Македония Республикаһы Йыйылышы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Македония Республикаһы Йыйылышы (макед. Собранието на Република Македонија) — Македония Республикаһының парламенты, вәкиллек һәм закондар ҡабул итеү органы.

МР Йыйылышы структураһы[үҙгәртергә]

Македония парламенты бер палаталы, МР Уставына (Конституцияһына) ярашлы унда 120-нән алып 140-ҡаса депутат була ала. Депутаттар ғөмүми һайлауҙа серле тауыш биреү менән 4 йыллыҡ срогына һайлана. Македония Республикаһы Йыйылышы башлығы — Рәйес (спикер, макед. Претседател) була.

МР Йыйылышы ултырыштары Скопье ҡалаһында, Македония Республикаһы Йыйылышы Палатаһында (макед. Палата на Собранието на Република Македонија) урын ала.