Майлы бәшмәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Майлы бәшмәк
Butterroehrling.jpg
Ябай майлы бәшмәк
Goldroehrling1.jpg
Ҡарағас майлы бәшмәге
Suillus bovinus.jpg
Козляк
Suillus variegatus.jpg
Һары-һоро майлы бәшмәк
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Бәшмәктәр
Бүлексә: Базидиомицеттар
Класс: Агарикомицеттар
Тәртип: Boletales
Ғаилә: Suillaceae[[Категория:Suillaceae]]
Ырыу: Майлы бәшмәк
Латинса исеме
Suillus Gray 1821
NCBI 5379

Майлы бәшмәк (урыҫ. Масленок) (лат. Suillus) — ырыуы көпшәле бәшмәктәр , ғаиләһе Болет һымаҡтар (лат. Boletaceae). Исемен майлы булыуғ бәйле алған. Эшләпәһе -тайғалаҡ. Майлы бәшмәктәрҙең башҡа болет һымаҡтарҙан айырмалығы шунда: ул елем һымаҡ йәбешкәк, эшләпәһенең ҡабығы һәм балдағы бик тиҙ ҡубып сыға.


Морфология[үҙгәртергә]

  • Эшләпәһе ярым йоморонан алып тигеҙ формалығаса, шыма, елемле һәм йәбешкәк лайлалы, тышынан тиҙ әрселә. Ҡаплап торған япмаһы (шәхси япма) ла булырға мөмкин.
  • Гименофор эшләпәһенән тиҙ айырылып сыға,өҫтө-өҫтөнә үҫә, йәки тәпәш һаплы, һары йәки аҡ төҫтә.
  • Һабы тоташ, шыма йәки бөртөклө, ҡайһы саҡ ҡара япма ҡалдыҡтары менән балдағы була.
  • Йомшағы аҡ йәки һарғылт, төҫөн ҡыҙылға йәки зәңгәргә тиҙ генә үҙгәртә һалып бармай.
  • Спора порошогы һарының төрлө сағылыштары төҫөндә.

Тирә-яҡ мөхит һәм таралышы[үҙгәртергә]

Бар төрҙәре лә Suillus — ылыҫлы ағастар менән микоризо барлыҡҡа килтереүселәр , бигерәк тә ике ылыҫлы йәки биш ылыҫлы ағастар ҡарағайҙар һәм ҡарағастар менән. Таралышы Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәте, урындағы һәм килтерелгән төрҙәре донъяның бар төбәктәрендә лә осрай. Африкала һәм Австралияла ла билдәле.

Төрҙәре[үҙгәртергә]

Майлы бәшмәктәр ырыуы 40-50 төрҙө эсенә ала[сығанаҡ 1500  көн күрһәтелмәгән].

Кат.* Латинса исеме Башҡортса исеме
UG icon.svg Suillus aeruginascens Һоро майлы бәшмәк, күгәрә башлаған ҡарағас майлы бәшмәге
G icon.svg Suillus bellinii Беллини майлы бәшмәге
UG icon.svg Suillus bovinus Козляк, решетник
G icon.svg Suillus clintonianus Билбаулы майлы бәшмәк
G icon.svg Suillus flavidus Һаҙ майлы бәшмәге, һарғылт майлы бәшмәк
G icon.svg Suillus granulatus Бөрсөклө майлы бәшмәк, йәйге майлы бәшмәк
UG icon.svg Suillus grevillei
(Suillus elegans)
Ҡарағас майлы бәшмәге
G icon.svg Suillus luteus Ябай майлы бәшмәк, һуңғы майлы бәшмәк, һары майлы бәшмәк, ысын майлы бәшмәк, көҙгө майлы бәшмәк
UE icon.svg Suillus piperatus[1] Боросло майлы бәшмәк, борос бәшмәге
G icon.svg Suillus placidus Аҡ майлы бәшмәк, йомшаҡ майлы бәшмәк, төҫһөҙ майлы бәшмәк
G icon.svg Suillus plorans Кедр майлы бәшмәгей
G icon.svg Suillus rubinus Аҡыҡ төҫлө майлы бәшмәк
UG icon.svg Suillus salmonicolor Һарғылт майлы бәшмәк
UE icon.svg Suillus sibiricus Себер майлы бәшмәге
UE icon.svg Suillus spectabilis Маслёнок примечательный
G icon.svg Suillus tridentinus Ерән-ҡыҙыл майлы бәшмәк
G icon.svg Suillus variegatus Һары һор майлы бәшмәк, һаҙ майлы бәшмәге
VG icon.png ашарға яраҡлы бик шәп бәшмәк G icon.svg ашарға яраҡлы шәп бәшмәк UG icon.svg шартлы ашарға яраҡлы бәшмәк
UE icon.svg ағыуһыҙ ашарға ярамаған бәшмәк 375px-TOX icon.svg.png ағыулы бәшмәк Skull and crossbones.svg үтә ағыулы бәшмәк.



Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Дермек А. Грибы. — Братислава: изд-во «Словарт», 1989.
  • Гарибова Л. В., Сидорова И. И. Грибы — М.: ABF 1997. ISBN 5-87484-046-X

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. В настоящее время этот гриб относят к роду Chalciporus семейства Болетовые
  2. Smith A. H., Thiers H. D. The Boletes of Michigan — University of Michigan Press, 1971.