12 август
Үлем урыны: Александрия, Мысыр
Ире: Птолемей XIII
Птолемей XIV
Юлий Цезарь
Марк Антоний
Балалары: Птолемей XV Цезарион[1]
Александр Гелиос[2]
Клеопатра Селена II[3]
Птолемей Филадельф[4]
Династия: Птолемей
Атаһы: Птолемей XII
Әсәһе: Клеопатра V

Клеопатра VII Филопатор (грек телендә Κλεοπάτρα Φιλοπάτωρ; б.э.т. 69 йылдың ғинуары — б.э.т. 30 йыл, 12 август) — Боронғо Мысырҙың эллинистик дәүер батшаһы, ҡустылары Птолемей XIII һәм Птолемей XIV менән (ул ваҡыттағы ҡанундар буйынса, ул ҡустылары менән рәсми никахта була), аҙаҡ килеп, үҙе хакимлыҡ итә. Фирғәүен булған дәүерендә ул Юлий Цезарь, һуныңан Марк Антонийҙы арбап, улар ярҙамында үҙенең тәхеттә хакимлығын нығытыуға ирешә. Клеопатраның үлеме менән, көнсығыш Урта диңгеҙ өлкәһендә эллинистик дәүер тамамланып, Рим дәүере башлана. Клеопатра — Боронғо Мысырҙың һуңғы фирғәүене (уның улы Цезарион рәсми рәүештә генә Октавиан Август тарафынан үлтерелгәнгә тиклем фирғәүен була).

Тәхеткә ултырыуы[үҙгәртергә]

Клеопатраның атаһы — Птолемей XII Авлет Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең ғәскәр башлығы, Птолемей династияһына нигеҙ һалыусы македон Птолемей I Сотерҙың тура вариҫы була. Б.э.т. 58—55 йылдарҙа Птолемей XII тәхеттән ҡолатыла һәм Мысырҙан ҡыуыла, уның урынына тәхеткә Клеопатраның апаһы Береника IV ултыра. Рим тарафынан Сүриәгә ҡуйылған башлыҡ Габиний Птолемейға тәхетен кире ҡайтарырға ярҙам иткәндән һуң, Птолеймей ҡыҙы Берениканы үлтертә. Птолемей XII хакимлығын Рим ярҙамы менән генә һаҡлай ала, был Мысыр иҡдисадын ярайһы ҡаҡшата.

Птолемей XII б.э.т. 51 йылдың мартында 17 йәшлек Клеопатраны һәм Клеопатраның ҡустыһы Птолемей XIII-нө тәхеттә ҡалдырып, үлеп китә. Клеопатра Θεα Φιλοπατωρ (Теа Филопатор) — атаһын яратыусы алиһә — исеме аҫтында тәхеткә ултыра. Тәүге йылдар иҡтисади ҡыйынлыҡтар, аслыҡ, сәйәси ыҙғыштар арҡаһында ауыр була. Ҡустыһына кейәүгә сыҡһа ла, ул бик тиҙ уның менән тәхет бүлешергә йыйынмауын күрһәтә.

Б.э.т. 51 йылдың авгусында монархтар араһы бөтөнләй боҙола. Клеопатра рәсми ҡағыҙҙарҙан Птолемейҙың исемен алып ташлай, тәңкәләрҙә уның үҙенең генә йөҙө һүрәтләнә башлай. Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙ монарх тәхеттә бергә ултырған ир монархтан өҫтөнлөк ала башлай, был ҡанундарға ҡаршы килә. Б.э.т. 48 йыл тирәләрендә Птолемей хакимиәт башлығында торған евнух Потиндың ярҙамы менән Клеопатраны тәхеттән ҡолатып, берҙән-бер фирғәүенгә әйләнә. Клеопатра Пелусий ҡәлғәһе янында ғәскәр йыйып, тәхетте ҡайтарырға маташа, әммә һуңынан Мысырҙан ҡасырға мәжбүр була.

Клеопатра һәм Юлий Цезарь[үҙгәртергә]

Клеопатра һәм Цезарь. Жан-Леон Жером рәсеме

Был ваҡытта Римда Помпей менән Цезарь араһында Римда хакимлыҡ өсөн һуғыш бара. Б.э.т. 48 йылда Попмей Юлий Цезарь ғәскәренән Александрияға ҡаса. Б.э.т. 48 йылдың 28 сентябрендә Птолемейҙың ярҙамсылары Помпейҙың башын ҡатыны һәм балалары алдында киҫә. Птолемей, дошманын үлтергәне өсөн Юлий Цезарҙан мәрхәмәткә өмөт итә, етмәһә, был ваҡытта Мысырҙың Римға бурысы ла була. Был Птолемейҙың хәл иткес яңылышлығы була. Цезарь ике көн үткәс Мысырға килеп етә, Птолемей уға Помпейҙың киҫелгән башын күрһәтә. Цезарҙың быға фараздар буйынса, Помпей, сәйәси дошманы булһа ла, Римдың сит илдәрҙә вәкиле һәм Цезарҙың мәрхүмә ҡыҙы Юлияның ире булғанға, асыуы ҡуба. Цезарь Птолемей менән Клеопатра араһында тыуған ыҙғышты хәл итеүгә керешә.

Цезарҙың Птолемейға булған асыуынан файҙаланырға теләп, Клеопатра Александрияға кире ҡайта. Уны Цезарға фарсы келәменә урап, ҡайһы бер фараздар буйынса, тоҡ эсендә килтерәр. Цезарҙы йәш фирғәүендең матурлығы арбай. Ул Клеопатраны тәхетенә ҡустыһы менән кире ултырта. Птолемей XIII был ҡарар менән ризалашмай, яу ҡуптара, әммә тиҙ арала еңелә, Цезарҙың ғәскәренән ҡасҡан ваҡытында ул Нил йылғаһында батып үлә. Цезарь Клеопатраны тәхеткә икенсе ҡустыһы Птолемей XIV менән ултырта.

Б.э.т 47 йылда 22 йәшлек Клеопатра менән 51 йәшлек Цезарҙың улы Птолемей XV Цезарь (Цезарион[5]) тыуа. Клеопатра Цезарь улын үҙенең вариҫы итеп ҡалдырыуын теләй. Әммә цезарь вариҫы итеп ҡустыһы Октавианды ҡалдыра. Б.э.т. 46 йылдар тирәһендә Клеопатра Цезарь саҡырыуы буйынса Римға килә. Бында ул б.э.т 44 йылдың 15 мартында Цезарҙың республикасылар тарафынан үлтерелеүенә тиклем була.

Бынан һуң күп тә үтмәй, Птолемей XIV һаулығы ҡаҡшауы арҡаһында үлеп китә. Ҡайһы бер фараздар буйынса, ҡустыһын Клеопатра ағыулап үлтерә. Клеопатра улы Цезарион менән тәхеткә ултыра, ысынында иһә, хакимлыҡ тулыһынса уның ҡулында була.

Антоний һәм Клеопатра[үҙгәртергә]

Антоний һәм Клеопатраның тәңкәләрҙәге рәсеме

Цезарҙың үлеменән һуң Римда республикасылар һәм Цезарҙың вариҫтары Антоний һәм Октавиан араһында хакимлыҡ өсөн ыҙғыш ҡуба. Клеопатра хәрби көс менән һәм аҡсалата республикасыларға ла, цезариандарға ла ярҙам итә. Республикасылар еңелгәндән һуң, б.э.т. 42 йылда Рим ғәскәре башлығы Марк Антоний Клеопатраны Тарсҡа һорау алыу өсөн саҡырта. Клеопатра карабын бик бай биҙәп, үҙе Афродита ҡиәфәтендә Антоний менән осрашыуға килә. Артабан ул Антоний өсөн мул мәжлес ойоштора. Үҙенә булған ғәйептәрҙе ул кире ҡаға, республикасыларға ойошторолған ярҙамды Кипрҙа ҡуйылған башлығы Серапионға япһара. Клеопатра Антонийҙы тулыһынса үҙе менән арбай, һөҙөмтәлә Антоний б.э.т. 41-40 йылдар ҡышын Александрияла Клеопатра менән үткәрә. Б.э.т. 40 йылдың 25 декабрендә Клеопатра ике балаһына – Александр Гелиос һәм Клеопатра Селенаға ғүмер бирә. Шул уҡ йылда Антоний Октвиандың апаһы Октавияға өйләнә.

Б.э.т. 37 йылда Антоний менән Клеопатра ҡайтанан күрешә. Ул Мысыр йолалары буйынса Клеопатраға өйләнә. Клеопатра менән Антонийҙың өсөнсө балалары – Птолемей Филадельф тыуа.

Б.э.т. 34 йылда Антоний Клеопатра һәм Цезарионды Мысыр һәм Кипрҙың хакимдары, Александр Гелиосты Армения, Мидия һәм Парфияның хакимы, Клеопатра Селена II-не Киренаика һәм Ливияның хакимы, ә Птолемей Филадельфты Финикия, Сүриә һәм Киликияның хакимы тип иғлан итә.

Антонийҙың был ҡылығы Римда оло ғауға ҡуптара, Октавиан Сенатты Мысырға ҡаршы һуғыш башларға күндерә. Б.э.т. 31 йылда Антоний менән Клеопатраның ғәскәре һәм Рим ғәскәре Акциум буйында алыша. Был яуҙа Антоний менән Клеопатраның насар ойошторолған ғәскәре еңелә, әммә ҡамауҙан ҡотолоп Мысырға сигенеүгә өлгәшә, был ваҡытта ғәскәрҙең күп өлөшө Октавиан яғына сыға.

Б.э.т. 30 йылдың яҙында Октавиан Мысырға юллана. Октавиандың ғәскәре Александрияға килеп еткәс, Антоний ғәскәренең ҡалған өлөшө берәм-берәм Октавианға ҡушыла. Уға ҡаршы тороу файҙаһыҙ була. Антоний үҙен үҙе ҡылыс менән сәнсеп үлтерә. Клеопатра һаман Октавиан менән килешә алырына өмөтләнә. Әммә Римға триумф өсөн ебәреләсәген белеп, Рим сығанаҡтары раҫлауынса, Клеопатра үҙен үҙе йыландан саҡтырып үлтерә.

Клеопатраның улы Цезарион Мысыр фирғәүене тип иғлан ителә, әммә был ваҡытҡа Октавиан Мысырҙы баҫып алған була. Цезарионды тотоп үлтерәләр. Был Мысыр фирғәүендәренең эллинистик тамырын ҡоротоу ғына түгел, Мысыр фирғәүендәренең хакимлығына нөктә ҡуя. Антоний менән Клеопатраның өс балаһы Римға килтерелә, Октавиандың триумф парадында улар сипкә бәйләнгән килеш килә, әммә артабан Антонийҙың ҡатыны Октавия Минор уларҙы үҙенә ҡарауға ала.

Клеопатра шәхесе[үҙгәртергә]

Мысыр тәңкәләрендә һүрәтләнеүенсә, Клеопатра тулҡынлы сәсле, ҙур күҙле, алға сығып торған эйәкле, Плолемейҙарға хас көмрө танаулы була. Ул бик һөйкөмлө була һәм бының менән оҫта ҡуллана, бынан тыш, уның арбағыс матур тауышлы, үткер аҡыллы булыуы билдәле.

Мысыр титулы – фирғәүен исемен йөрөтһә лә, уның төп теле — грек теле була. Уның тәхеткә ултырыуына тиклем бер нисә быуат дауамында Мысыр менән македондар (эллинистар) хаким итә. 300 йылдар элек Мысырға Искәндәр Зөлҡәрнәй килеүенән һуң, бында грек теле аҡһөйәктәр теленә әйләнә. Клеопатра 300 йыл дауамында Мысыр тәхетенә эйә булған ғаиләһендә беренсе булып мысыр телен өйрәнеүсе булараҡ билдәле.

Клеопатра шәхес булараҡ әлеге көндәргә тиклем донъя мәҙәниәтендә оло ҡыҙыҡһыныу уята. Уға арнап һанап бөткөһөҙ сәнғәт эштәре яҙыла, уның тарихы әҙәби әҫәрҙәрҙә, фильмдарҙа бәйән ителә (мәҫәлән, Шекспирҙың «Антоний һәм Клеопатраһы», Бернард Шоуҙың «Цезарь һәм Клеопатраһы»). Әҫәрҙәрҙең күбеһендә уның донъялағы иң ҡеүәтле кешеләрҙгә йоғонто яһаусы матурлығы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Философ Блез Паскаль раҫлауынса, уның гүзәллеге донъя тарихын үҙгәртә.

Клеопатраның үлеме рәсемдәрҙә[үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  1. Клеопатра // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (урыҫ.)
  2. А. Петров. Несколько страниц в защиту Клеопатры // Восток-Запад-Россия. Сб. статей. — М.: «Прогресс-Традиция», 2002, с. 383—390.
  3. А Кравчук. Закат Птолемеев — М.: «Наука», Гл. ред. вост. литературы, 1973, 217 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Генеалогия Птолемеев: Ptolemy XV Caesarion (en). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 ноябрь 2003. 6 ғинуар 2009 тикшерелгән.
  2. Генеалогия Птолемеев: Alexander Helios (en). Тәүге сығанаҡтан архивланған 2 ноябрь 2003. 6 ғинуар 2009 тикшерелгән.
  3. Генеалогия Птолемеев: Cleopatra Selene (en). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 сентябрь 2003. 6 ғинуар 2009 тикшерелгән.
  4. Генеалогия Птолемеев: Ptolemy Philadelphus (en). Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 сентябрь 2003. 6 ғинуар 2009 тикшерелгән.
  5. Бәләкәй Цезарь