Көйөлдө һымаҡтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Көйөлдө битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Көйөлдө һымаҡтар
Larus ridibundus.jpg
Көйөлдө
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Charadriiformes
Huxley, 1867

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   176445
NCBI   8906
Ягры утрауында Чаяньче күле, Северодвинск

Көйөлдө һымаҡтар (лат. Charadriiformes, урыҫ. Ржанкообразные) — бөтә ер йөҙөндә осрай, һыу буйында йәшәй торған, көйөлдөләр менән аҡсарлаҡтарҙы эсенә алған ҡоштар отрядына ҡараған ҡош; оҙон аяҡлы, оҙон төҙ нәҙек суҡышлы, һоро сыбар төҫлө, йылға-күл буйында йәшәүсе, ҡош[1].

Был ҡош Башҡортостанда киң таралған, һыу буйҙарында тереклек итә. Оҙон аяҡлы, аҫҡа табан кәкерәйгән оҙон суҡышлы, өйрәктән ҙур. Был ҡош яҡшы йөҙә, кәрәк саҡта сума. Төҫө — ҡара, буй-буй ерән һорғолт һыҙыҡлы. Ҡойроғоноң өҫтө һәм ҡорһағы аҡ төҫтә. Аяҡтары күкһел һоро. Тауышы «көйөөөөл, көйөөөөөл, өл-өл-өл». Шырлыҡтарҙа, һыулы болондарҙа йәшәй. Ваҡ балыҡ, бөжәк, көҙөн еләк-емеш менән туҡлана.

Көйөлдө ояһын ерҙә ҡора. Көрән таптар менән ҡапланған йәшкелт-һоро төҫлө дүрт йомортҡа һала.

Көйөлдө — һунар ҡошо, уны ите өсөн аулайҙар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)