Лентини Франческо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Франческо Лентини
Francesco Lentini
Портрет
Эшмәкәрлек төрө:

цирковой артист

Тыуған ваҡыты:

18 май 1889(1889-05-18)

Тыуған урыны:

Розолини, Сицилия, Италия

Гражданлығы:

Италия Италия
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Вафат ваҡыты:

22 сентябрь 1966(1966-09-22)

Вафат урыны:

Джэксонвилл, Флорида, США

Франческо (Фрэнк) Лентини (18 май 1889, Розолини, Сицилия, Италия — 22 сентябрь 1966, Джэксонвилл, Флорида, АҠШ) — өс аяҡ менән тыуған кеше.

Биография[үҙгәртергә]

Франческо ғаиләләрендә ун икенсе бала була. Әммә ул башҡалар кеүек булып тыумай. Уның игеҙ һыңары етлекмәй, һәм уның умыртҡа һөйәгенә бәйле була. Һөҙөмтәлә Лентиниҙың өс сәләмәт аяҡ, ике енес ағзаһы, һәм тағы ла тубыҡ тирәһенән сурайып торған, үҫешеп етмәгән дүртенсе аяғы була. Аяҡтарында ун алты бармағы ла була.

Табиптар игеҙәктәрҙе айырыуҙан баш тарталар. Лентини умыртҡа һөйәгенә бәйле хәрәкәтһеҙ ҡалыр тип ҡурҡалар. Ата- әсәләре зәғиф баланан баш тарта. Бер ни саҡлы ул инәләрендә йәшәй. Әммә ул да уны зәғиф балалар приютына бирергә була. Ошо көнгә хәтле Франческо үҙенең артыҡ ағзаларын күрә алмай. Приютта башҡа балаларҙың башҡа ағзалары етмәүен күреп хайран ҡала. Һәм ул ағзаларына ҡарашын үҙгәртә. Яйлап футбол уйнарға, скакалкала һикерергә,велосипедта йөрөргә, хатта конькиҙа шыуырға өйрәнә.

Франческо 1900 йылдарҙа

8 йәшендә саҡта. Башҡа сицилийсылар менән бергә АҠШ-ҡа миграциялана. Ул шунда үҫә, циркҡа эшкә урынлаша. Һәм тиҙҙән танылыу яулай. Уның өсөнсө аяғы менән футбол тубын тибеүе бигерәк тә популярлыҡ килтерә. Франческо ике аяғы менән китеп барғанда. өсөнсө аяғы туп тибә. Тамашасыларҙың быға иҫе китә. Тора бара физик кәмселек икесе планға күсә. Халыҡ зәғиф кеше күрергә килә, әммә бар яҡлап камил, шаян, мәрхәмәтле кеше менән осраша.


Һөймәләкле егет яңғыҙ ҡалмай, Тереза Мюрре менән өйләнешә һәм улар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. 30 йәшендә америка гражданлығы ала. Фрэнк Лентини вафатына саҡлы «Барнум и Бейли», «Кони Айленд» һәм «Шоу Буффало Билла» кеүек билдәле цирктарҙа эшләп йөрөй.

Хеҙмәттәштәре араһында ихтирамлы була.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]