Күгәрсен районы

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Күгәрсен районы
урыҫ. Кугарчинский район
Coat of Arms of Kugarchi rayon (Bashkortostan).png Flag of Kugarchi rayon (Bashkortostan).png
Ил Рәсәй
Статус Муниципаль район
Төбәк Башҡортостан
Эске бүленеш 21 ауыл биләмәһе
Административ үҙәге Мораҡ ауылы
Халыҡ һаны 32356 кеше
Халыҡ тығыҙлығы 9.7
Майҙаны 3371 км²
Сәғәт бүлкәте MSK +2
Автомобиль коды 02, 102
Location of Kugarchinskiy rayon (Bashkortostan).svg

Күгәрсен районы (урыҫ. Кугарчинский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Башҡортостандың көньяғында, Ағиҙелдең һул ярында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. 1930 ойошторолған. Үҙәге — Мораҡ ауылы, Өфөнән 271 км һәм иң яҡын тимер юл станцияһы Мәләүездән 67 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халыҡ һаны 2010 йылда 32,3 мең кеше (1970 йыл — 42,4 мең; 1989 йыл — 31,6 мең; 1994 йыл 32,2 мең). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км2-ға 9,6 кеше, шул иҫәптән ауылдарҙа 7,9 кеше тура килә. Районда 1 ҡасаба Йомағужа — 5,4 мең кеше), 118 ауыл бар. Иң ҙур ауылдар: Мораҡ (1989 й. 7,2 мең кеше), Мәҡсүт (1,1 мең), Күгәрсен (0,9 мең). Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар күпселекте тәшкил итә.

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Географияһы

Райондың төньяҡ, үҙәк һәм көнсығыш өлөштәрен берәм-һәрәм тауҙар һәм һырттар менән Йылайыр яйлаһы (бейеклеге 740 м-ға тиклем), көнбайышта Дөйөм Һырттың төньяҡ армыттары биләй (590 м-ға тиклем). Климаты йылы, ҡоро.

Гидрографик селтәре: Ағиҙел һәм уның ҡушылдығы Иртөбәк, Оло Эйек һәм уның ҡушылдығы Кесе Эйек, Энәк, Наҡаҫ йылғалары. Күбеһенсә йыуылған һәм уңдырышлы ҡара һәм ҡара-һоро көлһыуланған тупраҡ.

Йүкә, имән, ҡайын, саған урмандары район территоряһының 40% биләй. Һунар-промысла хайуандарын һаҡлау өсөн Оло һәм Кесе Эйек йылғалары бассейнында Эйек дәүләт заказнигы ойошторолған.

Бәндәбикә кәшәнәһе ( Мәҡсүт ауылы янында) дәүләт тарафынан һаҡлана.

Ер аҫты байлыҡтарынан газ конденсаты (Саратовка, Бөркөт, Исем, Подгорный ятҡылыҡтары), һоро күмер (Ворошиловка), балсыҡ һәм ҡыҙыл балсыҡ (Новопетровка, Йомағужа), төҙ. таштары (Бикбулат, Мораҡ), гипс (Подгорный), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Көньяҡ Мораҡ, Йомағужа), агрономик рудалар — эзбизташ һәм карбонат-гипс гажаһы (Ерекле, Мораҡ, Үрген) бар.

[үҙгәртергә] Иҡтисад

Ауыл хужалығы ерҙәре 174,4 мең га майҙанды биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 96,9; көтөүлектәр — 56,6; сабынлыҡтар — 20,8 мең га. Район ауылы хужалығы йүнәлешендә үҫешкән. Игенселек, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш үҫтереү; малсылыҡ — һөт-ит йүнәлешендәге малсылыҡ, һарыҡсылыҡ, сусҡасылыҡ, умартасылыҡ менән бәйле.

Төбәк әһәмиәтендәге предприятиелар: май заводы, РТП, урман пункты, урман хужалығы, нефть ҡыуҙырыу станцияһы (Мораҡ ауылы), ағас әҙерләү һәм эшкәртеү буйынса кооперативтар эшләй.

[үҙгәртергә] Транспорт

Район територияһы аша Өфө—Мораҡ—Йылайыр—Сибай автомобиль юлы үтә.

[үҙгәртергә] Социаль-мәҙәни өлкә

Районда 79 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 16 урта; музыка мәктәбе һәм ПУ (Мораҡ ауылы), 32 дөйөм китапхана, 72 клуб учреждениеһы, Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Ш.Ә.Хоҙайбирҙин музейы, үҙәк район һәм 3 ауыл участка дауаханаһы бар.

Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә “Хеҙмәткә дан” — “Слава труду” гәзите баҫыла.

[үҙгәртергә] Һылтанмалар


Башҡортостан райондары
Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә