Күгәүен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Күгәүендәр
Бөгәлсән.  1885 йылғы рәсем.
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Отряд: Ике ҡанатлылар
Подотряд: Ҡыҫҡа мыйыҡлылар
Ҡалып:Taxobox infraordo: Muscomorpha
Супер- ғаилә: Күгәүендәр
Ғаилә: Күгәүен
Латинса исеме
Gasterophilidae
суб-ғаилә
Cuterebrinae
Gasterophilinae
Hypodermatinae
Oestrinae


Күгәүен, уҡра, бөгәләк, бөгәлсән, рәшә (урыҫ. Овод) — яры ҡанатлылар класындағы бөжәк.Ҙурлығы себен ҡәҙәре. Личинкалары менән һөтимәр хайуандарҙың паразиттары иҫәпләнә.Барлығы 150 төрө билдәле.Шуларҙың береһе генә кеше тиреһе аша үрсеүсе булып иҫәпләнә. (Linnaeus Jr in Pallas, 1781 ул Үҙәк Америкала таралған.Кешеләргә һөжүм итә.

Болан күгәүене Hypoderma (Oedemagena) tarandi (Linnaeus, 1758) иң шәп осоусы бөжәк булараҡ Геннистың рекордтар китабында бик оҙаҡ теркәлеп тора, аҙаҡтан кире ҡағыла һәм башҡа ҡаралмай.

Шулай уҡ ашҡаҙан күгәүене лә була(Gasterophilidae). Улар личинкалары менән йорт хайуандарының төрлө төрҙәрендә һәм шулай уҡ кешелә паразит рәүешендә йәшәй.

Ат күгәүене (бөгәлсән, бөгәләк)(Gasterophilus intestinalis). Киң таралған төр. Уның оҙонлоғо13-16 мм. Аталанған инә бөжәк аттарға, мулдарға,ишәккә йомортҡалар һала. Инә бөжәк эсендә 700 йомортҡа йөрөтә ала.

Рәшә (рәшә себен) балаларын тере тыуҙыра, балаларын йәй көнө һарыҡтарҙың танау тишектәренә һала, уның балалары үрләп һарыҡтың маңлайына һәм яңаҡ тирәләренә барып етә һәм бик ныҡ ауырта, хатта ҡайһы саҡта һарыҡтың мейеһенә барып инә, унда әйләнсек (вертячка) ауырыуы башлана һәм үлә.

Gasterophilus intestinalis төрөнөң личинкаһы
Ат күгәүене(Hypoderma bovis)

Һылтанмалар [үҙгәртергә]