Кәримов Мостафа Сафа улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Мостай Кәрим
KarimM.jpg
BSU Internet Centre сайтынан фотография
Исеме:

Мустафа Сафа улы Кәримов

Тыуған көнө:

20 октябрь 1919(1919-10-20)

Тыуған урыны:

Өфө өйәҙе, Сәфәр волосы, Келәш ауылы,
Өфө губернаһы, РСФСР[1]

Вафат көнө:

21 сентябрь 2005(2005-09-21)

Вафат булған урыны:

Өфө, Башҡортостан,
Рәсәй Федерацияһы

Гражданлығы:

Советтар Союзы СССР
Россия Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

Ҡалып:Поэт, прозаик, драматург

Ижад йылдары:

1930-е — 2005

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

шиғырҙар, поэма, пьеса, повесть

Дебют:

«Отряд ҡуҙғалды» шиғырҙар йыйынтығы

Премиялары:
СССР Дәүләт премияһы — 1972 Ленин премияһы — 1984
Государственная премия РСФСР имени К. С. Станиславского (1967)
Наградалары:
Ҡалып:Герой Социалистического Труда
II дәрәжә «За заслуги перед Отечеством» ордены
Ҡалып:Орден За заслуги перед Отечеством 3 степени
Ленин ордены Ленин ордены Орден Отечественной войны I степени 2-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дүҫлығы ордены Орден Красной Звезды
Орден «Знак Почёта» Ҡалып:Медаль За освобождение Белграда Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» 20 years of victory rib.png
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 40 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңәүгә 50 йыл» юбилей миҙалалы
Ҡалып:Медаль Жукова
Ҡалып:Заслуженный деятель искусств РСФСР Салауат Юлаев ордены

Мостай Кәрим, ысын исеме Мостафа Сафа улы Кәримов (1919 йылдың 20 октябрь2005 йылдың 21 сентябрь) — күренекле башҡорт яҙыусыhы, шағиры hәм драматургы. Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Тормош юлы[үҙгәртергә]

1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941-се йылда Башҡорт дәүләт университетының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.


«

Ҡарҙар ирер, йылы ел иҫһә,
Ҡарҙар китеп барыр, яҙ килһә;
Бәлки, үсем кәмер дошманға,
Тәнемдәге тимер иреһә.
Ун туғыҙ йыл әрней ул яра,
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

»

—Мостай Кәрим. "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа..."[2]

Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтып килгәс ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.

1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938-се йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941-се йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары, 10-дан ашыу пьесалары донъя күрә.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телдәргә тәржемә ителгән.

2005-се йылдың 21-се сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.

Иң билдәле әҫәрҙәре[үҙгәртергә]

  • Шиғриәт йыйынтыҡтары: «Ҡара һыуҙар», «Ҡайтыу», «Европа-Азия», «Заманалар», пьесалары: «Айгөл иле», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндә», «Салауат. Өн ҡатыш ете төш», «Ташлама утты, Прометей!»
  • Повестары: «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өстаған», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ».


Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә]

Мостай Кәрим исемен Башҡортостан республикаhының Милли Йәштәр театры йөрөтә. Шулай уҡ Өфөләге бер урамға Мостай Кәрим исеме бирелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. хәҙерге Башҡортостандың Шишмә районы
  2. Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр, I том. Өфө: Китап, 2009