Лацинка

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Минск ҡалаһында лацинка алфавитында "Раков биҫтәһе" тип яҙылған юлкүрһәткес

Лаци́нка (шулай уҡ лати́нка исеме осрай) бел. łacinka, лацінка — белорус телендә яҙыу өсөн ҡулланылған латин әлифбаһының варианты.

Хәҙерге ваҡытта Наша ніва гәзитендә, шулай уҡ Arche журналында, белорус диаспора прессаһында һәм Интернетта киң ҡулланыла.

[үҙгәртергә] Әлифба

Лацинка ҡулланылған осорҙа уның әлифбаһы бер нисә тапҡыр үҙгәрҙе. 1990 — 2000 йылдарҙағы (шулай уҡ хәҙер ҡулланылған) лацинка версияһы:

Aa Bb Cc Ćć Čč Dd Dz dz Dź dź Dž dž
Ee Ff Gg Hh Ch ch Ii Jj Kk Ll
Łł Mm Nn Ńń Oo Pp Rr Ss Śś
Šš Tt Uu Ŭŭ Vv Yy Zz Źź Žž

Хәҙерге белорус латиницаһы традицион латин алфавитынан һәм өҫтәлмә č, š, ž, ć, ś, ź, ń, ŭ, ł хәрефтәренән тора.

[үҙгәртергә] Тарих һәм ҡулланыу

16-сы быуаттан башлап латин яҙыуы менән яҙылған белорус телендә тексттар осрай башлай. Улар кодификациялаштырылмаған (дөйөм яҙыу ҡағиҙәләре әле индерелмәгән), яҙыу өсөн поляк хәрефтәре һәм яҙыу ҡағиҙәләре ҡулланыла. Лацинка ҡулланыу сәбәбе: белорус телендәге тексттарынан алынған өҙөктәрҙе поляк һәм латин тексттарына ҡуйыу кәрәклеге.

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә