Мелисса (урыҫ. Мели́сса лека́рственная, лат. Melissa officinalis) —баллыбабай һымаҡтар (Lamiaceae) ғаиләһенән күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 50-120 см. Июндән ноябргәсә аҡ, алһыу, һары сәскә ата. Орлоғо һары йәки ҡара төҫтәге сәтләүек.
Мелиссаның тыуған иле — Урта диңгеҙҙең көнсығыш районы. Үҫемлек тәбиғи шарттарҙа Кавказда, Ҡырымда һәм Рәсәйҙең көньяк өлкәлерендә үҫә. Башҡортостанда баҡса үҫентеһе булараҡ үҫтерелә.
- Путырский И. Н., Прохоров В. Н. Дарыу үҫемлектәре — Мн.: Книжный Дом, 2005. (урыҫ.)
- Ғүмәров В.З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. -160 б. ISBN 5-295-01499-1