Коррозия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Коррозияметалл изделиеларҙың һәм конструкция материалдарының өҫкө йөҙҙәрендә тирә яҡ мөхиттең компоненттары м н барған химик реакциялар арҡаһында үҙенән үҙе емерелеүе.

Металдарҙың һәм иретмәләрҙең КОРРОЗИЯ сәбәбе — уларҙың төрлө әүҙем Коррозиялаусы мөхиттәрҙә термодинамик яҡтан тотороҡһоҙ булыуында. Процестың механизмы б са химик һәм электрохимик КОРРОЗИЯ айыралар.

Химик КОРРОЗИЯ газдарҙағы (металдарҙың ҡоро, башлыса юғары температуралағы газдар, һауа, яғыулыҡ яныу продукттары кеүек һ.б. Коррозия мөхите м н тәьҫир итешеүе) һәм шыйыҡ электролит булмағандарҙағы (нефть, бензин һ.б.) КОРРОЗИЯ бүләләр; йылытҡыс мейестәрҙең, эске яныулы двигателдәрҙең, газ турбиналарының, нефтехимиялағы эшкәртеү аппараттарының һ.б. деталдәрендә, ш. уҡ металдарҙы һәм иретмәләрҙе алдан ҡыҙҙырып эшкәртеү (металдарҙы сүкеү, прокатлау, штамплау, термик эшкәртеү һ.б.) ваҡытында күҙәтелә.

Электрохимик КОРРОЗИЯ электролиттарҙа, атмосферала, диңгеҙҙә, ер аҫтында барған, контактлы КОРРОЗИЯ һ.б. индерәләр; электрохимик КОРРОЗИЯ миҫалдары — төрлө металл конструкцияларҙың (күперҙәрҙең, завод ҡоролмаларының, транспорт сараларының, йорт каркастарының һ.б.) асыҡ һауала тутығыуы, йылға һәм диңгеҙ караптары тышлыҡтарының К . , ҡорос үткәргес торбаларҙың ер аҫтында, нефтехимиялағы эшкәртеү аппараттарының уларға технологик мөхиттәр тәьҫир иткәндә тутығыуы. Био КОРРОЗИЯ (ер аҫты Коррозияһының айырым осрағы, микроорганизмдар тәьҫиренән барлыҡҡа килә) һәм көсөргәнеш аҫтындағы КОРРОЗИЯ (Коррозия мөхитенең һәм металдағы механик һуҙылыу көсөргәнешенең бер үк ваҡытта тәьҫир итеүе) айыралар. Металдарҙың КОРРОЗИЯ туранан тура дөйөм юғалтыу суммаһы тулайым милли продукттың 5% н тәшкил итә. Башҡортостанда КОРРОЗИЯ процестары б са тәүге тикшеренеүҙәр 1941—43 йй. Украина ССР ы Фәндәр академияһы ғалимдары тарафынан улар эвакуацияла ваҡытта башлана. И.Н.Францевич етәкс. респ. нефть эшкәртеү з дтарында нефть эшкәртеү аппараттарын КОРРОЗИЯ һаҡлау ысулдары эшләнә. 40 сы йй. аҙ. — 50 се йй. башында ӨНИ лә И.А.Шабалин етәкс. КОРРОЗИЯ процестары теорияһын тикшереү һәм Коррозия ингибиторҙарын файҙаланыу б са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 40 сы йй. аҙ. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ нда резервуарҙарҙың һәм үткәргес торбаларҙың КОРРОЗИЯ механизмын асыҡлау б са тикшеренеүҙәр башлана, уларҙы һаҡлау саралары табыла. 1969 й. нефть промыслалары ҡоролмалары КОРРОЗИЯ б са тикшеренеүҙәр Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ на күсерелә, унда ҙур күләмле һыу м н сыҡҡан нефттәрҙең, ҡатламдарҙағы, әйләнештәге һәм ағынты һыуҙарҙың үткәргес торбалар һәм нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, нефтехимия һәм химия производстволары ҡоролмаларының эске һәм тышҡы йөҙҙәренә емергес тәьҫире м н бәйләнгән Коррозия процестары тикшерелә. ИПТЭР ҙа металдарҙың физик химик үҙсәнлектәре, ҡоролмаларҙың ныҡлығын алдан билдәләү һәм эштән сығыу сәбәптәрен асыҡлау б са комплекслы тикшеренеүҙәр алып барыла. Нефть һәм газды сығарыу һәм күсереү ваҡытында КОРРОЗИЯ һаҡлау технологиялары (ҡара: Һаҡлағыс ҡаплауҙар) эшләнә, магистраль үткәргес торбаларҙы изоляциялау өсөн ҡаплауҙар уйлап табыла һәм етештереүгә индерелә (ҡара: Үткәргес торбаларҙы изоляциялау).

50 се йй. алып Башҡ н нефть эшкәртеү ҒТИ нда нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү сәнәғәтендә КОРРОЗИЯ һаҡланыу технологиялары булдырыла, КОРРОЗИЯ ингибиторҙарын синтезлау б са эштәр башҡарыла (Ә.КОРРОЗИЯЕфимова, В.Н.Өмөтбаев һ.б.). “БашНИПИнефть” ин тында нефть промыслаһы ҡоролмалары һәм резервуарҙары өсөн һаҡлағыс ҡапламалар табыу, уларҙың сифатын һәм оҙайлы ваҡыт эшләй алыуын баһалау, биоКоррозия һәм уны иҫкәртеү алымдарын эшләү б са тикшеренеүҙәр үткәрелә (А.А.Гоник, Р.Н.Липович, К.Низамов һ.б.). 70 се йй. башынан БР ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми тикшеренеү, проект конструкторлыҡ һәм етештереү ин тында бетон һәм тимер-бетон Коррозияһы б са тикшеренеүҙәр алып барыла (Л.Ф.Балакирева, Г.Н.Гельфман, И.А.Нестеровская, А.Ф.Полак, В.В.Яковлев, Л.А.Яковлева һ.б.). ӨДАТУ ла 80 се йй. алып — турбина һәм компрессор көрәксәләренең юғары температуралы газдарҙағы КОРРОЗИЯ, металдарҙың өҫкө йөҙөн ионлы имплантация һәм лазер м н нурландырып һаҡлау б са (Н.Ә.Әмирханова), 90 сы йй. аҙ. алып наноматериалдарҙың, ультраваҡ бөртөклө иретмәләрҙең уларҙың эре кристаллы аналогтары м н сағыштырғанда Коррозияға сыҙамлылыҡ үҙсәнлеген көсәйтеү б са тикшеренеүҙәр алып барыла. ӨДНТУ ла көсөргәнеш аҫтындағы КОРРОЗИЯ, илдең нефть һәм газ комплекстарындағы металл ҡоролмаларының коррозион механик ныҡлығы өйрәнелә (И.Ғ.Абдуллин, А.Ғ.Гәрәев, Э.М.Гутман). Юғары эффектлы КОРРОЗИЯ ингибиторҙарын эҙләү б са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Д.Е.Бугай, М.Д.Вәлиев, Низамов). 1981 й. алып ӨДНТУ ла коррозионист механиктар әҙерләнә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]