Кожай-Семёновка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Кожай-Семёновка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Миәкә районы

Координаталар

53°44′22″ с. ш. 54°42′36″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 244 835 001

ОКТМО коды

80 644 435 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Кожай-Семёновка (Рәсәй)
Кожай-Семёновка
Кожай-Семёновка
Кожай-Семёновка (Башҡортостан Республикаһы)
Кожай-Семёновка

Кожай-Семёновка (рус. Кожай-Семёновка) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 590 кеше[1]. Почта индексы — 452087, ОКАТО коды — 80244835001.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 590 289 301 49,0 51,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ауылға Бәләбәй өйәҙе Илекәй-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, 1795 йылда, керҙәшлек килешеүе буйынса, сыуаштар нигеҙ һала.[2]

Улар хәҙерге Бишбүләк районының Киҫтәнле-Боғҙан ауылынан Богдан һәм Семен исемле кешеләр була.XVII быуаттың аҙағында "Каркылмас" тигән урынға төпләнгәндәр. Уларға башҡа урындарҙан да сыуаштар ҡушыла. Һуңынан ер үлсәүселәр уларға урынды Кожай йылғаһының башы булған ерҙән, көньяҡ-көнбайыштан 2-3 саҡрым алыҫлыҡта бүлә. Йылғаның исеме һәм яңы торамаға нигеҙ һалыусының исеме менән уны "Кожаевой Семенова" тип атағандар. Бейеклектә уңайлыҡтар бик булмай. Ер биләмәләре лә уңдырышһыҙ була.Семен һәм башҡалар, йәшәү урынын ("Кожай-Тамаҡ") алмаштырып, ниһайәт, Тимәш йылғаһы буйында туҡтала. Торама "Кожай Семеновка" тип атала башлай.
• Халҡы игенселек, малсылыҡ, һөнәрселек, баҡыр мәғдәне сығарыу менән шөғөлләнә.
1893 йылда 56 ихата,унда 145 ир-егет, 164 ҡатын-ҡыҙ; 1905 йылда 112 ихатала 322 ир, 320 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе теркәлгән. Сиркәү-мәхәллә мәктәбе була.
XIX быуат аҙағында бер класлы училищелар - дини ведомство мәктәптәре араһында Кожай-Семеновская иҫәптә була. 1918 йылдың 21 ғинуарында "Сиркәүҙе дәүләт һәм мәктәптән айырыу тураһында"ғы декретҡа ҡул ҡуйыла.
• Берҙәм хеҙмәт совет мәктәбе ойошторола. Ете йыллыҡ уҡытыу индерелә.Тәүге сығарылышы- 1943 йылда була.
1961-1962 уҡыу йылында һигеҙ йыллыҡ мәктәп асыла.
1975 йылда һигеҙ йыллыҡ мәктәп урта мәктәп тип үҙгәртелә. Мәғлүмәт Никитин Вадим Вячеславович тарафынан бирелгән, Бәләбәй ҡалаһы.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Кожай-Семёновка // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.