Көйөргәҙе районы
| Көйөргәҙе районы урыҫ. Куюргазинский район |
|
|---|---|
| Район гербы | Район флагы |
| Ил | Рәсәй |
| Статус | Муниципаль район |
| Төбәк | Башҡортостан |
| Эске бүленеш | 13 ауыл биләмәһе |
| Административ үҙәге | Ермолаево ауылы |
| Ойошторолған | 1931 йыл |
| Хакимиәт башлығы | Ҡотлоәхмәтов Әхәт Йәүҙәт улы |
| Халыҡ һаны | 26 259 [1] кеше |
| Халыҡ тығыҙлығы | 11,1 |
| Майҙаны | 2 370 |
| Сәғәт бүлкәте | MSK+2 (UTC+6) |
| Автомобиль коды | 02, 102 |
| ОКАТО коды | 80 239 000 000 |
| Сайт | http://kuyrgaza.tukaeva.ru |
Көйөргәҙе районы — Башҡортостан Республикаһы составындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Ермолаево ауылы.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] География
Район Башкортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сикләшә. Көйөргәҙе районының майҙаны 2 370 км² тәшкил итә. Район биләмәһе Дөйөм һырттың Төньяҡ тармағы сиктәрендә 400 метрға хәтле бейеклектә тора. Климаты йылы, ҡоро. Ағиҙел ҡушылдығы Мәләүез, Оло Юшатыр ҡушылдыҡтары Оло Көйөргәҙе һәм Кесе Юшатыр менән гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә. Һелтеләнгән ҡара ер өҫтөлөк итә. Имән, йүкә, ҡайын һәм башҡа төр япраҡлы ағастар урманы райондың 7% территорияһын биләй. Газ, нефть, һоро күмер һәм башҡа төр файҙалы ҡаҙылмалар киң таралған. Күмерҙең эйәрсәндәре — янған тоҡом (тәбиғи шарттарҙа үҙенән-үҙе янған балсыҡ) һәм кварц ҡомдары - бик ҙур ҡиммәткә эйә. Шулай уҡ гипс, ҡом, балсыҡ, суглинок, агроном рудалары ятҡылыҡтары бар. Был районда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫешкән. Ауыл хужалығы менән мәшғүл ерҙәр 190,8 мең. га (район биләмәһенең 80,5%-ты), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр— 124,7 мең. га, көтөүлектәр — 57,9 мең. га, сабынлыҡтар — 8,3 мең. га. Игенселек хужалығы бик үҫешкән. Сөгөлдөрсөлөк, көнбағыш игеү ит- һөт малсылығы һәм һарыҡсылыҡ.
Район территорияһы аша Өфө-Ырымбур һәм Яңы Мораптал - Түлгән тимер юлы, Өфө-Ырымбур һәм Ира- Мораҡ - Сибай - Магнитогорск, Ермолаево-Федоровка автомобиль юлдары үтә.
[үҙгәртергә] Тарих
Район 1935 йылдың 31 ғинуарында төҙөлгән, үҙәге Ермолаево ауылы .Эреләтеү сәйәсәте нигеҙендә 1962 йылда Мәләүез районы составына күсерелә. 1965 йылда район Күмертау районы составына индерелгән.Үҙәге Күмертау ҡалаһы. 1990 йылдан алып был район үҙәге киренән Ермолаево ауылына күсерелә. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 1992 йылдың 17 ноябрендәге Указы менән Көйөргәҙе районы итеп үҙгәртелә.
[үҙгәртергә] Халҡы
2002 йылдағы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса райондың милли составы: башҡорттар - 43,1%, урыҫтар – 28%, башҡа милләттәр – 28,9%.[2]
[үҙгәртергә] Административ бүленеш
2008 йылдың ноябрендәге мәғлүмәттәр буйынса район сосоавына 91 ауылды берләштереүсе 12 ауыл советы биләмәһе бар. [3]
- Бахмут үҙәге Бахмут ауылы
- Ермолаево — Ермолаево ауылы
- Илкәнәй — Илкәнәй ауылы
- Иҙәк - Ишмәт — Иҙәк - Ишмәт ауылы
- Керәүле-Илюшкин — Керәүле-Илюшкин ауылы
- Ленин — Бөгөлсән ауылы
- Мораптал — Яңы Мораптал ауылы
- Отрада — Иҫке Отрада ауылы
- Свобода — Свобода ауылы
- Таймаҫ — Яңы Таймаҫ ауылы
- Шәбағыш — Шәбағыш ауылы
- Яҡшымбәт - Яҡшымбәт ауылы
[үҙгәртергә] Мәғариф
Районда 57 дөйөм белеем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 17 урта, музыка һәм спорт мәктәптәре, профессилналь училище; 24 китапхана, 47 мәҙәниәт учреждениеһы, 1 үҙәк район һәм 2 участка ауыл хәстәханаһы бар. Башҡорт телендә «Юшатыр» һәм урыҫ телендә «Куюргаза» гәзиттәре нәшер ителә.
[үҙгәртергә] Күренекеле шәхестәр
- Аҙнабаев Марат Тәлғәт улы — Яҡшымбәт ауылынан табип-офтальмолог.
- Әлибаев Сәғит Рәхмәт улы — Яманһары ауылынан, БАССР-ҙың беренсе мәғариф халыҡ комиссариаты рәйесе.
- Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы — Иҫке Мораптал ауыоынан,беренсе профессиональ йырсы, композитор.
- Баязит Бикбай — Ҡалта ауылынан, шағир, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты.
- Шәмсетдин Зәки — Иҙәк - Ишмәт ауылынан, суфый-шағир.
- Солтангәрәев Рәшит Ғимран улы — Таймаҫ ауылынан, яҙыусы,С. Юлаев исемендәге премия лауреаты.
- Йомағолов Илшат Хәлил улы —Тимербай ауылынан, актёр, драматург.
- Кинйә Арыҫланов — Беренсе Кинйәабыҙ ауылынан 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы полковнигы, башҡорт дворяны, абыҙ, философ, дин белгесе, старшина.
- Мәнди Ҡотош - Ҡыпсаҡи — Бесәнсе ауылынан, 18 быуат шағиры.
- Мөхәммәт Исҡужин- Урта Мотал ауылынан, мәғрифәтсе.
- Тамара Ғәниева-Кинйәбай ауылынан, шағирә.
- Алмира Бикҡолова- Ҡалта ауылынан, химия фәндәре профессоры, академик.
- Айрат Ҡобағошов- Таймаҫ ауылынан, копозитор, сәнғәт фәндәре кандидаты.
- Өлфәт Ҡобағошов- Таймаҫ ауылы, рассәм- скульптор, Кинйә Арыҫланов һәйкәле авторы.
- Раил Байбулатов- Яманғол ауылы, яҙыусы.
- Диҡҡәт Бураҡаев- Үрге Мотал ауылы, геолог.
- Сабир Кинйәкәй- Түбәнге Мотал ауылынан, шағир, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк була.
- Ғәфиәт Арыҫланов- Икенсе Кинйәбыҙ ауылынан, башҡорттар араһынан беренсе Советтар Союзы геройы, 1939 йылғы Фин һәм Бөйөк Ватан һығыштары ҡаһарманы.
[үҙгәртергә] Иҫтәлекле урындар
- Кинйә мәмерйәһе
- Урта Мотал ауылындағы ҡыҙыл еректәр. Улар "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән. Бик һирәк ерҙәрҙә үҫә.
- Туғай Кинйәһе(Беренсе Кинйәабыҙ) ауылы тарихи- мәҙәни ҡурсаулығы.
- Ермолаевка ауылындағы 18 быуат ҡарағайҙары. Улар ауылға нигеҙ һалыусы Шотт баяры тарафынан ултыртылған.
- Бағырлы Усман (әүлиә) ҡәберлеге. Яманһары ауылы.
- Татырлы (тоҙло)шифалы батҡаҡлыҡ. Яҡут ауылынан 2 саҡырым алыҫлыҡта ята.
- Ҡуяныш йылғаһы һыуһаҡлағысы.
- Юшатыр йылғаһы һыуһаҡлағысы.
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Көйөргәҙе районы хәҡимиәте рәсми сайты (урыҫ.)
- Башҡортостан Республикаһы рәсми мәғлүмәт сайтында Көйөргәҙе районы (урыҫ.)
- Уфаген сайтында Көйөргәҙе районы ауылдары (урыҫ.)
[үҙгәртергә] Иҫкәртмә
- ↑ Численность населения Российской Федерации по городам, поселкам городского типа и районам на 1 января 2010 года
- ↑ Население Башкортостана: XIX—XXI века: статистический сборник/ Территориальный орган Федеральной службы государствеңой статистики по Республике Башкортостан.- Уфа:Китап, 2008.- 448 с.:ил.
- ↑ Закон Республики Башкортостан "Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населеңых пунктов" (Принят Государствеңым Собранием – Курултаем Республики Башкортостан 18 ноября 2008 года)
Абдул | Ҡарай | Кинйәабыҙ | Тимербай | Яҡуп | Бахмут | Красный Восток | Покровка | Яңауыл | Горный Ключ | Яманһары | Ермолаевка | Илкәнәй | Бәләкәй Муса | Яңы Муса | Ҡарағай разъезы | Йомағужа | Зәк-Ишмәт | Марьевка | Михайловка | Керәүле-Илюшкин | Александров | Арыҫлан-Әмәкәс | Кинйәбай | Кузнецов | Знаменка (Көйөргәҙе районы) | Яңы Михайловка | Яңы Троицкий | Яңы Йәҙгәр | Яңы Ямаш | Павловка | Сураҡай | Айсыуаҡ | Бөгөлсән | Анновка | Балъя | Ковалевка | Мәмбәтҡол | Пчелка | Молокан | Дедов | Ҡунаҡбай | Санйын | 2-се Санйын | Яңы Мораптал | Красный Маяк | Ҡыҙыл Маяк | Яңы Аллабирҙе | Яңы Ҡалта | Мораптал станцияһы | Иҫке Мораптал | Яҡут | Юшатыр | Иҫке Отрада | Аҡһары | Яңы Отрада | Яңы Урал | Ольховка | Савельевка | Самарцев | Яманғол | Свобода | 2-се Төкән | Яңы Таймаҫ | Лена | Ульяновка | Ялсыҡай | Шәбағыш | Егорьевка | Ивановка | Ҡансыра | Холмогор | Холодный Ключ | Яҡшембәт | Үрге Баба | Ҡотлоюл | Көйөргәҙе | Түбәнге Баба | Разномойка | Урта Баба | Яңы Юл | Яҙлау |
| Башҡортостан райондары |
| Архангель | Асҡын | Ауырғазы | Баймаҡ | Баҡалы | Балтас | Бәләбәй | Балаҡатай | Белорет | Бишбүләк | Бөрө | Благовар | Благовещен | Бүздәк | Борай | Бөрйән | Ғафури | Дәүләкән | Дыуан | Дүртөйлө | Ейәнсура | Иглин | Илеш | Ишембай | Йәрмәкәй | Йылайыр | Краснокама | Күгәрсен | Кушнарен | Көйөргәҙе | Ҡалтасы | Ҡариҙел | Ҡырмыҫҡалы | Ҡыйғы | Мәләүез | Мәсетле | Мишкә | Миәкә | Нуриман | Өфө | Саҡмағош | Салауат | Стәрлебаш | Стәрлетамаҡ | Тәтешле | Туймазы | Учалы | Федоровка | Хәйбулла | Шишмә | Шаран | Әбйәлил | Әлшәй | Яңауыл |