Магнитогорск дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Магнитогорск дәүләт университеты
Нигеҙләү датаһы 1932
Рәсми атамаһы Магнитогорский педагогический институт һәм Магнитогорский вечерний индустриально-педагогический институт
Дәүләт  Рәсәй
 СССР
Административ-территориаль берәмек Магнитогорск
Алмаштырылған Магнитогорск дәүләт техник университеты[1]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2013
Рәсми сайт masu.ru
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Магнитогорского государственного университета[d]
Карта

Магнитогорск дәүләт университеты (МаДУ), Магнитогорск классик университеты — рус. Магнитогорский государственный университет — Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында 1932—2014 йылдарҙа эшләгән юғары уҡыу йорто[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ХХ быуатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыу йорто 1932 йылдың 1 октябрендә киске индустриаль педагогик институт булараҡ ойошторола. Институтта беренсе көндән математика, физика, химия һәм тарих факультеты асыла, һәм шул уҡ йылдың ноябренән рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһы өҫтәлә.

1938 йылда, киске факультет педагогик институтҡа үҙгәртелә, өс факультет : физика-математика, тарих һәм филология һаҡланып ҡала, 1947 йылда сит ил телдәре факультеты ҡушыла, 2004 йылдан ул лингвистика һәм тәржемә факультеты тип атала.

1959 йылда педагогика һәм башланғыс белем методикаһы факультеты асыла.

1962 йылда педагогика һәм мәктәпкәсә тәрбиә биреү психологияһы факультеты, сәнғәт һәм графика факультеты ойошторола.

Сәнғәт-график факультеты, социаль һөнәрҙәр, индустриаль-педагогик факультеттар, психология, социаль педагогика, информатика тарих, кадрҙарҙы яңынан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү бүлектәре асыла [3].

XXI быуатта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылдан-йыл факультеттар һәм белем биреү тармаҡтары өҫтәлә бара. Хәҙерге мәлдә, 2000 йылдан университетта 20 яңы һөнәр биреүгә лицензия алынған, 7 һөнәр буйынса аспирантура белеме бирелә.

2003 йылда Магнитогорск дәүләт университеты базаһында Көньяҡ Урал төбәк «Интернет-мәғариф» үҙәге төҙөлә, ул йыл һайын белем биреү учреждениеларының 1000-гә яҡын хеҙмәткәренең квалификацияһын арттырыуҙы тәьмин итә. МаДУ төпкөл уҡыу йортонан Көньяҡ Урал төбәгенең көслө ғилми һәм педагогик кадрҙар үҙәгенә әүерелә һәм Рәсәй Федерацияһында иң эреләре рәтенә инә.

Хәҙерге ваҡытта университетта — 14 факультет, 57 кафедра, күп һанлы лабораториялар, оҫтаханалар, махсуслаштырылған кабинеттар һәм кластар булған юғары уҡыу йорто, уларҙа 612 уҡытыусы эшләй. Университеттың барлыҡ бүлексәләре компьютер техникаһы менән йыһазландырылған һәм интернетта берҙәм локаль селтәргә берләшкән. Университетта белем биреү процесына юғары уҡыу йортона инергә әҙерлек, 37 тармаҡ буйынса юғары һөнәри белем биреү , юғары уҡыу йортонан һуңғы һөнәри белем (аспирантура һәм докторантура) һәм өҫтәмә белем (белгестәр һәм идара итеү хеҙмәткәрҙәренең квалификацияларын күтәреү) инә [4].

Билдәле уҡытыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле тамамлаусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гл. ред. В. В. Алексеев. Магнитогорский Государственный Технический Университет им. Г.И.Носова // Уральская историческая энциклопедия. — УрО РАН, Институт истории и археологии. Екатеринбург: Академкнига. — 2000.