Мали

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мали Республикаһы
République du Mali (фр.)  Mali ka FasojamanaҠалып:Ref-bm
Мали гербы
Флаг
Девиз: «Un peuple, un but, une foi»
Гимн: «Pour l'Afrique et pour toi, Mali»
Үҙаллылыҡ датаһы 22 сентябрь 1960Франциянан)
Рәсми тел Француз
Баш ҡала Бамако
Эре ҡалалар Бамако, Сикасо, Мопти, Кутиала, Каес, Сегу
Идара итеү төрө Президент республикаһы/Хәрби диктатура
Президент

Премьер-министр

Дионкунда Траоре

Модибо Диарра

Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
24
1 240 192 км²
1,6
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

14 517 176 чел. (68)
11,71 чел./км²
ИЧР  0,371 (түбән) (178 урын)
Валюта франк КФА
Интернет-домен .ml
Код ISO ML
МОК коды MLI
Телефон коды +223
Сәғәт бүлкәте 0

Мали (фр. Mali), рәсми атамаһы Мали Республикаһы (фр. République du Mali) — Көнбайыш Африкалағы дәүләт. Көнбайышта Сенегал, төньяҡта Мавритания һәм Алжир, көнсығышта Нигер, көньяҡ-көнсығышта Буркина-Фасо, көньяҡта Кот-д’Ивуар һәм Гвинея менән сиктәш.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге Мали территорияһын негроид расаһы халыҡтары бер нисә мең йыл элек төйәк иткән. Улар һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Б. э. т. III мең йыллыҡтан алып игенселек менән дә шөғөлләнә башлағандар. Малиҙың иң боронғо мәҙәниәт ҡомартҡылары неолит дәүеренә ҡарай (Бандиагарҙа һәм Бамакола ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр). Б. э. III быуатынан алып хәҙерге Мали территорияһында бер-береһен алмаштырған өс империя булған: Гана (III—XI быуаттар), Мали (XIII—XV быуаттар), Сонгай (XV—XVI быуаттар). XI быуат аҙағында Гананы мурабиттар яулап ала, урындағы халыҡ ислам диненә күсә. XII—XVI быуаттарҙа Мали территорияһында урынлашҡан дәүләттәрҙә ҡала төҙөлөшө үҫешә. XVI быуат аҙағында мароккандар Сонгай империяһын яулап ала. XVII быуатта бамбара ҡәбиләһенең ике дәүләте барлыҡҡа килә, улар үҙ-ара ыҙғыша, ә XIX быуат башында тукулер ҡәбиләһенә ҡаршы көрәш өсөн берләшә. XIX быуат уртаһына тукулер ҡәбиләһе Малиҙың көньяғын үҙенә буйһондора. 18821898 йылдарҙа Мали территорияһында Вассулу ислам империяһы булған.

Француз колонияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуаттың икенсе яртыһында Франция хәҙерге Мали территорияһында колониаль сәйәсәт үткәрә башлай. XX быуат башына хәҙерге Мали тулыһынса француздарға буйһондорола һәм Француз Суданы исемен ала.

1932 йылда Нигер йылғаһы үҙәнендә дөгө һәм мамыҡ үҫтереү өсөн ерҙәрҙе үҙләштереү маҡсатында «Офис дю Нижер» компанияһы булдырыла. Һуғарыу каналдары, тимер һәм автомобиль юлдары төҙөлә.

1945 йылда Француз Суданы Францияның диңгеҙ аръяғы биләмәһе статусын ала. Урындағы һайлап ҡуйыла торған власть органдары булдырыла, урындағы халыҡҡа Франция гражданлығы бирелә, сәйәси фирҡәләр һәм башҡа ойошмалар рөхсәт ителә.

Бойондороҡһоҙлоҡ алыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1946 йылда Модибо Кейта Ф. Уфуэ-Буаньи менән бергә Судан берлеге фирҡәһен ойошторалар, колониализмға ҡаршы көрәш башлана. 1958 йылда Француз Суданы Француз берлеге составында автоном Судан Республикаһына әүерелә. 1959 йылда Мали Федерацияһы барлыҡҡа килә, унда Судан Республикаһы һәм Сенегал инә. 1960 йылдың июнендә Мали Федерацияһы Француз берлеге сиктәрендә бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә. 1960 йылдың авгусында Сенегал федерация составынан сыға. 1960 йылдың 22 сентябрендә Судан Республикаһы Француз берлегенән сыға һәм үҙен бойондороҡһоҙ Мали республикаһы итеп иғлан итә.

Беренсе Президент[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1960-1968 йылдарҙа Малиҙың Президенты Модибо Кейта була. Ул Судан берлеге фирҡәһен да етәкләй. Тышҡы сәйәсәттә СССР һәм социалистик илдәр менән бәйләнештәр үҫтерелә. Рәсми идеология итеп марксизм-ленинизм иғлан ителә. Быға ҡарамаҫтан, Модибо Кейта 1961 йылда АҠШ-ҡа сәфәр яһай, Президент Джон Кеннеди менән дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштыра. Мали хөкүмәте иҡтисадты дәүләтләштереү юлын һайлай. Иҡтисад өлкәһендә үҙгәрештәр үтә киҫкен була, мәҫәлән, 1962 йылда Мали Африканың француз колонияларында ҡулланылған франктан баш тарта һәм милли валюта - мали франкын ҡабул итә. Был аҙым тышҡы сауҙа өсөн бик уңышһыҙ булып сыға. Сәнәғәттә ауыр мәсьәләләр килеп тыуа — был шарттарҙа иҫәп тотолған предприятиелар килемле эшләй алмай. Экспортҡа ебәрелеүсе тауарҙар етештереү кәмей, илдең халыҡ-ара түләүҙәргә аҡсаһы етмәй. Дәүләт аппаратын тотоуға дәүләт бюджетының 80 проценты китә. Хеҙмәтсәндәрҙең тормош кимәле насарая.

1967 йылда хөкүмәткә Франция менән сауҙа бәйләнештәрен тергеҙергә, илде африка франкы зонаһына ҡайтарырға һәм Париждан арыу ғына иҡтисади ярҙам алырға тура килә. Ул ғына ла түгел, Модибо Кейта Францияға ил иҡтисады өҫтөнән киң күҙәтеү хоҡуғы бирергә лә мәжбүр була. Был сәйәсәт Судан берлеге фирҡәһенең бүленеүенә килтерә, Президент ризаһыҙҙарға ҡарата ҡаты саралар күрә.

1968 йылдағы дәүләт түңкәрелеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1968 йылдың ноябрендә лейтенант (һуңынан подполковник) Муса Траоре етәкселегендә бер төркөм хәрбиҙәр дәүләт түңкәрелеше ҡыла. Сәйәси эшмәкәрлек тыйыла, элекке Президент Модибо Кейта илдең төньяғына Кидаль ҡалаһына төрмәгә оҙатыла. М. Траоре социалистик илдәр ярҙамынан баш тартмай, шул уҡ ваҡытта Франция, АҠШ, ГФР, Канада, ғәрәп илдәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә башлай. 1972-1973 йылдарҙа илдә көслө ҡоролоҡ була, был мәсьәләне Траоре хөкүмәте хәл итә алмай. Сит илдәрҙән килгән ярҙамды урлап бөтәләр. 1974 йылда Малиҙа референдум үтә, 99 % тауыш менән яңы конституция ҡабул ителә, унда эшҡыуарлыҡҡа һәм шәхси милеккә хоҡуҡ гарантиялана. Бынан тыш, формаль рәүештә бер партиялы сәйәси система индерелә, ысынында хәрбиҙәр хакимлығы дауам итә. 1977 йылда асыҡланмаған сәбәптән төрмәлә Модибо Кейта үлә. Уны ерләгәндә ил буйлап халыҡ сыуалыштары үтә, күптәр ҡулға алына. 1978 йылда, түңкәрелеш әҙерләүҙә ғәйепләнеп, милли хәүефһеҙлек хеҙмәте директоры полковник Тьекоро Багайоко менән оборона һәм хәүефһеҙлек министры Киссима Дукара ҡулға алына. 1979 йылда М. Траоре берҙән-бер легаль фирҡәгә — Мали халҡының демократик берлегенә нигеҙ һала һәм уны етәкләй. Шул уҡ йылда илдә парламент һәм президент һайлауҙары үтә, унда М. Траоре еңеп сыға һәм граждандар хөкүмәтен төҙөй. 1980 йылда Малиҙа студент сыуалыштары була, улар аяуһыҙ баҫтырыла. Бынан һуң бер нисә йыл дауамында илдә хәлдәр сағыштырмаса тотороҡло тора. 1985 йылғы президент һайлауҙарында М. Траоре ҡабат һайлана.

Агашер һуғышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1985 йылдың 25-30 декабрендә Буркина-Фасо менән сик буйы һуғышы була. Агашер һыҙатына хоҡуҡ тураһындағы бәхәс БМО-ның Халыҡ-ара судына бирелә. 1986 йылдың декабрендә сыҡҡан вердикт буйынса, территория ҡап урталай тиерлек бүленә.

1991 йылдағы дәүләт түңкәрелеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1991 йылдың мартында, халыҡ сығыштарын аяуһыҙ баҫтырғандан һуң, М. Траоре подполковник Амаду Туре етәкселек иткән хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә президент вазифаһынан төшөрөлә. Парламент таратыла, күп партиялы система индерелә, яңы конституция ҡабул ителә. 1992 йылдың апрелендә президент һайлауҙары үтә, унда Африка теләктәшлек һәм ғәҙеллек фирҡәһе етәксеһе Альфа Умар Конаре еңеү яулай. Ул Модибо Кейта хөрмәтенә мемориал төҙөтә, М. Траорены һәм уның ҡатынын ғүмерлеккә төрмәгә яптыра. 2002 йылда президент һайлауҙарында Амаду Туре еңеп сыға.

2006 йылдың 23 майында туарегтар Алжир менән сик буйындағы ике хәрби базаны баҫып ала.

2007 йылда Амаду Туре икенсе биш йыллыҡ мөҙҙәткә президент итеп һайлана.

2012 йылдағы дәүләт түңкәрелеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылдың 22 мартында боласы-хәрбиҙәр президент һарайын, дәүләт телевидениеһын һәм хәрби казармаларҙы баҫып ала. Һөжүм итеүселәр улар тарафынан Амаду Саного етәкләгән Демократияны һәм дәүләтте тергеҙеү милли комитеты булдырылыуын мәғлүм итә. Амаду Туре режимы ҡолатылыуы хаҡында ла хәбәр ителә, бер нисә министр ҡулға алына.

2012 йылдың 2 апрелендә Көнбайыш Африка дәүләттәре иҡтисади берләшмәһенең ағза-илдәре Малиға ҡаршы дипломатик, иҡтисади, финанс санкциялар индереү тураһында иғлан итә. Сауҙа һәм дипломатик мөнәсәбәттәр туҡтатылып торола, уртаҡ сиктәр ябыла, төбәк үҙәк банкында мали активтары туҡтатыла.

2012 йылдың 5 апрелендә билдәһеҙ кешеләр Гао ҡалаһында Алжирҙың Генераль консуллығына һөжүм итә һәм ете хеҙмәткәрҙе урлап алып китә.

2012 йылдың 6 апрелендә туарегтар, Малиҙағы түңкәрелештән файҙаланып, илдең төньяҡ-көнсығышында Азауад исемле бойондороҡһоҙ дәүләт иғлан итәләр.

2012 йылдың 8 апрелендә, Амаду Саного, хәрби хунта етәксеһе, власты Милли йыйылышҡа (бер палаталы парламентҡа) тапшырырға ризалашҡас, Көнбайыш Африка дәүләттәре иҡтисади берләшмәһе илдәре Малиға ҡаршы санкцияларҙан баш тарта.

2012 йылдың 21 майында меңәрләгән кеше президент һарайын баҫып ала. Граждандарҙың төп талабы булып ваҡытлы президент Дионкунда Траореның вазифаһынан китеүе тора, уның урынына Амаду Саногоны тәҡдим итәләр.

2012 йылдың 26 майында баш күтәргән туарегтар «Ансар-ад-Дин» менән Малиҙың төньяғын бойондороҡһоҙ итеү өсөн бергәләп көрәшеү маҡсатында солох килешеүе төҙөй, әммә 28 майҙа килешеүҙән баш тарта.

2012 йылдың 11 декабрендә Малиҙың премьер-министры Модибо Диарра ҡулға алына.

2012 йылдың 20 декабрендә БМО-ның Именлек Советы Малиҙың төньяғын экстремистарҙан азат итеү өсөн тыныслыҡ урынлаштырыу контингентын индереүгә санкция бирә.

2013 йылдың 13 ғинуарында Малиға француз һәм немец ғәскәрҙәренән торған халыҡ-ара десант төшә. Ошо уҡ көндө Мали Республикаһының Президенты Дионкунда Траоре илдең бөтә территорияһында ғәҙәттән тыш хәл индерә.

2013 йылдың 6 июнендә хөкүмәт һәм туарегтар араһында һөйләшеүҙәр башланыуы тураһында иғлан ителә.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рельефы һәм йылғалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөм майҙаны — 1 240 192 км² (һыу өҫтө майҙаны — 20 000 км²). Илдең территорияһын өс төп географик төбәккә бүлергә мөмкин: ярайһы уҡ уңдырышлы Көнбайыш Судан (көньяҡта), ҡоролоҡло Сахель (үҙәк райондарҙа) һәм Сахараның сүллек төбәге (төньяҡта). Илдең төньяҡ-көнсығышында бейек булмаған тауҙар һәм убалар (1000 метрға тиклем), көньяғында саванналар. Сүллектәр һәм ярым сүллектәр илдең 65 % территорияһын биләй. Малиҙың иң бейек нөктәһе — Гомбори Тондо тауы (1155 м), иң түбән нөктәһе — Сенегал йылғаһы кимәле (20 м).

Иң ҙур йылғалары - Нигер һәм Сенегал. Нигер ил территорияһы буйлап Гвинея сигенән Нигер сигенә тиклем ағып үтеп, уңдырышлы төбәк булдыра. Нигер Мали өсөн иҡтисад һәм транспорт яғынан ҙур әһәмиәткә эйә.

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдең климаты, дөйөм алғанда, тропик һәм ярайһы уҡ ҡоролоҡло, төньяҡтан көньяҡҡа табан үҙгәрә. Бамако (илдең көньяҡ-көнбайышы) өсөн эҫе климат хас, йылда уртаса яуым-төшөм кимәле — 1120 мм, температура, ғәҙәттә, 16-нан 30 °С-ҡа тиклем, 46-47 °С-ҡа ла етә. Бамакола ямғырҙар миҙгеле майҙан сентябргә тиклем, ҡоро миҙгел декабрҙән февралгә тиклем дауам итә. Гаола (Сахель төбәге) уртаса яуым-төшөм күләме йылына 220 мм, Тимбуктуҙа — 183 мм.

Геологияһы һәм файҙалы ҡаҙылмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геологик яҡтан Мали территорияһы төп ике форманан тора: Көнбайыш Африка платформаһы (көнбайышта) һәм Туарег ҡалҡаны (көньяҡ-көнсығышта). Бокситтар, баҡыр, алмас, алтын, гипс, тимер мәғдәне, бурташ, фосфаттар, көмөш, уран, цинк һ.б. файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтары бар. Шулай уҡ гидроэнергия потенциалы ла ҙур.

Тәбиғәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Малиҙың территорияһы тропик һәм субэкваториаль бүлкәттә, сүллектәр һәм ярым сүллектәр, саванналар һәм һирәк урмандар өлкәләрендә урынлашҡан.

Илдең бөтә көнбайыш, үҙәк һәм төньяҡ өлөшөн тиерлек (территорияның 90 %-тан ашыуын) 200—500 метр бейеклектәге тигеҙлек биләй. Төньяҡта — ташлы, ҡомло-ташлы йәки ҡырсынташлы Сахара сүлдәре.

Малиҙың күпселек территорияһында климат тропик сүллекле, көньяҡта — субэкваториаль. Йылдың уртаса температураһы 28-29 °C.

Төп һыу артериялары — Нигер һәм Сенегал.

Илдең төньяғында ярты территорияны тиерлек ҡыуаҡлы һәм ҡыяҡлы ҡыуаҡлы Сахара сүлдәре биләй. Көньяҡтараҡ — сәрүәрҙәр, ҡыяҡлылар, баобабтар, дум пальмалары үҫкән сүллекле саванна. Тағы көньяҡтараҡ — ғәҙәттәге саванналар, алыҫ көньяғында — урманлы саванна.

Төньяҡ сүлдәрҙә һә ярым сүлдәрҙә эре антилопалар, ваҡ ғәзәлдәр, жирафтар, гепардтар, һыртландар йәшәй. Һөйрәлеүселәр күп: геккондар, варандар, сцинктар, йыландар. Саванналарҙа антилопаларҙың төрлө төрҙәре, африка ҡабандары, арыҫландар, леопардтар, сүл бүреләре, филдәр (филдәрҙең һаны кәмей). Йылғаларҙа крокодилдар, һыу һыйырҙары йәшәй, балыҡ күп. Бөжәктәр киң таралған: термиттар, ҡырағай бал ҡорттары, москиттар, ләпәкәй, цеце себене.

Букль-дю-Бауле тигән милли парк бар.

Административ-территориаль бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мали Республикаһы 8 өлкәгә һәм айырым административ берәмек Бамакоға бүленгән.

Өлкә Өлкә (фр.) Адм.үҙәк Майҙан, км² Халҡы (2009) Тығыҙлығы, кеше/км²
1 Бамако Bamako Бамако 252 1 809 106 7178,99
2 Гао Gao Гао 170 572 544 120 3,19
3 Каес Kayes Каес 119 743 1 996 812 16,68
4 Кидаль Kidal Кидаль 151 430 67 638 0,45
5 Куликоро Koulikoro Куликоро 95 848 2 418 305 25,23
6 Мопти Mopti Мопти 79 017 2 037 330 25,78
7 Сегу Ségou Сегу 64 821 2 336 255 36,04
8 Сикасо Sikasso Сикасо 70 280 2 625 919 37,36
9 Томбукту Tombouctou Тимбукту 496 611 681 691 1,37
Барлығы 1 248 574 14 517 176 11,63

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Малиҙың халыҡ һаны 2010 йылдың июленә 13,8 млн кеше тәшкил итә һәм бик йылдам үҫә. Артым йылына 2,6 %, тыуым 1000 кешегә 46,1 сабый, ә үлем 1000 кешегә 14,6 тәшкил итә. Эмиграция йылына 1000 кешегә 5,4. Малиҙа һаулыҡ һаҡлау менән ҙур ҡыйынлыҡтар булыу сәбәпле, сабыйҙар үлеме бик юғары - 1000 кешегә 114 (донъяла 4-се урын). Бынан тыш, 2007 йылда 1,5 % халыҡ кешенең иммунодефициты вирусын йоҡторған. Уртаса ғүмер оҙонлоғо буйынса (52 йәш) ил донъяла 209-сы урында.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2020f/africa

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Новиков С. С., Урсу Д. П. История Мали в новое и новейшее время. М.: Наука, 1994. — 286 с.
  • Дэвид С. Дж. Борели Мали, хронология запрограммированной дестабилизации ч.1, ч2, ч3, ч4., перевод ПолиСМИ.
  • Витухина Г. О. Мали. М., 1987.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]