Күрек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Күрек тоҡандырыу

Күрек, төтәткес (урыҫ. дымарь)- ҡорт ҡарағанда төтөн өрҙөрә торған умартасы ҡорамалы.

Төҙөлөшө[үҙгәртергә]

Күректең төп өлөшө цилиндр формаһындағы конус һымаҡ ҡапҡаслы металл корпус. Уға тиренән эшләнгән өрҙөргөс ҡуйыла. Корпустың эсендә тимерҙән стакан ҡуйыла, уның төбө кҡл төшөп торһон өсөн иләк кеүек тишек. Өрҙөргәс яғында , аҫ яҡта өрҙөргөстән килгән һауа керһен өсөн тишек тишелгән. Өрҙоргөс менән корпус араһында бер аҙ ара ҡалдырылған. Корпус эсенә кипкән сөрөк, мал тиҙәге һалына һәм ут тоҡандырыла. Шулай уҡ кипкән ағас бәшмәктәре лә ҡулланыла. Күрек тиҙ ҡыҙыу сәбәпле, ҡулланыу уңайһыҙыраҡ. Эҫе һауа ҡорттарҙы йәрәхәтләүе лә ихтимал. Умарталарҙы ҡарап бөткәс күрек таҙартыла, уты һүндерелә.

Күректең ҡорттарға тәьҫире[үҙгәртергә]

Төтәтеү сараһы борондан ҡулланылып килһә лә, тик 20 быуатта ғына уға яуап табылды. Төтәткес аша ебәрелгән төтөн, ҡорттарҙың махсус рәүештә һаҡлаған еҫен(умарталарҙа ҡорттар үҙҙәре өсөн махсус еҫ барлыҡҡа килтерә. Ошо еҫ менән улар йәшәү рәүеше алып баралар. Башҡа ҡорттарҙы айыралар, умартаны ла тиҙерәк табалар) нейтралләштерә, ҡорттар һаҡланыу өсөн ебәрелгән еҫтәрҙе ҡабул итмәй һәм тыныслана. Унан башҡа, ҡорттар янғын сыға тигән инстинкт буйынса, бөрләтәүҙәренә бал боло(запас) тултыра. Тулы ҡорһаҡлы ҡорт саға алмай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Г.Д. Зәйнуллина. Урыҫса-башҡортса, башҡортса-урыҫса умартасылыҡ һүҙлеге. Өфө-2001 йыл.
  • Миньков С. Г., Плотников И. С. Справочник пчеловода — 3-е изд., перераб. и дополн. — Алма-Ата: Кайнар, 1983. — 336 с. — 50 000 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]