Кәрлә турғай

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Кәрлә турғай
Кәрлә турғай
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Regulus regulus (Linnaeus, 1758)

Ареал
изображение

     Йыл әйләнәһенә      Үрсеү осоронда

     Миграция
Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 151116
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   562698
NCBI   68468
EOL   1051232

Кәрлә турғай, һиҙәп турғай(лат. Regulus regulus, лат. Regulus regulus)— турғайҙар отрядендәге ҡош.

Эстәлеге

[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама

Турғайҙан байтаҡ бәләкәй. Башҡортостандағы иң бәләкәй ҡош. Парлашып та, күмәкләшеп тә ағас ботаҡтарында йөрөйҙәр. Ботаҡтарҙың осонда ҡанаттарын йыш-йыш ҡағып пырхылдашып алалар. Дөйөм төҫө һорғолт йәшел, кәүҙәһенең аҫ яғы аҡһыл йәшел. Ҡанаттарында арҡыры аҡ.һыҙыҡтар бар. Түбәһе сағыу ҡыҙғылт һары төҫтә, ситтәренән ҡап-ҡара һыҙыҡтар үтә. Башҡа ваҡ ҡоштар менән бутарлыҡ түгел.

Goldcrest (Regulus regulus)-4.jpg

[үҙгәртергә] Тауышы

Тауышы тоноҡ ҡына: «тси-тси-тси». һайрауы көсһөҙ: «тси-фли-фин, тси-фли-фин».

[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше

Аралаш һәм ылыҫлы урмандарҙа йәшәй. Төрлө ваҡ бөжәктәр менән туйына.. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөй, һирәк осрай. Ағас ботаҡтарында оя ҡора. Ҡыҙғылт көрән һипкелле 8—10 бөртөк аҡһыл ҡыҙыл йомортҡаһы була.

[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә