Кәлмәргән
| Ҡоштар | |
|---|---|
| Кәлмәргән | |
| Батшалыҡ | Хайуандар |
| Тип | Хордалылар |
| Класс | Ҡоштар |
| Отряд | Ыласын һымаҡтар |
| Ырыу | Кәлмәргәңдәр |
| Төр | Кәлмәргән |
| Халыҡ-ара фәнни исеме | |
| Pandion haliaetus (Linnaeus, 1758) | |
Кәлмәргән (урыҫ. Скопа́, лат. Pandion haliaetus) — ҡаҙҙан бәләкәйерәк ҡырағай ҡош. Оҙонлоғо — 55—58 см, ҡанат йәйеме — 145—170 см. Оҙон ҡанаттары беләҙек һөйәктәрендә бөгөлгән була. Һырты, түше, ҡойроғо ҡара-көрән; тамағы, ҡорһағы аҡ, ҡанат төбөндәге ҡаурыйҙары һарғылт сыбар. Суҡышынан күҙе аша муйынына үткән һоро һыҙыҡ бар. Башҡа ҡара ҡоштарҙан аҡ ҡорһағы менән айырыла.
Башҡортса тимер тырнаҡ, балыҡ һыры, балыҡ ҡарсығаһы, ҡәлмәргән, халмарйын тигән исемдәре лә осрай.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Таралыуы
Антарктиданан башҡа бөтә ҡитғаларҙа ла остай. Күсмә ҡош. Мысырҙа һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙең ҡайһы бер утрауҙарында ҡышлай. Ояһын балыҡ күп булған һыу буйҙарында, бейек ағас баштарында ҡора.
[үҙгәртергә] Туҡланыуы
Башҡа ҡоштарҙан айырмалы рәүештә, кәлмәргән рационы 99%-ҡа балыҡтан тора. Һирәкләп тәлмәрйен, башҡа ҡоштар менән туҡлана. Ғәҙәттә һыу өҫтөндә һунар итә. Һыу өҫтөндә ҡорбанын күреп ҡалһа, тәпәйҙәрен алға сығарып, ҡанатын артҡа ташлап аҫҡа ташлана.
[үҙгәртергә] Һаҡлау
Был һирәк осрай торған ҡош Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың ҡыҙыл китабына индерелгән.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- И.В.Карякин. Скопа (Pandion haliaetus) // Пернатые хищники Уральского региона. Соколообразные (Falconiformes) и Совообразные (Strigiformes). Пермь: Центр полевых исследований Союза охраны животных Урала / Социально-экологический союз, 1998. - 483 с.
- Г.П.Дементьев. Скопа (Pandion haliaetus) // Птицы Советского Союза, т.1. - М.: Сов. наука. 1951. - С.275-279.