Күсимов Таһир Таип улы
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Күсимов Таһир Таип улы, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы. 1909 йылдың 14 февралендә Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Күсем ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы) донъяға килә. 1986 йылдың 10 майында донъя ҡуя. Өфө ҡалаһында, мосолман зыяратында ерләнгән.
- 1928-1932 йылдарҙа Ҡазандағы берләштерелгән татар-башҡорт хәрби мәктәбендә белем ала.
- 1936 йылда Новочеркасскийҙа атлы ғәскәрҙәр командирҙары курсында хәрби әҙерлек үтә. Унан ҡайтҡас, бер аҙ ваҡыт ТатЦИК исемендәге уҡсылар дивизияһында айырым кавалерия эскадроны командирының урынбаҫары була.
- 1938-1941 йылдарҙа Кавказ аръяғы хәрби округының, 77-се Әзербайжан тау-уҡсылар дивизияһының махсус разведка эскадронының командиры булып хеҙмәт итә.
- 1942 йылдан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 1-се (275-се) полкының командиры.
- 1943 йылда Днепрҙы аша сығыу өсөн полк командиры Таһир Күсимовҡа, ошо операция ваҡытындағы батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелә.
- 1947 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияһын ул алтын миҙалға тамамлай.
- 1951 йылда Генераль штаб академияһын алтын миҙал менән тамамлай.
- 1945-1963 йылдарҙа кавалерия дивизияһының штаб начальнигы, тау-уҡсылар дивизияһының, мото-уҡсылар дивизияһының командиры, Төркөстан хәрби округында армия корпусы командирының урынбаҫары.
- 1963—1969 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының хәрби комиссары. РСФСР (1947—1951, 1951—1955), Төркмән ССР-ы (1959—1963), БАССР (1969—1971) Юғары Советтары депутаты итеп һайлана.
- 1969 йылда отставкаға сыға.
Генерал Күсимов ике Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә. Өфөлә ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Уның тыуған ерендә — Әбйәлил районының Күсем ауылында музей эшләй.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. Өфө, 2005.
- Башкортостан: Краткая энциклопедия. - Уфа: Научное издательство "Башкирская энциклопедия", 1996.