Людимла Радченко
| Людмила Радченко | |
| Һөнәре: | Ҡалып:Телеведущая, топ-модель, Ҡалып:Актриса |
|---|---|
| Тыуған датаһы: | 11 Ноябрь (Ҡырпағай) 1978 |
| Тыуған урыны: | Омск |
| Гражданлығы: | |
| Сайт: | ludmillapopart.it |
Людмила Радченко (11 ноябрь 1978, Омск, Россия) — Россия моделе, итальян телевизион тапшыруҙары алып барыусыһы, актриса.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Биография
Людмила Радченко ССРБла, Омск ҡалаһында тыуа. 1996 йылда ул танылған Омск гүзәллек һәм мода бәйгеһендә "Современный образ" вице-мисы титулын яулай. Шулай уҡ ул тамашасылар симпатияһы призына лайыҡлы табыла.
Һуңғараҡ ул "Мисс Россия" конкурсында Омск вәкиле булараҡ ҡатнаша. Конкурстан һуң Людмила Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта телетапшырыуҙарда ҡатнаша.
2000 йылда ул Италияға китә һәм тапшырыуҙар алып барыусы буларак Паппериссима телеканалында эшләй. 2003 йылда ул Антенна 3 телеканалында "Spicy Tg" тапшырыуында ҡатнаша.
2005 йылда la Talpa реалити-шоуында ҡатнаша, ярымфиналға тиклем барып етә.
2006 йылдың йәйендә Людмила Майамиҙа уҙған һәм Италия 1 телеканалында күрһәтелгән кинотөшөрөүҙәрҙә баш ролде башҡара. Киләһе йылда ул Мелодиялар һәм баш эйәүселәр тапшырыуында ҡатнаша. Һуңыраҡ ул Sky Vivo реалити-шоуындағы конкурста ҡатнаша.
La Talpa'дан һуң Людмила рәсем сәнғәте менән шөгөлләнә, ҡайбер эштәрен Миланда күрһәтә. Үҙен сәнғәткә бағышларға ҡарар итә.
2008 йылда Людмила A Light Of Passion фильмында төшә.
Нью-Йоркта рәсем сәнғәте өлкәһендә белем алғандан һуң ул үҙенең хеҙмәттәрен төрлө күргәҙмәләрҙә һәм галереяларҙа күрһәтә. 2010 йылда ул "Һыйырҙар Парады 2010" халыҡ -ара күргәҙмәһе өсөн бик ҙур һыйыр рәсеме яһай.
Шулай уҡ ул үҙ эштәрен Миландагы арт-триеналеда күрһәтә. Луччала заманса сәнғәт Музейында үҙ күргәҙмәһен ойоштора.
2011 йылдың февралендә Милан провинцияһы Донъя мәҙәниәте йортонда Людмилаға күргәҙмәһен ойошоторорға тәҡдим итә. 2011 йылдың майында Нью-Йорк галереяһы Ludmilla'ты ризыҡ сәнғәте фестивалендә күрһәтә, шулай уҡ уның хеҙмәттәре Сохода, Crown Fine Art галереяһында күрһәтелә.
[үҙгәртергә] Телекарьера
- La sai l'ultima? (2001)
- Passaparola (programma televisivo) (2001-2002)
- Spicy Tg (2003)
- La talpa (reality show) (2005)
- On the Road (programma televisivo) (2006)
- Tuning and Fanatics (2007)
- Reality Game (2007)
- Modeland (2008)
[үҙгәртергә] Фильмография
- Il viaggio (2005)
- R.I.S. Delitti imperfetti (2006)
- A Light of Passion (2006)
- Scaccomatto (2008)
- L'ispettore Coliandro: Sesso e segreti (2009)
- Un posto al sole d'estate (2009)
- Ganja Fiction (2010)
[үҙгәртергә] Һылтанмалар
- Рәсми сайт (инг.)
- Людмила Радченко модель агентлыҡтары каталогында (инг.)