Көстөғол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Көстөғол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡырмыҫҡалы районы

Координаталар

54°22′49″ с. ш. 56°20′38″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 235 830 003

ОКТМО коды

80 635 430 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Көстөғол (Рәсәй)
Көстөғол
Көстөғол
Көстөғол (Башҡортостан Республикаһы)
Көстөғол


Көстөғол (рус. Кустугулово) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 171 кеше[1]. Почта индексы — 453010, ОКАТО коды — 80235830003.


Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) буйынса өҫтөнлөк иткән милләт — башҡорттар (98 %)[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 71
1920 йыл 26 август 105
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 156
1959 йыл 15 ғинуар 166
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 172
2002 йыл 9 октябрь 235
2010 йыл 14 октябрь 171 86 85 50,3 49,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йәштәр (урамы) (рус. Молодежная (улица))
  • Үҙәк (урамы) (рус. Центральная (улица))[3]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көҫтәғол — 1816 йылда барлыҡҡа килгән яңы тораҡ пункты, ул ваҡытта 20 кеше йәшәгән ике ихатанан ғына тора. Улар — 66 йәшлек Көҫтәғол Исергәпов ғаиләле ике улы менән һәм 39 йәшлек Юламан Сәйфулла ғаиләһе. Ауылға нигеҙ һалыусының һәм уның улдарының ғаиләләре полигам булған. Ауылдың исемен һәм тәүге төпләнеүсенең исемен документтарҙа төрлөсә яҙҙылар: йә Көстөғол, йә Күсеғол, йә Күсемғол.

1834 йылда 19 ир-ат һәм 22 ҡатын-ҡыҙ һәм 7 күскенсе була.

Халыҡтың күршеләре менән ғаилә бәйләнеше тураһында туранан-тура мәғлүмәт юҡ. Әммә ситләтелгән мәғлүмәттәр буйынса, туғанлыҡ ептәре Үтәгән ауылына барып тоташа, сөнки Көҫтәғол Үтәгән ауылы кешеһе Иштуғанов Исергәптең улы була. 1787 йылда Чириковҡа аҫаба ерҙәрҙе һатыуҙа ҡатнашҡан. 1859 йылда 9 йортта 27 ир-ат һәм 28 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1920 йылда Көстәғол ауылы Арҡауыл тип аталған. Был исемдең барлыҡҡа килеүен аңлатыуы ҡыйын. Ул ваҡытта 23 йортта 47 ир-егет һәм 59 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

Ауыл халҡы башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 1842 йылда 41 кешегә ужым 128 бот һәм яҙғы 288 бот иген сәселгән. 54 кеше (13 йорт) 80 ат, 50 һыйыр, 8 һарыҡ, 10 кәзә тотҡан. Умартасыларҙың 80 умартаһы булған.

Көстөғол ауылында мәсет булмаған[4].

Сайтта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кустугулово[5]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]