Мейәс (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Мейәс
Chelyabinsk Circus.jpg
Характеристика
Оҙонлоғо 658 км
Бассейн майҙаны 21 800 км²
Бассейн Төньяҡ Боҙ океаны
Йылға бассейны ИсәтТоболИртышОбь
Һыу сығымы 15,4 м³/с (24 км тамағынан)
Һыу ағымы
Инеше Нәрәле һырты (Көньяҡ Урал)
 · Координаталар 54°46′20″ с. ш. 59°37′26″ в. д. / 54.77222° с. ш. 59.62389° в. д. / 54.77222; 59.62389 (G) (O) (Я) (T)
Тамағы Исәт
 · Координаталар 56°05′44″ с. ш. 64°29′56″ в. д. / 56.09556° с. ш. 64.49889° в. д. / 56.09556; 64.49889 (G) (O) (Я)Координаты: 56°05′44″ с. ш. 64°29′56″ в. д. / 56.09556° с. ш. 64.49889° в. д. / 56.09556; 64.49889 (G) (O) (Я) (T)
Урыны
Тобол бассейны
Тобол бассейны
Ил Рәсәй
Регион Башҡортостан, Силәбе өлкәһе, Ҡорған өлкәһе
Мейәс (йылға) (Силәбе өлкәһе)
Blue pog.svg
инеше
Blue pog.svg
тамағы
Мейәс Викиһаҡлағыста


Мейәс (урыҫ. Миасс) — Башҡортостанда, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә ағыусы йылға, Иҫәт йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы. Төньяҡ Боҙло океан бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо 658 км, бассейнының майҙаны — 21,8 мең км².

Учалы районында Нәрәле hыртының итәгендә башлана; көньяҡ-көнсығышҡа Башҡортостан, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре биләмәләре буйлап аға. Ҡурған өлкәһендәге Каргополье ҡасабаһынан 20 км төньяҡтараҡ Иҫәткә ҡоя.

Ҡушылдыҡтары[үҙгәртергә]

Һул яҡтан:

Уң яҡтан:

Чашковка, Смородинка, Әтлән, Черная, Һарыҫтан, Ҡуштымға, Селянка, Тый Йылга, Оло Кейәлем, Бишкүл, Йылға, Ҡуянбай, Һыры йылга, Бишкиль, Зуз йылға, Сыбар Айгыр, Кесе Сүмләк (Чесноковка), Сүмләк, Наумовский, Тоҡман, Ҡарасел, Каменка, Ҡарасук(Карачуха), Таҡташ (Такташиха), Окунёвка, Боровлянка, Бархан, Каменка, Табарка йылғалары.

Ландшафт[үҙгәртергә]

Иң үрге ағышында таулы, ҡороусан; һаҙҙар һәм күлдәр янынан үтә. Силәбе өлкәһенә сыҡҡас үҙәне киңәйә бара, ағымы һүлпәнәйә. Түбән ағышында яй, киң. Силәбе ҡалаһында быуа аша үтә.

Йылға буйындағы ҡалалар һәм ауылдар[үҙгәртергә]

Учалы районында Уйҙа, Орловка, Илсеғол, Мулдаҡай ауылдары урынлашҡан; Силәбе өлкәһендә -- Мейәс һәм Силәбе ҡалалары.

Гидронимия[үҙгәртергә]

Йылғаның исеме башҡорт теленән килә. Ысын, тарихи исеме Мейәсте. Ҡобайырҙа был ап-асыҡ сағыла: Ай, Мейесте, Мейесте! Мейестенең һыуын кем эсте?..

Йылғала Арғужа һыуһаҡлағысы ойошторолдо.