Комплекс һан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Комплекс һанды яҫылыҡта күрһәтеү

Комплекс һан – ул a + bi рәүешендә күрһәтелә торған һан, бында a һәм bысын һандар, ә iуйланма берәмек. i һаны өсөн i^2 = -1 тигеҙлеге дөрөҫ. Был аңлатмала a – комлекс һандың ысын өлөшө, bуйланма өлөшө тип атала. Комплекс һандар бер үлсәмле һандар һыҙығын ике үлсәмле комплекс яҫылыҡҡа тиклем киңәйтә һәм һандың ысын өлөшөн күрһәтеү өсөн горизнталь күсәрҙе, уйланма өлөшөн күрһәтеү өсөү вертикаль күсәрҙе ҡуллана. Шулай итеп, a + bi һаны комплекс яҫылыҡта (a, b) нөктәһе менән билдәләнә.

Комплекс һандарҙы тәүгеләрҙән булып итальян математигы Джероламо Кардано XVI быуатта ҡулланыуға индерә.

Комплекс һандар күп фәнни һәм машина төҙөү өлкәләрендә, шул иҫәптән физика, химия, биология, иҡтисад, электротехника, математика һәм статистикала ҡулланыла.