Күстерә (үлән)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күстерә

Арыш күстерәһетипик төр.
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Bromus L., nom. cons., 1753

Секции

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  40478
NCBI  4501
Bromus tectorum (1) и Bromus secalinus (2). Якоб Штурм, «Deutschlands Flora in Abbildungen», 1796 китабынан ботаник иллюстрация
Цветки Bromus inermis
Bromus kalmii
Bromus madritensis ssp. rubens
Костёр бесплодный

Күстерә (лат. Brómus) — ырыуынан күп йыллыҡ үлән ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Таралышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәттәрендә яҡынса 25 төрө билдәле. Башҡортостанда 4 төрө үҫә.

Ботаник яҙма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер, ике йыллыҡ үлән, бейеклеге 15—100 см. Япрағы — ҡыяҡ, яҫы, ябыҡ еңсәле. Башағы эре (3 см тиклем), күп сәскәле, ян-яҡтан ҡыҫылған, һеперткеләргә йыйылған. Май—августа сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль—сентябрҙә өлгөрә. Баҫыуҙарҙа, үлән сәсеүлектәрендә, далала, ҡатнаш киң япраҡлы урмандарҙа, юл буйҙарында үҫә. Баҫыу күстерәһе һәм тарбаҡай күстерә Башҡортостан Республикаһының бөтә биләмәһендә тиерлек таралған, арыш күстерәһе Өфө районында, йомшаҡ күстерә Башҡортостандың Урал алдында осрай. Баҫыу күстерәһе һәм арыш күстерәһе ужым бойҙайының,һолоһоноң, арышының сәсеүлектәрен ҡыйлай.

Классификация[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғилми-тикшеренеү әҙәбиәте баһалары буйынса 100-ҙәр алып 400-гәсә биологик төр кимәлендә иҫәпләнә. Хәҙерге систематика 160—170 төрҙө таный. Таксономия бик ҡатмарлы, ҡайһы бер төрҙәр бер-береһенән бик аҙ ҡына айырыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  2. NCU-3e. Names in current use for extant plant genera. Electronic version 1.0. Entry for Bromus L.  (инг.)  (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2010)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Невский С. А., Сочава В. Б. Род 188. Костёр — Bromus // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редакторы тома Р. Ю. Рожевиц и Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1934. — Т. II. — С. 554—583. — 778 + XXXIII с. — 5175 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күстерә (үлән) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.