Люминесценция

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Люминесценция (лат. lumen — яҡтылыҡ һәм –escent — көсһөҙ тәьҫирҙе аңлатҡан суффикс), матдә ярҙамында ярһытыу энергияһы йотолғандан һуң барлыҡҡа килгән һәм сикләнгән ваҡытта ғына барған, тигеҙләнештән өҫтөнөрәк фотондар нурланышы[1].

Ярһытыуҙың төрө б са фото (ярһытыу энергияһының сығанағы — яҡтылыҡ), радио (радиоактив нурланыш), рентген (рентген нурланышы), соно (ультратауыш нурланышы), электро (электр ҡыры), катод (электрондар шәлкеме), трибо (мех. тәьҫир), хемилюминесценция айырыла. Биологик объекттарҙың Люминесценция— био Люминесценция Яҡтырыу оҙайлығы б са флуоресценция (тиҙ һүнә торған Люминесценция) һәм фосфоресценция (оҙайлы Люминесценция), элементар процестарҙың механизмы б са — резонанслы, үҙенән үҙе булған, мәжбүри, рекомбинациялы, сенсибилизациялаштырылған Люминесценция айыралар.

Люминесценцияға һәләт люминесценцияланыусы матдәнең тәбиғәтенә, фаза хәленә, тышҡы шарттарға бәйле. Шыйыҡ мөхит Люминесценция башлыса органик матдәләрҙең эретмәләренә һәм металл иондарына хас, металл парҙарының һәм затлы газдарҙың Люминесценция баҫым түбән булғанда күҙәтелә, кристалдарҙағы Люминесценция баҙыҡлығы уларҙа ҡушылмалар (активаторҙар) булыуына бәйле. Люминесценция тикшереү өсөн спектрофлюориметрҙар, һүнеү ваҡытын билдәләү өсөн тауметрҙар ҡулланыла. Люминесценция фотохимияла һәм химик кинетикала, медицинала, фотобиологияла, ҡаты есем физикаһында, аналитик химияла файҙаланыла.

Электро һәм фото Люминесценция яҡтылыҡ сығанаҡтары, катод Люминесценция — электрон приборҙары (осциллограф, телевизор, локатор һ.б.) яһағанда, радио Люминесценция — люминесцент камераларҙа, сцинтилляцияларҙы һанау приборҙарында, рентген Люминесценция — рентгеноскопияла, байтаҡ матдәләрҙең баҙыҡ Люминесценция — аҙ миҡдарҙағы ҡушылмаларҙың люминесцент анализында, люминесцент кино төшөрөүҙә һәм дефектоскопияла файҙаланыла.

Лазерҙарҙың эшләүе Люминесценция нигеҙләнгән, люминесцент буяуҙар м н туҡымаларҙы, юл билдәләрен һ.б. буяйҙар. Юғары энергиялы элементар өлөшсәләрҙең тәьҫиренән люминесценциялана торған ҡайһы бер матдәләр (сцинтилляторҙар) ядро физикаһында һәм радиохимияла файҙаланыла. Башҡортостанда Люминесценция б са тәүге тикшеренеүҙәр 20 б. 20—30 сы йй. Өфө физика институтында үткәрелә. Н.З.Андреев тарафынан сит ион активаторҙар, ш. иҫ. цинк сульфиды, ҡушылмалары ингән күп компонентлы системаларҙың фото Люминесценция тикшерелә. 50 се йй. уртаһынан Геология институтында Көнб. Башҡортостандың девонға тиклемге дәүерҙәге ултырмаларында таралған органик матдәнең люминесцентлы битуминологик һәм геохимик үҙсәнлектәре тикшерелә, битумдарҙың күләме һәм сифаты тоҡомдарҙың литологик составына бәйле икәне асыҡлана (М.А.Гаррис, Н.А.Зөфәрова).

70 се йй. алып Органик химия ин тында В.П.Казаков етәкс. полимерҙарҙың һәм туңдырылған эретмәләрҙең радиотермо Люминесценция, ауыр металдарҙың, сцинтилляторҙарҙың радио Люминесценция, уран, лантаноидтар, ксенон, органик пероксидтарҙың (диоксетан, диоксиран) хеми Люминесценция ентекле тикшерелә. Трансуран элементтарының әсе һыу эретмәләрендә α нурланыштарын теркәү өсөн һыу сцинтилляторы, И.В.Курчатов ис. Атом энергияһы ин ты (Мәскәү) м н берлектә антинейтрино һәм нейтрондарҙы теркәү өсөн сцинтиллятор уйлап табыла. 70 се йй. уртаһынан БДМУ ла Р.Р.Фәрхетдинов етәкс. хеми Люминесценция өйрәнелә. Молекулалар һәм кристалдар ин тында полимер материалдарҙың электро Люминесценция, Нефтехимия һәм катализ ин тында — сонно Люминесценция, фуллерендарҙың фото Люминесценция, БДУ ла окисландырыу процестарының хеми Люминесценция тикшерелә. 90 сы йй. башлап Биохимия һәм генетика ин тында Люминесценция файҙаланып сылбырлы биохимик реакциялар барышында нуклеин кислоталары булыуын асыҡлау өсөн һиҙгерерәк ысулдар эҙләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]