Магистратура

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Магистратураюғары белемдең икенсе кимәле. «Магистр» дәрәжәһе юғары уҡыу йортон тамамлаған, «бакалавр» (Бакалавриат) йәки «белгес» дәрәжәһе булған, өҫтәмә уҡыу курсы (2 йыл) үткән, махсус имтихандар тапшырған һәм магистрлыҡ диссертацияһын яҡлаған кешеләргә бирелә. Рәсәйҙә М. 1803 й. Александр I указы м н индерелә. 19 б. — 20 б. башында магистр — түбәнге, дәүләт имтихандары индерелгәс, беренсе ғилми дәрәжә; кафедраға мөдирлек итеү һәм Рангтар табеленә ярашлы 9 сы класс чины алыу хоҡуғын биргән. 1917 й. М. бөтөрөлгән. 1990 сы йй. башынан магистр — бакалавр м н фән канд. араһындағы дәрәжә. Европа юғары белеме зонаһы т дағы Болонья декларацияһына (Италия, 1999; Рәсәй 2003 й. ҡушыла) ярашлы, юғары уҡыу йорттарында юғары белем баҫҡысы итеп индерелә. БР ҙа М. ӨДАТУ ла (1994 й. алып), ӨДНТУ ла (1997 й. алып), БДУ ла (1999 й. алып), БДПУ ла (2006 й. алып) бар.