Курск өлкәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Рәсәй Федерацияһы субъекты

Курск өлкәһе

Flag of kursk.jpg Coat of arms of kursk.jpg
Kursk districts.jpg

Административ үҙәк

Курск

Майҙаны

64

- Барлығы
- % һыү өҫтө

29 997 км²
0,1

Халҡы

43

- Барлығы
- Халыҡ тығыҙлығы

1 118 736 (2014)

37,29 кеше/км²

Тулайым региональ продукт (ВРП)

46

- Барлығы, хәҙерге хаҡтарҙа
- Йән башына

192,4 млрд. һум (2010)

145 тыс. руб.

Бюджет килеме

- Барлығы
- Рәсәй Федераль бюджетынан дотациялар

24,97[1] млрд. һум (2011)
 ?

Рәсәйҙең Федераль округы

Үҙәк федераль округы

Иҡтисади район

Үҙәк-ҡара тупраҡ иҡтисад районы

Губернатор

Михайлов, Александр Николаевич

РФ субъекты коды

46

Сәғәт бүлкәте

{{{UTS}}}

Наградалары:

Ленин ордены Ленин ордены
Курск өлкәһе ( А142 трассаһында фото)
Рәсәйҙен почта маркаһы, 2010

Курск өлкәһеРәсәйҙен регионы.

Дәүләт ҡоролошо[үҙгәртергә]

Курск өлкәһе Уставына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Башҡарма влас[үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Курск өлкәһе Хөкүмәте
Ҡарағыҙ: Курск өлкәһе Губернаторы
Курск өлкәһе Губернаторы — Курск өлкәһе башлығы һәм Курск өлкәһенең иң юғары вазифалы кешеһе. Курск өлкәһе Хөкүмәте етәксеһе. Курск өлкәһе Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Курск өлкәһе Уставы менән билдәләнғән.

2000 йылдын 18 ноябрь көндән өлкәлә губернатор - Михайлов Александр Николаевич. 1.03.2010 Александр Михайлов 3-сө срогына барҙы [2] [3].

Суд власы[үҙгәртергә]

Курск өлкәһе суд системаһы составында:

  1. Курск өлкәһе өлкә суды, Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
  2. Курск өлкәһе арбитраж суды , Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды

Закондар сығарыу власы[үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Курск өлкәһе өлкә думаһы
Өлкә Парламенты – Курск өлкәһе өлкә думаһы.

Физик-географик характеристикаһы[үҙгәртергә]

Майҙаны - 29,8 мең км².

Иң юғары бейеклек — 274 м, Ольховатка ауылы янында (Поныровский район).[4].

Тарих[үҙгәртергә]

1934—1954 йылдарҙа Курск өлкәһе территорияһы үҙгәреү

1708 йылда Рәсәй 8 губернаға бүленә. Курск крайы Киев губернаһы составына инә. 1719 йылда Киев губернаһы 4 провинцияға бүленә%

  1. Киев
  2. Белгород
  3. Севская
  4. Орёл

Хәҙерге Курск өлкәһе территорияһы Белгород һәм Севская провинциялар составында булды.

1727 йылда « Белгородское наместничество» төҙөлә. 1749 йылда ул Белгород губернаһа үҙгәрелә.

1779 « Курское наместничество» төҙөлә. Ул 15 уездарҙан тора:

  1. Белгородский
  2. Богатенский
  3. Дмитриевский
  4. Корочанский
  5. Курский
  6. Льговский
  7. Новооскольский,
  8. Обоянский,
  9. Путивльский,
  10. Рыльский,
  11. Старооскольский,
  12. Суджанский,
  13. Тимский,
  14. Фатежский,
  15. Щигровский

1797 йылда « Курское наместничество» Курск губернаһа үҙгәрелә. Губерна 1928 йылға тиклем йәшәне.

1928 йылда СССР-ҙа өлкә, округ административ бүлешеү индерелә. Воронеж, Курск, Орёл һәм Тамбов губерналар нигеҙендә Центральночерноземная өлкәһе төҙөлә.

13.06.1934 көндә Центральночерноземная өлкәһе Воронеж (үткән заманда Воронеж һәм Тамбов губерналары территориялары) һәм Курск өлкәһенә (үткән заманда Курс һәм Орёл губерналары территориялары) бүленә.

17.09.1937 Курск өлкәһе ике өлкәһә бүленә:

  1. Курск өлкәһе
  2. Орёл өлкәһе

1944 йылда Курск өлкәһенән Орёл өлкәһенә 5 район бирелә.

6.01.1954 йылда Белгород һәм Липецк өлкәләре төҙөлә. Курск өлкәһенән Белгород өлкәһенә 23 район, Липецк өлкәһенә – 3 район бирелә.

Бүләктәр[үҙгәртергә]

Халыҡ үҙгәреү[үҙгәртергә]

Милли состав[үҙгәртергә]

Иҫәп алыу йылы 1989[5] 2002[6] 2010[7]
Милләт күрһәткән кешеләр 1335428 (100 %) 1232476 (100 %) 1074359 (100 %)
урыҫтар 1293663 (96,9 %) 1184049 (96,1 %) 1036561 (96,5 %)
Украиндар 22728 (1,7 %) 20920 (1,7 %) 13643 (1,3 %)
әрмәндәр 1149 (0,0 %) 5899 (0,5 %) 5726 (0,5 %)
Башҡа милләттәр 17888 (1,3 %) 21608 (1,8 %) 18429 (1,7 %)

Өлкәнең иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә]

  • Коренная пустынь
  • Курская битва (Курская дуга)
  • Марьино (усадьба Барятинских)— Барятинских кнәздәр йорто [8].
  • Курск һандуғасы [9].
  • Өлкә - Һандуғас яғы
  • Үҙәк-ҡара тупраҡ заповеднигы, Стрелецкая далаһы
  • Курск ҡара тупрағы
  • Курская магнит аномалияһы
  • Антоновка – алма сорты
  • Курская Коренная икона Божией Матери «Знамение»
  • Крестный ход (Курск губернаһы)
  • Курск триумф аркаһы
  • Курск — боронғо ҡала (беренсенән «Слове о полку Игореве» яҙмала) [8].
  • Рыльск — боронғо ҡала (беренсенән «Слове о полку Игореве» яҙмала)

Символдарға канддаттар:

Курская Коренская ярмарка, Серафим Саровский, Феодосий Печерский, Мансурово — родина предков Дмитрия Медведева, Калиновка — родина Никиты Хрущева, курское поле, курский сахар, Кожлянская игрушка, Евгений Носов, Николай Асеев, Александр Дейнека, Георгий Свиридов, Надежда Плевицкая, Курск — город воинской славы, Курский «Тимоня», карагод, суджанские ковры, Плёхово,[8].

Сәнәғәт[үҙгәртергә]

Энергетика[үҙгәртергә]

Өлкәлә эреләрҙән береһе - Курск АЭС-ы урынлашҡан.


Марьино

Кешеләр[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Официальный сайт Курской областной Думы
  2. Постановление Курской областной Думы № 1154 -IV ОД от 01 марта 2010 «О наделении Михайлова А. Н. полномочиями Губернатора Курской области — высшего должностного лица Курской области (руководителя Администрации Курской области)»
  3. [1]
  4. [blog.russiantops.ru/?p=160 Ошибаемся не только мы] (ru). 89 вершин России (19.10.2009). 28 ноябрь 2011 тикшерелгән.
  5. Всесоюзная перепись населения 1989 года
  6. Всероссийская перепись населения 2002 года
  7. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года
  8. 8,0 8,1 8,2 Символы Курской области. Официальный сайт Администрации Курской области (03.09.2010). Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012. 7 ноябрь 2011 тикшерелгән.
  9. Курский соловей. Официальный сайт Администрации Курской области (17.01.2011). Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012. 12 ноябрь 2011 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]